Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II. 508 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II

БӘЛКЕМ
Бәлк-бәлк итеү, бәлк-бәлк килеү. □ Лишаться устойчивости, терять равновесие, шататься. Бәлкелдеген сығыу. ■ Бер уҫмер колхоз идараһына аяҡтары бәлкелдәп килеп ин[де]. Й. Солтанов.
БӘЛКЕМ инш. диал. ҡар. бәлки II. ■ Зәйнәп, уҡыусылар, бәлкем, минән һинең уткә-неңде һорарҙар. Ғ. Сәләм. Тәуҙәрәк Тәзкирә, Мансаф, бәлкем, аҡылға ултырыр, улын һағыныр, тип өмөт иткәйне. Ә. Вәли.
БӘЛКИ I [ғәр. (Р.: а; И.: yet; on the contrary; T.: belki) терк.
Ҡара-ҡаршы ҡуйылып, баш һөйләмгә асыҡлыҡ йәки өҫтәмә индергән эйәрсән һөйләмде теркәй. □ А (противительный союз). Ел туҡтамай, бәлки көсәйә генә бара.
БӘЛКИ II (Р.: может быть; И.: probably; T: belki) инш.
1. Уй, фараздың бик үк ышаныс менән әйтелмәгәнен белдерә. □ Может быть, возможно, вероятно, пожалуй. ■ Ҡайғырма ла, дуҫҡай, ай, ҡайғырма, бәлки, рәхәт көндәр курерһең. Халыҡ йырынан. Кем белә, бәлки, Ниязғолдоң берәй ярҙамы тейеп ҡуйыуы бар. Һ. Дәүләтшина. [Һәнәрсе — Өйрәнсеккә:] Әйҙә бергәләп эҙләнәйек, бәлки, бығаса бер кем дә эшләй белмәгән көршәктәр яһарбыҙ, — тигән. 3. Биишева.
2. Кәңәш, өндәүҙең бик үк ҡәтғи әйтелмәгәнен белдерә. □ Может быть, возможно, вероятно, пожалуй, һәнәрһеҙ ҡыйын бит, бәлки, берәй ергә уҡырға инерһең, ә?
■ Сәйҙел, Зәйнәп! Әйҙә киттек шунда, бәлки, йырҙы ҡабат башларбыҙ. Ғ. Сәләм. Ысынлап та, әсәй булған кешеләргә ҡыҙҙары тураһында тәрәнерәк, нығыраҡ уйларға, .. уларҙы ҡәҙерһеҙгә ҡалыуҙан һаҡларға кәрәктер, бәлки?! 3. Биишева.
3. Һорауҙы йомшартыу өсөн ҡулланыла. □ Может быть (употребляется для смягчения вопроса). Бәлки, һинең ҡайтҡың килер? ■ Ахыр ул [һәнәрсе] Өйрәнсеккә тағы өмөтлө ҡараш ташлаған: «Бәлки, өйрәнеп ҡарарһың? Айыу балаһы ла өйрәнә». 3. Биишева.
БӘЛЛЕҮ и. диал. ҡар. сәңгелдәк 1.
■ Ҡәмәрҙең (шулай ине ҡыҙ) бәллеуе булған
тулҡын, диңгеҙ ярһыу куңел биргән, һәм ҡояш биргән ялҡын. М. Кәрим.
БӘЛЛИ-БӘҮ (Р: баюшки-баю; И.: bye baby!; T.: ninni) ымл.
Сабый баланы көйләп йоҡлатҡанда әйтелә; әүәй. □ Баюшки-баю, баю-баюшки-баю. ■ Йоҡла, бәғерем, йом куҙеңде, әлли-бәлли, бәлли-бәу. М. Харис.
БӘЛЛҮР [фарс.-ғәр. jjk] (Р: хрусталь; И.: cut glass, crystal; T.: billur) и.
Гәлсәр. □ Хрусталь. Бәллур һауыт.
БӘЛЛҮР ТАШ (Р: слюда; И.: mica; Т.: mika) и. мин.
1. Тауҙа була торған йылтыр таш; йылтырған. □ Слюда. Бәллур таш табыу. Бәллур таш эҙләу. Бәллур таш осратыу.
2. ҡар. гәлсәр.
БӘЛЛӘ (Р: название родового подразделения башкир; И.: name of a Bashkir clanal subdivision; T: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Бөрйән ырыуы аймағы. □ Бэлле (название родового подразделения башкир бурзян-цев). Бәллә аймағы башҡорто.
БӘЛЛӘҮЕР I [фарс.-ғәр. jjk] (Р: хрусталь; И.: cut glass, crystal; T: billur) и. иҫк.
1. Үҙенә бер төрлө итеп эшләнгән юғары сифатлы саф быяла; гәлсәр. □ Хрусталь. Бәлләуерҙән эшләнгән һауыт.
2. Бәллүр таш ҡырлы-ҡырлы булып кристаллашҡан үтә күренмәле тау тоҡомо; йылтырған. □ Слюда. Бәлләуер табыу.
БӘЛЛӘҮЕР II (Р: хрустальный; И.: crystal; T.: billur) с. иҫк.
Бәлләүерҙән (I) эшләнгән. □ Хрустальный. Бәлләуер ваза. Бәлләуер һауыт.
БӘЛМӘН и. диал. ҡар. билмән. Бәлмән бешереу.
БӘЛСӘНI и. диал. ҡар. дегәнәк 1. Бәлсән орлоғо.
БӘЛСӘН II и. диал. ҡар. ләйсән. Бәлсән ямғыры.
БӘЛТЕК (Р: маленький; И.: small; little; T.: küçük) с. диал.
Бәләкәй. □ Маленький. Бәлтек кенә кеше. Шишмәгә бәлтек кенә улаҡ ҡуйғандар.
508