Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II. 512 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II

БӘЛӘКӘЙЛӘТЕҮ
БӘЛӘКӘЙЛӘТЕҮ (бәләкәйләт-) (Р.: уменьшать; И.: diminish, make smaller; T.: azaltmak) ҡ.
Бәләкәйгә (I) әйләндереү, бәләкәй (I) итеү; бәләкәсәйтеү. □ Уменьшать, делать маленьким (в объёме, размере). Кулдэкте бэлэ-кәйләтеу. Өҫтәлде бәләкәйләтеу. Бал ҡорто ғаиләләренең ояларын бөтә кәрәҙҙәр ҙә ҡорт менән тулғанға тиклем бәләкәйләтәләр.
БӘЛӘКӘЙЛӘҮ (бәләкәйлә-) ҡ. диал. ҡар. бәләкәсәйтеү. Кулдәкте бәләкәйләу.
БӘЛӘКӘЙ СЫБАР ТУМЫРТҠА и. зоол. ҡар. ваҡ ала тумыртҡа. Бәләкәй сыбар тумыртҡа ағасҡа ҡунған.
БӘЛӘКӘЙ СЫПҠАЙ (Р: поганка малая; И.: dabchick; T.: küçük batağan) и. зоол.
Сыпҡайҙар ғаиләһенә ҡараған, йәйен ҡара көрән, ҡышын һоро төҫтәге бәләкәй һыу ҡошо. □ Поганка малая (лат. Podiceps ruficollis). Һыуҙа бәләкәй сыпҡайҙар йөҙә.
БӘЛӘКӘЙ ТЕЛ (Р: язычок; И.: uvula; Т.: küçük dil) и. анат.
Йомшаҡ аңҡауҙың артҡы сигендә урынлашҡан урта суҡ. □ Язычок. Бәләкәй тел ҡатнашлығы.
♦ Бәләкәй телгә лә теймәү бик аҙ булыу (ашамлыҡҡа ҡарата). □ Очень мало (о пище, угощении).
БӘЛӘКӘЙ ТОРНА (Р: журавль малый; И.: lesser crane; T.: küçük turna) и. зоол.
Үҫемлектәр һәм бөжәктәр менән туҡланыусы башы һәм муйыны ҡара, ҡанаттары күкһел һоро төҫтәге дала һәм сүлдәрҙә йәшәүсе ҡош. □ Журавль малый, красавка (лат. Anthropoides virgo). Бәләкәй торналар оса.
БӘЛӘКӘЙ УРАМ (Р: двор; И.: court; yard; T.: hane) и. диал.
Ишек алды. □ Двор. Балалар бәләкәй урамда уйнап йөрөй.
БӘЛӘКӘС I (Р: маленький; И.: small; little; T.: küçük) с.
1. Дәүмәле, күләме, кәүҙәһе ҙур булмаған; бәләкәй; киреһе — ҙур. □ Маленький, небольшой. Бәләкәс өй. Бәләкәс ишек. Бәләкәс итеп ҡырҡыу. Бәләкәс кенә кеше. ■ Ғәйни ағай менән Хәсби апай, бәләкәс кенә туры бейәне егеп, баҫыу юлы менән .. йунәлде. Т. Йәнәби.
Бәләкәс кенә аҡ ҡуян, ҡолағында ҡараһы. Халыҡ йырынан. Бер сәғәт самаһы абына-һөрлөгә атлағас, бәләкәс кенә аҡлан табып, шунда туҡтарға булдылар. Ә. Хәкимов. • Аяғы ҙур һыйғанын кейер, аяғы бәләкәс һөйгәнен кейер. Мәҡәл.
2. Һан яғынан ҙур булмаған; әҙ. □ Малочисленный. Бәләкәс кенә мәжлес. Бәләкәс ауыл.
3. Оҙонлоҡ яғынан ҙур түгел; ҡыҫҡа. □ Маленький, небольшой, короткий. Бәләкәс кенә таяҡ.
4. Йәш яғынан ҙур булмаған; кесе йәштәге. □ Маленький, малый, малолетний. Бәләкәс бала. ■ [Мәғфурә] ҡырға сыҡҡанда Диләһен дә алып сыға, бәләкәс булһа ла иптәш бит әле, тип уйлай. һ. Дәүләтшина. Ул әсәһен, бәләкәс сағындағы һымаҡ, ысын ихласлыҡ менән татлы итеп упте. Б. Бикбай.
5. Йәш буйынса икенсе берәүгә ҡарағанда кесе; бәләкәй. □ Младший. Бәләкәс апай. ■ [Зәбирә:] Бәләкәс ҡыҙым быйыл унынсыны бөтөрә. С. Агиш.
6. кусм. Еңел генә башҡарырға мөмкин булған; анһат. □ Незначительный, ничтожный; небольшой, маленький, лёгкий. Бәләкәс эш. Кешегә кәңәш биреу бәләкәс нәмә тугел.
7. кусм. Әһәмиәте ҙур булмаған. □ Незначительный, ничтожный; небольшой, маленький. Бәләкәс мәсьәлә. ■ Икһеҙ-сикһеҙ оло диңгеҙгә нимә етмәй? Ниңә ул Юламан ҡарттың бәләкәс кенә бәхетен дә купһенде?!
3. Биишева.
8. кусм. Урыны, дәрәжәһе яғынан ҙур булмаған. □ Незначительный, ничтожный; небольшой, маленький. Бәләкәс кеше.
БӘЛӘКӘС II (Р: малыш; И.: small child, kiddy; T.: bebek) и.
Бәләкәй бала, бәпес. □ Малыш, дитя, ребёнок. Бәләкәсем минең.
БӘЛӘКӘС III (P: немного; И.: a little, a bit; T.: biraz) р.
Бер ни тиклем, әҙ генә. □ прост. Немного, маленько. Бәләкәс ял итеп алыу. ■ Һеҙҙән килгән елгә битем ҡуям, һағыныуҙарым бәләкәс баҫһын тип. Халыҡ йырынан. Ҡай
512