БӘЙЛӘНСЕК
рына яҡынлаштыҡ. Н. Мусин. Эңер төштө, ҡараңғыланған булмә эсендә куҙ бәйләнә башланы. Я. Хамматов. Тел бәйләнеү һүҙ һөйләй алмаҫ булыу (аптырау, оялыу, ҡурҡыуҙан һ. б.). □ Потерять дар речи, язык заплетается. ■ [Карлуғас:] Куп уйлауҙан иҫем, аҡылым бөттө, һуҙ әйтергә телем бәйләнде. Б. Бикбай. Сәс бәйләнеү бергә тормош ҡороу, өйләнешеү. □ Пожениться. ■ Кашҡынайы ҡара, буйы зифа шул егеткә сәсем бәйләнгән. Йырҙан. Тәҡдир булып, сәскә сәс бәйләнһә, аҡ ҡорбандар салыр инем арнап. Ҡ. Даян.
БӘЙЛӘНЕШ (Р.: связь; И.: connection; relationship; T.: bağlantı) и.
1. Ниндәйҙер йәһәттән ике арала булған ҡатнашлыҡ. □ Связь, отношения. Диалектик бәйләнеш. Ш Һис бер ваҡиғаға бәйләнеше булмаған был һорауға мин аптырап ҡалдым. Д. Юлтый.
2. Хәбәр алышып тороу мөмкинлеге.
□ Связь. Бәйләнеш өҙөлдө. ■ Хәл ҡатмарланды. Кәжән менән Юрғашты араһындағы бәйләнеш өҙөлдө. Унда ебәрелгән кешеләр ҙә әйләнеп ҡайтманы. Я. Хамматов.
3. Үҙ-ара хәбәр алышып тороу сараһы; элемтә. □ Связь. Телефон бәйләнеше, һауа бәйләнеше. Яһалма юлдаш аша бәйләнеш. ■ Телефон сымдары өҙөлөп бөттө, бәйләнеш юҡ. С. Әлибаев. Телефон бәйләнешенең рәте киткән. Д. Юлтый.
4. Эш, тормоштағы үҙ-ара ҡатнашлыҡ.
□ Общение (с кем-чем-н., что даёт возможность сообщаться). Дуҫлыҡ бәйләнеше. Ғаилә бәйләнеше. Иҡтисади бәйләнеш. Халыҡ-ара бәйләнеш. Бәйләнешкә инеу. Бәйләнеш тотоу. Бәйләнеште өҙөу. ■ Шағир өсөн иң ҙур бәхет — уҡыусы менән уҙе араһында йөрәк бәйләнеше, куңел бәйләнеше булдыра алыуҙа. Н. Нәжми. Сауҙа бәйләнештәре өҙлөкһөҙ арта баралар. С. Агиш. Бының өсөн улар менән тығыҙ бәйләнешкә инергә, бер төптән булырға кәрәк. Д. Юлтый.
5. хим. Төрлө матдәнең химик ҡушылдығы. □ Соединение. Көкөрт бәйләнештәре.
БӘЙЛӘНЕШЕҮ (бәйләнеш-) ҡ.
1. урт. ҡар. бәйләнеү, взаимн. от бәйләнеү. Бер-береһенә бәйләнешеп алып киттеләр.
2. Бәйләнеш булдырыу, бәйләнешкә инеү; аралашыу. □ Сотрудничать. ■ Курәһең, Аҡҡолаға урелгән йунһеҙ нәмә был өйҙө тышҡы донъя менән бәйләнешеу өсөн төйәк итеп кенә тота торғандыр. Б. Бикбай.
БӘЙЛӘНЕШКӘ КЕРЕҮ (бәйләнешкә кер-) (Р.: войти в связь; И.: establish relations (with); T.: ilişkiye girmek) ҡ.
һөйләшеп, осрашып, хәл белешеп тора башлау; бәйләнеш тотоу. □ Войти в связь. Интернет аша бәйләнешкә кереу. Телефон аша бәйләнешкә кереу.
БӘЙЛӘНЕШЛЕ (Р: соотносительный; И.: connected (with); T: bağlı) с.
Берәй нәмәгә, эш-хәлгә йәки һөҙөмтәгә ниндәйҙер йәһәттән ҡатнашлы, бәйле. □ Соотносительный, связанный. Бәйләнешле төшөнсә. ■ Бында ла [Гроицкиҙа] бит исемле урындар, әҙәбиәт тарихына бәйләнешле ерҙәр куп. К. Мәргән.
БӘЙЛӘНЕШ ТОТОУ (бәйләнеш тот ) (Р: держать связь; И.: hold connection (with); T.: iletişimi koparmamak) ҡ.
һөйләшеп, осрашып, хәл белешеп тороу.
□ Держать связь, иметь связь. Телефон аша бәйләнеш тотоу. Интернет аша бәйләнеш тотоу.
БӘЙЛӘНЕШҺЕҘ (Р: бессвязный; И.: incoherent, unconnected; T: anlamsız) с.
Мәғәнә йәһәтенән йәки башҡа яҡтан үҙ-ара яҡынлығы, ҡатнашы булмаған.
□ Бессвязный, несвязный. Бәйләнешһеҙ һуҙҙәр. Бәйләнешһеҙ уйҙар. Бәйләнешһеҙ һөйләу. ■ Уның [Фатиманың] башында бәйләнешһеҙ әллә ниндәй уйҙар уҡмаштылар, ләкин бер уйының да осона сыға алманы. Ж. Кейекбаев.
БӘЙЛӘНМӘ и. этн. ҡар. ҡунысбау.
Бәйләнмә ишеу.
БӘЙЛӘНСЕК (Р: назойливый; И.: obtrusive; importunate; T.: yapışkan) с.
Кешегә бәйләнеп йөҙәтеүсән. □ Назойливый, навязчивый; задира. Бәйләнсек кеше. ■ Иркә шунда уҡ Аҡназаровты таныны һәм,
499