Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II. 509 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II

БӘЛӘ
БӘЛТЕРӘК (бәлтерәге) (Р.: трусливый; И.: coward; T.: korkak) с. диал.
Ҡурҡаҡ. □ Трусливый, трусиха. Бәлтерәк кеше.
БӘЛТЕРӘҮ (бәлтерә-) ҡ. диал.
1. ҡар. бәлйерәү. Эҫегә бәлтерәп төшөү. ■ Бында урман ҡырҡыу сыларҙан тыш әле мыйыҡ та сыҡмаған, ҡыҙыҡ күреү өсөн генә килгән үҫмерҙәр ҙә, бәлтерәп бөткән, таяҡ таянып, бөксәйеп, бишмәт сабыуҙарының итәген ергә һөйрәлтеп атлаусы ҡарттар ҙа байтаҡ ине. Н. Мусин.
2. Маташыу, мәшәҡәтләнеү. □ Возиться, заботиться, хлопотать. Балалар менән бәлтерәү.
3. Ҡалтырау. □ Дрожать. Ҡурҡыуҙан бәлтерәп төшөү.
4. ҡар. интегеү. Ауыр эштән бәлтерәү.
БӘЛТӘ [рус. < фр.paletot] (Р: пальто; И.: (over) coat; T: manto) и. һөйл.
Оҙон сабыулы, күлдәк, костюм һ. б. өҫтөнән кейә торған йылы кейем. □ Пальто. Йоҡа бәлтә. Ҡышҡы бәлтә. Ҡаракүл яғалы бәлтә. Бәлтә кейеү.
БӘЛТӘКӘ и. диал. ҡар. босҡаҡ 1. Бәлтәкәле саңғы.
БӘЛҮӘ (Р: блюдце; И.: saucer; T.: fincan tabağı) и. диал.
Сынаяҡ аҫты. □ Блюдце. Бәлүәнән сәй эсеү.
БӘЛҮӘН и. һөйл. ҡар. бәһлеүән. Бәлүән-дәр көрәше.
БӘЛ ҺАЛЫУ (бәл һал-) ҡ. ҡар. бәләү 2.
БӘЛШӘЙЕҮ (бәлшәй-) (Р: деформироваться; И.: become deformed; T: biçimsizleşmek) ҡ.
1. Үҙ рәүешен юғалтып, йәйелеп китеү; йәмшәйеү. □ Деформироваться. Ауыҙы бәлшәйгән. Бәлшәйеп төшкән.
2. күсм. мыҫҡ. Иларға итеп ауыҙҙы боҙоу. □ Кривить губы. Ирен бәлшәйеү. Бер һүҙ әйтер хәл юҡ, бәлшәйеп бара.
БӘЛШӘЙТЕҮ (бәлшәйт-) [төрки] (Р: деформировать; И.: flatten (one’s lips); rumple; T.: biçimsizleştirmek) ҡ.
Рәүешен боҙоп, йәйеү. □ Деформировать. Иренде бәлшәйтеү. Эшләпәне бәлшәйтеү.
■ һылыу ҡортҡа .. ауыҙын бәлшәйтеп, иламһырап ҡуйғандай булды. Т. Йәнәби.
БӘЛӘ [ғәр. ‘бәлә’] (Р: беда; И.: misfortune; T.: bela) и.
1. Тормош именлеген боҙған ауыр, ҡайғылы хәл-ваҡиға. □ Беда. Бәләгә осрау (тарыу, эләгеү). Башҡа бәлә алыу. Башҡа бәлә төшөү. Бәләнән ҡотолоу. Бәлә килтереү.
■ [Булат:] Әсәйем әйтә, был интегеүҙәр һуғыш бәләһе., ти. К. Кинйәбулатова. Тик торғанда бер бәләһе булыр, тип Әтәсҡол ҡурҡҡан да, Төлкөгә Тауыҡты биргән дә ебәргән, ти. Әкиәттән. • Бәлә — аяҡ аҫтында. Әйтем. Бәлә — баш өҫтөндә, ҡаза — ҡаш аҫтында. Әйтем.
2. Йән көйҙөрөрлөк, мәшәҡәт килтерерлек эш-хәл. □ Беда, неприятность. Бәлә сығарыу. ■ [Әбей — ҡыҙҙарына:] Ах, һеҙ, өйөрлө хәсрәт. Башыма бәлә булдығыҙ бит. Әкиәттән. Яҡуп һәр бер бойороҡто теүәл үтәргә тырышты. Тик инде өйрәнеп бөттөм тигәндә генә, көтөлмәгән бәлә килеп сыҡты. М. Кәрим.
3. Именлек, тыныслыҡты боҙған ығы-зығы, шау-шыу. □ Неурядица. Бәлә ҡуптарыу.
4. Ҡемгәлер тағылған ғәйеп. □ Клевета, наговор, напраслина. Нахаҡ бәлә. Бәлә яғыу. ■ Ҡыҙылтеш .. бөтә бәләне бүтәндәргә ауҙарып, үҙен аҡларға маташты. Ә. Бик-чәнтәев.
5. миф. Эт ҡиәфәтендәге яман көс, бәлә.
□ Беда, злой дух в облике собаки. • Бәлә ағас башынан йөрөмәй, кеше башынан йөрөй. Әйтем.
♦ Аҡ эттен, бәләһе ҡара эткә ғәйепте ғәйепленән ғәйепһеҙгә ауҙарғанда әйтелә.
□ Валить с больной головы на здоровую. Аяҡлы бәлә йыш ҡына ҡыйынлыҡ, мәшәҡәт килтергән, имгәк кешегә ҡарата әйтелә.
□ Обуза. Башҡа бәлә алыу үҙ иркең менән мәшәҡәтле эшкә тотоноу. □ Нажить беду. Башҡа бәлә төшөү мәшәҡәтле эш-хәлгә тарыу. □ Беда свалилась. Бына бәлә берәй ҡыйын хәлгә төшкәндә әйтелә. □ Вот беда.
■ [Саҡай:] Бына бәлә! Ике йөҙ бот иген етешмәй бит. Б. Бикбай. Бәлә(һе)нән баш-
509