Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II. 498 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II

БӘЙЛӘМӘ
БӘЙЛӘМӘ IV с. ҡар. бәйләм III, IV. Бәйләмә бейә.
БӘЙЛӘНГӘНЛЕК (бәйләнгәнлеге) (Р.: зависимость; И.: dependence; conditionality; T.: bağımlılık) и.
Нимәгәлер бәйле булыу; нимәгәлер ихтыяж. □ Зависимость, обусловленность. Туранан-тура бәйләнгәнлек.
БӘЙЛӘНЕҮ (бәйлән-) (Р.: связываться; И.: connect; T.: bağlanmak) ҡ.
1. төш. ҡар. бәйләү I. страд, от бәйләү I. Бәйләнгән яра. Бәйләнгән төргәк. Бәйләнгән ойоҡ. ■ Ил ағаһы ошонан аҙаҡ ханға уҙе йылдар буйына һаҡлап йөрөткән йукә сәскәһен сайҡатып, балан ҡағы ҡушып, мәтрушкә ҡатыш ҡарағат сәйе эсергән, ҡаҙаяҡ, аҫҡор-һаҡ, мәтрушкә ҡушып бәйләнгән ҡайын миндеген парлап, кукрәгенә ҡуйған да муйыл сәскәһен еҫкәткән. Н. Мусин. Аҡъял батыр, Ертыңлар батырҙың бәйләнгән ҡолағын ку-реп: «Ҡолағыңа ни булды?» — тип һораған. Әкиәттән. • Ҡыҙлы өйгә ҡырҡ ат бәйләнер. Мәҡәл.
2. Үҙ-ара яҡынлыҡта булыу, тоташыу. □ Быть связанным, зависимым. Ваҡиғалар бер-береһенә бәйләнгән. ■ Ул ваҡиғаның икеһе бер-береһенә бәйләнгән. Д. Юлтый. Ярай, ваҡыты менән барыһы асыҡланыр әле; ә хәҙергә бары шуныһы асыҡ: беҙ, ниндәйҙер, куҙгә куренмәгән ептәр менән бер-беребеҙгә бәйләнгәнбеҙ. Б. Бикбай. Башҡа бер-береһенә һис кенә лә бәйләнмәгән уйҙар килә. С. Агиш.
3. кусм. Нимәгәлер йәки ниндәйҙер шартҡа мөнәсәбәтле, ҡатнашлы булыу. □ Быть связанным, зависимым. Гумере фәнгә бәйләнгән. ■ Һәр бер кешенең яҙмышы — ил яҙмышы, уның именлеге ил именлегенә бәйләнгән. М. Кәрим. Бөтә тормошобоҙ шул ергә бәйләнгән. Т. Хәйбуллин. Ҡуҙ алмаһы-лай балаһының яҙмышы ете ятҡа бәйләнгәнен атайҙар ауырыраҡ кисерә шул. Г. Ғиззәтуллина.
4. кусм. Ниндәй ҙә булһа эш, шөғөлгә бирелеү; тотоноу. □ Браться, приниматься. ■ Саҡай ауыл мәҙрәсәһен бөтөргәс, әйләнеп,
хужалыҡ эштәренә бәйләнеп китте. Б. Бикбай.
5. һөйл. Ҡем менәндер бәйләнешкә инеү. □ Связываться, спутываться с кем-чем (вкаком-л. деле). Уның менән бәйләнмә.
■ Насар ҡыҙҙарға бәйләнһәң, булырһың әҙәм көлкөһө. Халыҡ йырынан. «Уға [Ҡыҙыл-тешкә] бәйләнмәуең яҡшыраҡ булыр ине», — тип инәлергә тотондо Самат. Ә. Бикчән-тәев.
6. кусм. Ниндәйҙер талап, һорау менән йөҙәтеү. □ Приставать, привязываться, придираться. ■ [Йосоп:] Бәйләнделәр бит миңә әкиәт һөйлә тип. Мин .. баш тарттым. С. Агиш. Шул ваҡыт Ҡусәк батыр әйләнә, ти, һуҙ әйтеп, балаларға бәйләнә, ти. «Бабсаҡ менән Күсәк».
7. Йөҙәтеп, тынғыһыҙлап, кешегә тағылыу. □ Приставать, привязываться, придираться. Ҡыҙҙарға бәйләнеу. ■ Ул [ҡатын] миңә бәйләнә, минең менән шаяра, танауҙан ҡыҫа, биттән һыйпай. Д. Юлтый.
8. Берәй сәбәп табып, бәлә һалып, кешегә йәбешеү. □ Приставать, привязываться, придираться. Юҡҡа бәйләнмә. ■ Былар әрләшеп китә. Батша риза булмай. Ҡөтөусе оторо нығыраҡ бәйләнә. Әкиәттән. Ҡыҫҡа ғына әйткәндә, бәйләнерлек урын юҡ. И. Абдуллин. Әхмәҙуллаға ике егет бәйләнде. Р. Солтангәрәев.
♦ Күҙ бәйләнеү ҡараңғы төшөү. □ Темнеть, смеркаться. Ҡуҙ бәйләнгәс, килерһең.
■ [Буре] шуға көндөҙҙәрен берәй төпкөлдә боҫоп ята ла, куҙ бәйләнеу менән, маҡсатһыҙ-ниһеҙ ҡыҙырырға тотона... Ә. Хәкимов. Ҡуҙ бәйләнеп өлгөргәс тә, дошман һалдаттары һауаға бер-бер артлы ракета сөйә башланылар. Ғ. Ибраһимов. Ҡараңғы төшөп, куҙ бәйләнерлек булғас, ураҡсылар йоҡоға талды. А. Таһиров. Алыш куҙ бәйләнгәнсе дауам итте. Ғ. Әмири. Ҡояш та тубәнәйеп килә, куҙ бәйләнгәнсе, тауҙар араһын утеп ҡалырға кәрәк. М. Тажи. Ҡәмән менән Сәмән куҙ бәйләнгәс кенә уҙ ауылдарына ҡайтып инделәр, ти. Әкиәттән. Ҡояш байып, куҙ бәйләнә башлауға Шәңгәрәй уянды. С. Агиш. Ҡуҙ бәйләнә башлағанда, Баймораттың ута
498