Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II. 501 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II

БӘЙЛӘҮЕС
бәйләп, атаһы Сәмәр ханға алып ҡайталар. Халыҡ ижадынан. Зәбих менән Ишбула-товты һуҙып һалдылар, аяҡ-ҡулдарын арба үрәсәһенә шаҡарып бәйләнеләр. Ә. Вәли.
13. Йөндән, ептән махсус энә йәки башҡа нәмә менән үреп төрлө кейем, төрлө нәмә эшләү. □ Вязать. Ау бәйләү. Бейәләй бәйләү. Бирсәткә бәйләү. Селтәр бәйләү. Шәл бәйләү.
■ Гөләйшә инәйем уның [Мөхиттең] муйынына шарф та бәйләп өлгөрттө. К. Кинйәбулатова. Айһылыу .. көслө ихтыярҙы аңлатҡан аҡыллы баҙыҡ ҡараштарын алыҫҡа төбәп, тын ғына шәл бәйләп ултыра. 3. Биишева. Болдорҙа ултырған ҡатын, бәйләүенән туҡтамай ғына, ара-тирә керҙәргә күҙ һалып ала. М. Кәрим. Шәл бәйләнем, шәл бәйләнем, шәлем түңәрәк түгел. Халыҡ йырынан.
14. күсм. Нимәгә йәки ҡайҙалыр айы-рылмаҫлыҡ итеп беркетеү. □ Привязывать.
■ Яҙмыш уны [Сәғиҙәне] Ҡарамалы ауылына мәңгегә бәйләп ҡалдырҙы. М. Тажи. Бәйләнең һин минең хистәремде, китеп булмай һинең яныңдан. М. Хәй.
15. күсм. Бер тәртипкә, мәғәнәгә килтереп ялғау, теҙеү. □ Связывать. ■ Ул ашыҡты, һүҙҙәрен бәйләмәй һөйләргә кереште. С. Агиш.
16. күсм. Ниндәйҙер йәһәттән ике араны ҡатнаштырыу. □ Связывать, увязывать. Уҡытыусылар уҡытыу эшен фәнгә бәйләп алып бара.
17. Мөнәсәбәте, ҡатнашы бар тип күрһәтеү. □ Связывать. Кешегә бәйләп һөйләү.
18. Эш-хәлде, берәй һөҙөмтәне ниндәйҙер сәбәпкә ҡайтарыу. □ Связывать с чем-л. Төҙөлөш эшенең артҡа ҡалыуын билдәле ҡыйынлыҡтарға бәйләү.
19. миф. Кешеләр араһындағы йәки урынға бәйләнеште, ныҡлыҡты, бөтөнлөктө белдереп бер-береһенә беркетеп ҡуйыу. □ Связывать, завязывать, привязывать (мифологизированное действие, обеспечивающее связь, прочность, цельность, прикреплён-ностькместу, человеку. В некоторых обрядах используется как преграда, оберег от порчи, сглаза).
♦ Бәйләгән кеүек артта ҡалдырыу бик тиҙ артта ҡалдырыу. □ Оставить позади.
Бәйләгән кеүек тороу. Бәйләгән кеүек ҡалыу. ■ Поездың йөрөшө рәхимһеҙ бит. Бер нисә минут эсендә йәйәүлеләрҙе бәйләгән кеүек артта ҡалдырып китте. Д. Юлтый. Яңғыҙ һыбайлы арттағыларҙы бәйләгән һымаҡ ҡалдыра бара. Т. Килмөхәмәтов. Бәйләп һоғондороу алдап, хәйләләп, үҙ мәнфәғәттәрен күреү (бик хәйләкәр кешегә ҡарата әйтелә). □ Хитрить, предусматривая собственные цели. Күҙ бәйләү зиһенде томалап, кешенең ихтыярына тәьҫир итеү. □ Околдовывать, гипнотизировать. Күңел бәйләү йөрәккә ярашлы күреү, оҡшатыу. □ Иметь расположение к кому-чему. ■ Ә Зөлхизә берәүгә лә күңел бәйләмәй, ҡыр кәзәһе шикелле теремек, шаян булып, уйнап-көлөп йәшәй бирҙе. 3. Биишева. Уралды ул [Һомай] күргәс тә, батырлығын белгәс тә, яҡшылығын һиҙгәс тә, Уралға күңел бәйләгән, ул Уралды һайлаған. «Урал батыр». Өмөт бәйләү нимәнеңдер булырына ышаныу, өмөтләнеү. □ Возлагать надежду на кого-что; надеяться, иметь надежду. Сәсен бәйләү, сәсте (йәки сәсте сәскә) бәйләү бергә тормош ҡороу, өйләнешеү. □ Пожениться. ■ Тимерҡаҙыҡ менән сәсте сәскә бәйләгәндән бирле ул [Зәйтүнә] үҙен бик бәхетле тиеп һанай ине. Ғ. Ибраһимов. Эт бәйләһәң торғоһоҙ бик һыуыҡ (ғәҙәттә, бүлмәлә, бинала). □ Очень холодно (в помещении). ■ Мәктәп, халыҡса әйткәндә, эт бәйләһәң торғоһоҙ. 3. Биишева.
БӘЙЛӘҮ II (Р.: привязь; И.: tether; Т.: kazık) и.
Бәйләй торған урын. □ Привязь (место). Атты бәйләүгә ҡуйыу. ■ Бәйләүҙә аттарҙың булмауына ҡарағанда, ҡунаҡтар күптән килгән булырға тейеш. Н. Иҙелбай.
БӘЙЛӘҮЕС I (Р.: послелог; И.: postposition; T.: bağlaç) и. лингв.
Исем, алмаш, һандан булған бер һүҙҙең икенсе һүҙгә булған мөнәсәбәтен күрһәтә торған ярҙамсы һүҙ (мәҫәлән, өсөн, менән, тиклем һ. б.). □ Послелог. Төп килеш бәйләүестәре.
БӘЙЛӘҮЕС II и. ҡар. һеңер. Аяҡтың бәйләүесе өҙөлөү.
501