БӘЙЛӘҮЕС
БӘЙЛӘҮЕС III и. ҡар. бәйләмес I. Быҙауҙы бәйләуескә бәйләу. Ауыҙ-моронға бәйләуес тағыу. Сәсте бәйләуес ҡушып уреу.
БӘЙЛӘҮЕС ТАРАМЫШТАР (Р.: связки; И.: ligaments; T.: bağ) и. анат.
һөлдәнең айырым өлөштәрен йәки айырым ағзаларҙы тоташтыра торған айырым туҡымалар. □ Связки. Аяҡтың бәйләуес тарамышы өҙөлөу.
БӘЙЛӘҮЕСТӘР и. анат. ҡар. бәйләүес тарамыштар. Бәйләуестәрҙең бөтөнлөгө.
БӘЙЛӘҮЕС ТУҠЫМА (Р.: ткань со единительная; И.: connective tissue; T.: bağ dokusu) и. анат.
Хайуандарҙа ағзаларҙың һөлдәһен (каркасын) барлыҡҡа килтерә һәм башҡа махсус туҡымаларҙы беркетеүгә хеҙмәт итә торған туҡыма; тоташтырғыс туҡыма. □ Ткань соединительная. Бәйләуес туҡыманың составы.
БӘЙЛӘҮЛЕ с. ҡар. бәйле I. Бәйләуле эт.
БӘЙЛӘҮСЕ (Р.: вязальщик; И.: knitter; T.: örgücü) и.
1. Энә йәки ырғаҡ менән ойоҡ-бейәләй һ. б. бәйләгән кеше. □ Вязальщик, вязальщица. Бәйләуселәр кис ултырып бәйләм бәйләйҙәр.
2. кусм. Кемдер, нимәлер араһында бәйләнеш булдырыусы. □ Связной, создающий связь между кем-л. Бәйләусе хеҙмәте.
БӘЙЛӘШЕҮ (бәйләш-) ҡ. урт. ҡар. бәйләү I, 1—16. взаимн. от бәйләү I, 1—17. Ат бәйләшеу. Тоҡтоң ауыҙын бәйләшеу. ■ Тимерғәле һарыҡты йыҡты, малайҙар уның аяҡтарын бәйләштеләр. Һ. Дәүләтшина.
БӘЙМЫШ (Р: название родового подразделения башкир; И.: name of a Bashkir clanal subdivision; T: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Ҡатай ҡәбиләһе аймағы. □ Бэймиш (название родового подразделения башкир племени катай). Бәймыш аймағы башҡорто.
БӘЙМӘН ТАБЫУ (бәймән тап ) (Р: отдышаться; И.: recover one’s breath; T.: nefes almak) ҡ. диал.
Хәл алыу, тынысланыу. □ Отдышаться, успокоиться. ■ Балаларын башлы-куҙле
иткәс кенә бәймән тапты. Экспедиция материалдарынан.
БӘЙМӘТ (Р: вид мелкой речной рыбы; И.: small riverine fish species; T: küçük balık) и. диал.
1. Ваҡ балыҡ. □ Вид мелкой речной рыбы. Бәймәт тотоу.
2. ҡар. алабуға. Кармаҡҡа бәймәт эләккән.
БӘЙНӘ-БӘЙНӘ [ғәр. ‘ара, бәйләнеш’] (Р: подробно; И.: in detail, minutely; T: detayli)p.
Бик ентекләп, бер нәмәһен дә ҡалдырмай теҙеп (һөйләү). □ Подробно, слово в слово. Бәйнә-бәйнә һөйләп биреу. ■ Башлағас, һөйләйем инде, — тип, [Зөлхизә апай].. бәйнә-бәйнә тормошон һөйләп бирҙе. М. Биктимерова. Бай уҙенең кем икәнен, ҡайҙа китеп барғанын, ниндәй бәләгә осрап, туҡтап ҡалғанын бәйнә-бәйнә һөйләп бирә. Әкиәттән. Исмәғил өйөнән сығып киткәндән алып дәрес аҙағына тиклем кисергәндәрен бәйнә-бәйнә һөйләп бирҙе. Яр. Вәлиев.
БӘЙНӘЛМИЛӘЛ I [ғәр. Jh» ан] (Р: интернационал; И.: the International; T: beynelmilel) и. иҫк.
Ҡайһы бер атамалар эсенә инеп, халыҡ-ара берекмә тигәнде аңлата; интернационал. □ Интернационал. ■ һәр урында яңғырай «Бәйнәлмиләл» — берлек йыры. Д. Юлтый.
БӘЙНӘЛМИЛӘЛ II [ғәр. JUI ан] с. иҫк. ҡар. халыҡ-ара. Бәйнәлмиләл килешеу. Бәйнәлмиләл байрам.
БӘЙНӘТ [ҡаҙ. < ғәр.] (Р: мука; И.: torment, torture; T: ızdırap) и. диал.
Ыҙа, имгәк, мәшәҡәт. □ Мука. Бәйнәт кенә бала булдың башыма. ■ Куҙгә ҡан һауып, аҡлап китте. Тора-бара тома һуҡыр булдым. Башыма бер бәйнәт кенә булды бит. Ҡ. Аралбаев. • Бәйнәт, бәйнәт — төбө зиннәт. Мәҡәл.
БӘЙСӘКӘ и. диал. ҡар. тәпәш. Бәйсәкә өй. Бәйсәкә егет.
БӘЙТ [ғәр. ^н] (Р.: дом; И.: home, dwelling; T.: ev) и. иҫк.
Йорт, өй. □ Дом, жилище. Бәйте бар. Бәйте ҙур.
502