Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II. 510 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II

БӘЛӘГӘ ҠАЛЫУ
аяҡ бәләнән алыҫ булған яҡшы тигән мәғәнәлә әйтелә. □ От греха подальше; берегись бед пока их нет. ■ [Сәйҙел — улына:] Эй, балам, берук уҙеңде һаҡла инде. Бәләнән баш-аяҡ... Я. Хамматов. Ахыр, Аҙнағол килмәҫ була. Бер йыл утә. Аҙнағол куренмәй. «Бәләһенән баш-аяҡ», — тип ҡыуана Юламан ҡарт. 3. Биишева. Мең (йәки ҡырҡ) бәлә менән бик ҙур ҡыйынлыҡ менән. □ С большим трудом. ■ Мең бәлә менән Лапашты заводына барып еттек. М. Ғафури. Эт бәләһе менән бик ҙур ҡыйынлыҡ менән. □ С горем пополам. Эт бәләһе менән ҡайтып етеу.
БӘЛӘГӘ ҠАЛЫУ (бәләгә ҡал-) (Р.: попасть в беду; И.: get into trouble; T.: belaya düşmek) ҡ.
Ауыр хәлгә төшөү, ҡазаға дусар булыу.
□ Попасть в беду. Бәләгә ҡалғандарға ярҙам итеу.
БӘЛӘГӘ ОСРАУ (бәләгә осра-) (Р.: попасть в беду; И.: come to grief; T.: belaya düşmek) ҡ.
Ауыр хәлгә төшөү, ҡазаға дусар булыу. □ Попасть в беду. Көтмәгәндә ҙур бәләгә осраны Сәлим.
БӘЛӘГӘ ТАРЫУ (бәләгә тары-) (Р: попасть в беду; И.: run into trouble; T.: belaya düşmek) ҡ.
Ауыр хәлгә төшөү, ҡазаға дусар булыу.
□ Попасть в беду. Бәләгә тарып, аптырап ҡалыу.
БӘЛӘД [ғәр. А>] (Р: город; И.: town; country; T.: şehir) и. иҫк.
1. Ҡала. □ Город, страна. Бәләдкә килеу.
2. Ил, әлкә. □ Страна, область. Бәләдтәр араһындағы бәйләнеш.
БӘЛӘДИ [ғәр. £-^4 (Р: городской; И.: urban; T.: beledi) с. иҫк.
1. Ҡалаға мөнәсәбәтле. □ Городской. Бәләди ҡанун.
2. Илгә, әлкәгә мөнәсәбәтле. □ Государственный, областной. Бәләди сер. Бәләди ҡоролош.
БӘЛӘКI (бәләге) [рус. валёк] (Р: валёк; И.: battledore; T.: çamaşır tokacı) и.
Кер туҡмағы. □ Валёк. Бәләк менән кер туҡмау.
БӘЛӘК II (бәләге) и. диал. ҡар. тараҡан. Бәләктәрҙе ағыулау.
БӘЛӘК III (бәләге) и. диал. ҡар. бәкәл I. Бәләк быуыны.
БӘЛӘК IV (Р: плохой; И.: bad; arduous; T.: bozuk) с. диал.
1. Насар, ауыр. □ Плохой, трудный. Бәләк хәл.
2. Бойоҡ, меҫкен; йонсоу. □ Измученный. Бәләк кеше.
БӘЛӘК V (Р: опасно; И.: dangerously; Т.: tehlikeli) р. диал.
1. Хәүефле. □ Опасно. Хәл бәләк бит!
2. Бик. □ Очень. Бәләк шәп.
БӘЛӘКЛӘҮ (бәләклә-) (Р: бить вальком; И.: soften with a battledore; T.: çamaşır tokmağı ile yumuşatmak) ҡ. диал.
Бәләк менән һуғып йомшартыу. □ Бить вальком. Керҙе бәләкләп йыуыу.
БӘЛӘКӘЙ I [балаҡай < бала ‘кескенә’] (Р: маленький; И.: small; little; T.: küçük) с.
1. Дәүмәле, күләме яғынан ҙур булмаған; бәләкәс; киреһе — ҙур. □ Маленький, небольшой. Бәләкәй ағаслыҡ. Бәләкәй булмә. Бәләкәй йылға. Бәләкәй китап. Бәләкәй итеп яһау. ■ Был саҡта Гәрәй аңына килеп, элекке уҙ өйөнөң бәләкәй яғында уфтанып ултыра, ә Шәуәли өҙлөкһөҙ илай ине. Б. Бикбай.
2. Буйға, кәүҙәгә ҙур булмаған. □ Невысокий. Бәләкәй кәуҙәле кеше. ■ Гәлимдең куҙ алдынан бәләкәй, ҡаҡса кәуҙәле әсәһе китмәй. Н. Мусин.
3. Һан яғынан ҙур булмаған; әҙ. □ Небольшой, маленький. Бәләкәй төркөм. ■ Фатир яҡшы, таҙа, ғаиләһе бәләкәй, ике генә ҡыҙы бар. Д. Юлтый. Йәш ғалим Марат Әлимғолов Урал тауҙары ҡуйынында ятҡан бәләкәй генә бер ауылға килеп төштө.
3. Ураҡсин.
4. Оҙонлоҡ яғынан ҙур булмаған; ҡыҫҡа. □ Небольшой. Бәләкәй аҙым.
5. Йәш яғынан ҙур булмаған, кесе йәштәге. □ Маленький, малый, малолетний. Бәләкәй малай. Бәләкәй ҡыҙ. Йәшкә бәләкәй. Бәләкәй булыу. Бәләкәйҙән эшкә өй-рәнеу. ■ Ике бәләкәй бала кискә тиклем илап, ҡараңғы төшкәс кенә, йоҡлап китте.
510