БЭЛЕ
ҡорос башаҡ, бәлдәгәндә тайшанып ҡырын китһәң, һиңә хурлыҡ. Ҡобайырҙан.
БӘЛЕ (Р.: соответствие; И.: correspondence; equivalence; T: uygunluk) и. иҫк.
1. Нимәгәлер торош иткән, ҡиммәтен ҡайтарырлыҡ булған күләм. □ Соответствие, равнозначность. Эшенә бәлехаҡы. ■ [Этҡол:] Һин уларҙы ашат, эсер, шуның бәленә улар эшләмәһен дәме әллә? Ғ. Дәүләтшин.
2. с. мәғ. Хаҡы, ҡиммәте һ. б. яғынан нимәгәлер тиң; торошло. □ Равносильный, равноценный. Бер уҙе бишәугә бәле. Минең этем атҡа бәле. ■ Эте һарыҡҡа бәле. М. Ҡулаев.
БӘЛЕШ I (Р: большой пирог с начинкой; И.: (large) meat pie; T.: börek) и.
1. Таба йәки тимергә йәйелгән ҡамыр эсенә ниндәйҙер ризыҡ һалып, ҡамыр менән өҫтөн ҡаплап бешергән ашамлыҡ. □ Большой пирог с начинкой, выпекаемый на противне (начинка кладётся между двумя слоями). Ваҡ бәлеш. Еләк бәлеше. Балан бәлеше. Ит бәлеше. Ҡабаҡ бәлеше. Бәлеш ҡапҡасы. Бәлеш төбө. Бәлеш тышы. ■ Сәлимә мейестән әле генә сыҡҡан бәлеште табаһы менән кутәреп килтерҙе. С. Агиш. Сәрбиямал сәхәргә ит бәлештәре, майлы ҡоймаҡтар, ҡаймаҡлы сәйҙәр әҙерләй. 3. Биишева. Бына туралған ит һалып бешерелгән кәбеҫтә бәлеше, ни тиклем генә тырыштырһам да, һинеке кеуек тәмле килеп сыҡмай. Г. Ғиззәтуллина. Бәҙри.. Гөлбәҙәр борослап-һуғанлап бешергән бәлештәрҙе ашарға ярата. Д. Исламов.
2. кусм. Булдыҡһыҙ, йомшаҡ кеше. □ Размазня (о человеке). ■ [Аллабирҙе — Арыҫланға:] Милиция кешегә улай бәлеш булырға ярамай, туған. Ш. Бикҡол.
3. Йола ашы. □ Обрядовое блюдо, выполняющее проецирующую функцию. Бәпәй бәлеше. Килен бәлеше.
♦ Бәлеш ауыҙ 1) илаҡ кешегә ҡарата әйтелә. П Плакса, нюня; 2) булдыҡһыҙ, йомшаҡ кешегә ҡарата әйтелә. □ Ротозей, разиня.
БӘЛЕШ II (Р: ба; И.: oh! (really); Т: уа) ымл.
Ҡапыл аптырағанда әйтелә. □ Ба (слово, выражающее недоумение). Бәлеш, килеп тә еттеңме? ■ [Барый:] Беләһеңме, Самат Кәлиевич кем ул? Директор! [Гөлзада:] Бәлеш! Ш. Насыров.
БӘЛЕШ ҠАПҠАСЫ (Р: верхний слой пирога; И.: the upper layer; T: böreğin üst katmanı) и.
Бәлештең өҫкө яғы. □ Верхний слой пирога. Бәлеш ҡапҡасын телеп алыу.
БӘЛЕШЛӘНЕҮ (бәлешлән-) ҡ. ҡар. бәлшәйеү 1. Ирене бәлешләнгән.
БӘЛЕШ ТӨБӨ (Р: нижний сочень пирога; И.: lower dribbling; T.: böreğin altı) и.
Бәлештең аҫҡы яғы. □ Нижний сочень пирога. Бәлеш төбө ашау.
♦ Бәлеш төбө көтөү ашыҡмай ғына, иң артта йөрөү. □ Не торопясь, идти сзади, позади, ждать свою долю.
БӘЛЖЕРӘҮ (бәлжерә-) ҡ. диал. ҡар. бәлйерәү. Эҫегә бәлжерәу.
БӘЛЖЕҮ (бәлже-) (Р.: распустить губы; И.: get ready to grab; T.: dudakları büzmek) ҡ. диал.
1. Ауыҙ бәлшәйтеү. □ Распустить губы. Бәлжеп упкәләу.
2. Быжыу. □ Увядать. Картуф бәлжегән.
БӘЛЖӘЙЕҮ (бәлжәй-) (Р: плакать, скривив губы; И.: weep, whimper; T.: dudakları büzerek ağlamak, ağlama) ҡ. диал.
һытылып илап барыу. □ Плакать, скривив губы. Бәлжәйергә әҙер генә тораһың.
БӘЛЖӘЛӘҮ (бәлжәлә-) (Р: наложить шину; И.: splint; T.: cebirye almak) ҡ. диал.
Һынған ағзаны бәйләп ҡуйыу; талыҡлау.
□ Наложить шину. Аяҡты бәлжәләп ҡуйыу.
БӘЛЗӘМ [рус. бальзам < гр. balsamon] (Р: бальзам; И.: balm; T.: pelesenk yağı) и.
1. Ҡайһы бер үҫемлектәрҙең ыҫмалаһы һәм эфир майы булған хуш еҫле ҡуйы һуты (айырым төрҙәре техникала, медицинала ҡулланыла). □ Бальзам (смолистый сок). Бәлзәм ағасы.
506