БӘЙЛӘР
бәйләнсек егеттән ҡотолоуына ҡыуанып, уның эргәһенә ташланды. Ә. Вәли. Закир, ваҡытһыҙ хәтергә килгән был бәйләнсек уйҙан ҡотолорға теләп, иғтибарын тартырҙай нөктә эҙләп ҡараны. 3. Биишева.
БӘЙЛӘР и. этн. ҡар. байлар.
БӘЙЛӘТЕҮ (бәйләт-) ҡ. йөкм. ҡар. бәйләү I. понуд. от бәйләү I. ■ Ирен ҡайһылай итеп кейендерергә белмәйенсә, Зәлифә бөтөрөлөп йөрөй. Ике тапҡыр күлдәген алмаштыртты, өс мәртәбә галстук бәйләтте. Ҡара ҡуйы сәстәрен уҙе шы-малап тарап ҡуйҙы. «Ағиҙел».
БӘЙЛӘҮ I (бәйлә-) (Р.: завязывать; И.: knot; T.: bağlamak) ҡ.
1. Бау йәки бау һымаҡ нәмәнең осон бергә ҡушып төйөнләү. □ Завязывать; связывать. Сейәлдереп бәйләү. Элмәкләп бәйләү. ■ Этҡол бауландырып бәйләп ҡуйған иңербауын тартып өҙҙө. Т. Хәйбуллин.
2. Бауҙың осон берәй нәмәгә төйөнләп беркетеү. □ Связать, привязать. ■ Ана Билдәштең мөгөҙөнә бау таҡтылар, сананың тәртәһенә бәйләнеләр. Т. Ғарипова. Беҙ [бүре балаһын] кистәрен сынйырға бәйләп тота инек. С. Кулибай. Көрән атҡайымды бәйләп ҡуйҙым күл буйҡайҙарына тирәккә. Халыҡ йырынан. Буҙансы батыр арҡандың бер осон бағанаға бәйләп .. ер аҫтына төшөп киткән. Әкиәттән. Ул арала Төлкөсура атынан һикереп төштө, теҙгенен сауҡаға бәйләне, суҡмарын һап осондағы бауынан беләгенә элгән килеш әкрен һәм һағайып атлап һеләүһен эргәһенә килде. Н. Мусин. Сәғиҙулла етеҙ һикереп эйәрҙән төштө лә атын лапаҫ аҫтына бәйләне. 3. Биишева.
3. Бауҙың осона берәй нәмә тағыу. □ Привязывать. ■ Былар [батырҙар], арҡандың осона таш бәйләп, ер тишегенә төшөрөп ҡараған. Әкиәттән.
4. Бер нәмәне икенсе нәмәгә бау менән тартып ҡуша беркетеү. □ Привязывать, подвязывать. Йөктө бәйләү. Ҡапҡаны бәйләү. ■ Кемдер серек йүкә менән иҫке ҡапҡаны бәйләп ҡуйған. Фәриҙә бауҙы сисә башланы. Р. Солтангәрәев. Ҡолғаларға бәйләп йөн
иләйем, әллә нишләп йөнөм ырамай. Халыҡ йырынан.
5. Бер нәмәне икенсе нәмәгә бауландырып тағыу. □ Завязывать. ■ Билкәйемде минең шул талдыра: ҡайыш баулы ҡылыс бәйләһәм. Халыҡ йырынан.
6. Урап йәки осон осҡа төйнәп, өҫ-башҡа ҡулайлау (ҡайһы бер өҫ кейеменә ҡарата). □ Завязывать, обвязывать, повязывать. Алъяпҡыс бәйләү. Галстук бәйләү. Таҫтар бәйләү. Шарф бәйләү. Шәл бәйләү. Ботинканың бауын бәйләү. ■ Сәғиҙә башына яулыҡ бәйләне. М. Тажи. Малайҙар сығып киткәс, Нәғимә инәй, һандыҡтан алып, оҙон сыбар күлдәген, йәшел бәрхәт камзулын кейҙе, яңы ҡушъяулығын бәйләне. М. Кәрим. Әбей яулығын эйәк аҫтынан салып бәйләй һалды, аҡ сәстәрен яулығы эсенә йыйып йәшерҙе. Ф. Иҫәнғолов.
7. Таралмаҫлыҡ итеп бау менән тарттырыу. □ Завязывать, повязывать, перевязывать; паковать. Китаптарҙы бәйләү. ■ Һалдаттар ашығып-ашығып Варшаванан алған нәмәләрен бәйләй. Д. Юлтый.
8. Осон йәки ауыҙын бөрөп, бау менән быуыу. □ Связывать, обвязывать. Тоҡто бәйләү. ■ Малайҙың кендеген ҡырҡып бәйләгәндәр ҙә, атаһының сәкмәненә урап, ҡыуышҡа индереп һалғандар. Әкиәттән.
9. Өҫтөнән ҡаплап урау. П Завязывать. Ауыҙҙы бәйләү. Күҙҙе бәйләү. ■ Бинт пакетын асып, һыңар ҡул менән йәрәхәтте арлы-бирле генә бәйләнем. Д. Юлтый.
10. Бау менән тарттырып әҙерләү, әҙер итеү. □ Вязать, связывать. Һал бәйләү. Миндек бәйләү. Кәлтә бәйләү. ■ Һабыр менән Иҫәнгилде, йүгерә-атлай йөрөп, кәлтә бәйләй. Ғ. Дәүләтшин. Аҡйондоҙ инде кәлтә бәйләргә тотондо. М. Кәрим.
11. Билдән уратып тарттырыу; быуыу. □ Завязывать. Билгә билбау бәйләү.
12. Ҡуҙғала алмаҫлыҡ итеп ҡыҫып сырмау. □ Вязать, связывать, стягивать. Аяғын бәйләү. Ҡулын бәйләү. ■ һине бәйләп тотҡан ныҡ бығауҙы бик тиҙ генә өҙә алмаҫһың. Ш. Бабич. Ҡыуғынсылар Заятүләкте, бер ҙә ҡаршылыҡ күрһәтмәһә лә, аяҡ-ҡулын
500