Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II. 511 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II

БӘЛӘКӘЙЛӘНЕҮ
һ. Дәүләтшина. Йүгереп йөрөгән бәләкәй малайҙар тубыҡҡаса күлдәк кейгәндәр. Ғ. Амантай.
6. Йәш яғынан икенсе берәүгә ҡарағанда кесе. □ Младший. Бәләкәй ҡайнаға. Бәләкәй апай. • Олоһо күрмәй, бәләкәйе белмәй. Әйтем.
7. күсм. Еңел генә башҡарырға мөмкин булған; анһат. □ Лёгкий. ■ Эш бик бәләкәй нәмәлә ҡалды: ятаҡханаға ҡайтырға ла институт нәмәләрен тапшырып, станцияға төшөргә. С. Агиш.
8. күсм. Әһәмиәте яғынан ҙур булмаған.
□ Малый, маленький. Бәләкәй төҙәтмә. Бәләкәй мәсьәлә. ■ [Сәғиҙә:] Бәләкәйме, ҙурмы, һәр яңылыҡтың башланғысын тоя белергә кәрәк. М. Тажи.
9. Ҡиммәте яғынан ҙур булмаған.
□ Мелкий, некрупный, недорогой. Бәләкәй аҡса. Бәләкәй генә бүләк.
10. күсм. Урыны, дәрәжәһе яғынан кесе.
□ Младший. ■ Таҙ .. бәләкәйерәк һанатты саҡыртты ла: «Хәҙер үк минең атайым менән әсәйемде .. алып кил!» — тип бойорҙо, ти. Әкиәттән.
БӘЛӘКӘЙ II (Р.: малыш; И.: baby, infant; T.: bebek) и.
Бала, бәпес. □ Малыш, дитя, ребёнок. ■ [Ғәффә:] Бәләкәйҙәремдең яңы башлы-күҙле булғандарын күреп торам, ниңә ҡартайырға? С. Агиш.
БӘЛӘКӘЙ III (Р.: немного; И.: a little; Т.: biraz)р.
Бер ни тиклем, әҙ генә. □ Немного, маленько. ■ Бәләкәй ҡуҙғалыбыраҡ, кеше төҫлө, аяҡты ҡапылыраҡ алып атлаһаңсы. Т. Хәйбуллин.
БӘЛӘКӘЙ IV (Р.: чекушка; И.: quarterlitre bottle (of spirits); T.: çeyrek) и. һөйл.
250 грамм шыйыҡлыҡ һыйышлы шешә; сәкүшкә. □ Чекушка. ■ [Тәминдәр] бер бәләкәйҙең етеп килгән башына. Ә. Вәли.
БӘЛӘКӘЙ АҠ СЕЛӘН (Р.: цапля малая; И.: lesser heron; T: küçük balıkçıl) и. зоол.
Ваҡ балыҡтар менән туҡланыусы аҡ ҡауырһынлы һыу ҡошо. □ Цапля малая (лат. Egretta garzetta). Бәләкәй аҡ селән балаһы.
БӘЛӘКӘЙ КҮЛ БОҒАҺЫ (Р: выпь малая; ЧИ.: lesser bittern; T: küçük balaban) и. зоол.
Европаның үҙәгендә һәм көньяғында йәшәүсе ҡош. □ Выпь малая, волчок (лат. Ixobrychus minutus). Бәләкәй күл боғаһы оса.
БӘЛӘКӘЙ ҠАРАБАШ (Р: кровохлёбка маленькая; И.: burnet; T.: küçük meşine) и. бот.
Роза сәскәлеләр ғаиләһенә ингән, сәскәһе тәүҙә йәшкелт, аҙаҡ ҡыҙғылт төҫкә инеүсе күп йыллыҡ дарыу үләненең бер төрө.
□ Кровохлёбка маленькая (лат. Sanguisorba). Бәләкәй ҡарабаш йыйыу.
БӘЛӘКӘЙ ҠАРЫН (Р: сетка; И.: reticulum; T.: ağcık) и. анат.
Көйшәүсе имсәкле хайуандарҙың ҡатмарлы ашҡаҙандарында икенсе бүлек; оло ҡарындағы аҙыҡ бында килә һәм көйшәү өсөн кире ауыҙға сығарыла. □ Сетка. Аҙыҡ бәләкәй ҡарындан кире ауыҙға килә.
БӘЛӘКӘЙ ҠАРЫНЪЯУ (Р: сальник малый; И.: epiploon; T: küçük bez) и. анат.
Бауырҙан ашҡаҙандың бәләкәй бөгөмөнә бара торған ҡарынъяу. □ Сальник малый. Бәләкәй ҡарынъяу эшмәкәрлеге.
БӘЛӘКӘЙ ҠУШЫ (Р: луток; И : smew; T: sütlâbi) и. зоол.
Сөсө һыу ятҡылыҡтарында йәшәүсе бөжәктәр, ҡуңыҙҙар менән туҡланыусы аҡ-һыл-сыбар ҡауырһынлы һыу ҡошо. □ Луток, крохаль малый (лат. Mergellus albellus). Бәләкәй ҡушы ҡауырһындары.
БӘЛӘКӘЙЛЕК (бәләкәйлеге) (Р: малость; И.: smallness; scantiness; T.: küçük) и.
1. Бәләкәй булыу. □ Малость, мизерность. Бүлмәнең бәләкәйлеге күренеп тора.
2. Бәләкәй буй. □ Малый рост. Бәләкәй-лектән кәштәгә буй етмәй.
БӘЛӘКӘЙЛӘНЕҮ (бәләкәйлән-) (Р: уменьшаться; И.: lessen; T.: azalmak) ҡ.
Бәләкәйгә (I, 1—4) әйләнеү; бәләкәсәйеү.
□ Уменьшаться. ■ Зәбирә еңгә Хәмиткә ҡарағанда нығыраҡ ҡартайған. Кәүҙәһе лә бәләкәйләнә төшкән. С. Агиш.
511