БӘКЕ
БӘЙТЕЛҒАРУС [ғәр. o-jjJl о* ‘дом невесты’] (Р.: комната невесты; И.: bride’s room; T.: gelin odası) и. иҫк.
Ҡыҙҙың кейәү ҡаршылаған бүлмәһе.
□ Комната невесты. Бәйтелғарусҡа килеү.
БӘЙТЕЛМАЛ [ғәр. сЫ Qn] (р: казна; И.: exchequer; T.: beytülmal) и. иҫк.
Дәүләттең байлығын һаҡлаған урын; ҡаҙна. □ Казна. Дәүләт бәйтелмалы.
БӘЙТУЛЛА [ғәр. ^н] (Р.: дом Аллаха; И.: the Qaaba; T.: Kâbe) и. иҫк. кит.
Дини ҡарашса, Алланың өйө; ғибәҙәт өйө, ҡәғбә. □ По религиозным представлениям, дом Аллаха, Кааба. Бәйтуллаға ҡарап намаҙ уҡыу.
БӘЙҺЕҘ (Р: без завязки; И.: stringless, ropeless; T.: bağsız) c.
1. Бау, арҡан менән ҡуша нығытылмаған. □ Без завязки. Бәйһеҙ ҡапҡа. Йөк бәйһеҙ ултыра.
2. Осо йәки ауыҙы бөрөп быуылмаған.
□ Не связанный. Бәйһеҙ тоҡ. Тоҡ бәйһеҙ ята.
3. Тарттырып бәйләнмәгән. □ Не связанный, не завязанный. Бәйһеҙ кәлтә.
4. Өҫтөнән ҡаплап уралмаған. □ Не завязанный. Күҙе бәйһеҙ. Бәйһеҙ яра.
5. Сырмап бәйләнмәгән. □ Не связанный. Бәйһеҙ ҡул. ■ Дон буйындағы боласыларҙы баҫтырҙы, шведтарҙы еңде, хәҙер уның ҡулы бәйһеҙ. Н. Мусин.
6. Бау менән беркетелмәгән. □ Не завязанный, без привязи. Бәйһеҙ ат. Эт бәйһеҙ йөрөй. ■ Эт бәйһеҙ булған икән, Батырҙың балағына килеп йәбеште. Н. Ғәйетбаев. [Насир] Бәйһеҙ эт абалап сыҡҡанға, ҡапҡаны асырға ҡыймай туҡтап ҡалды, эт тә тышҡа ынтылмай, эс яҡтан ярһып өрә.
3. Ураҡсин.
7. күсм. Әҙәп, тәртиптә йәки эш, ҡылыҡта сикте, саманы белмәгән. □ Необузданный. Бәйһеҙ кеше. ■ [Һөнәрсенең] уйсан күҙҙәрендә ҡанатлы дәрт, бәйһеҙ сәм түгел, ә тәрән моң, әйтелмәгән зар ята. 3. Биишева. [Гөбәй] Маһинурҙы нисек тә һындырырға ҡырталашып, үҙенең яратыу ын, асылында иһә бәйһеҙ нәфсеһен бар нәмәнән өҫтөн
ҡуйып, баланың барлығын-юҡлығын иҫәпкә лә алмай торғайны. Ә. Хәкимов.
БӘЙҺЕҘЛӘНЕҮ (бәйһеҙлән-) (Р: становиться необузданным; И.: become ungovernable; T: dizginsiz olmak) ҡ.
Әҙәп, тәртиптә саманан, сиктән сығыу; шашыу. □ Становиться необузданным. Бәйһеҙләнеп китеү.
БӘЙӘ и. диал. ҡар. хаҡ II. ■ [Кунаҡҡол ҡарт] үҙенең бәйәһен төшөрмәҫкә тырыша. К. Мәргән. Китап, һиңә бәйә биреп булмай, һис төшөрмәм һине мин ҡулдан. М. Хәй.
БӘЙӘЛЕ с. диал. ҡар. хаҡлы III. Бәйәле китап. Бәйәле кейем. Бәйәле тауар.
БӘЙӘН ИТЕҮ (бәйән ит-) [ғәр. ûW’ J** ‘аңлатма’] (Р.: излагать; И.: set forth; expound; communicate; T: beyan etmek) ҡ.
Белдереү, һөйләп биреү, аңлатыу. □ Излагать, рассказать, объяснять, разъяснять. ■ Өсөнсө ырыу исеме булыр ҡыпсаҡ, белерһегеҙ, бәйән итеп яҙып ҡуйһаҡ. «Күҫәкбей». [Ғатаулла ҡарт] кешеләрҙең ғүмер буйына ергә туймай, зар-интизар йәшәүҙәре, аҙаҡ нисек итеп бәхетле тормош ҡороп ебә-реүҙәре тураһында бәйән итә. Р. Солтангәрәев. Күңелдәрҙе яҡты һағышҡа сорнаусы, ғүмерлек мөхәббәт тураһында бәйән итеүсе был йыр йәшенә лә, ҡартына ла берҙәй оҡшай. «Башҡортостан ҡыҙы», № 9, 2010.
БӘЙӘН ҠЫЛЫУ (бәйән ҡыл-) ҡ. ҡар. бәйән итеү. ■ Өфөлә булған ваҡиғаларҙы бик ныҡ борослап, оҙон иттереп бәйән ҡыл әле. С. Ҡудаш.
БӘК (бәге) [боронғо төрки бәг ‘хужа’] и. иҫк. ҡар. бей. Ишмөхәмәт бәк.
БӘКАРӘ [ғәр. SjlSj] и. ҡар. ҡыҙлыҡ.
БӘКЕ (Р.: складной ножик; И.: jack-knife; T.: sustalı) и.
Япмалы бәләкәй бысаҡ. □ Складной ножик. Ике йәпле бәке. Сәс бәкеһе. Бәке менән ҡырыу. Асмалы бәке. Еҙнә бәкеһе. ■ Туғанов .. һәр ваҡыт кеҫәһендә йөрөтә торған әллә нисә асмалы бәкеһе менән консерваны асырға тотондо. Ә. Вәли. [Шафиҡтың] күптәнән бәке теймәгән һаҡал-мыйығы тырпайҙы. Я. Хамматов, һөйәк һаплы, ике йәп
503