Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II. 513 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II

БӘЛӘХӘТЛӘҮ
ҙалыр сырылдап алған ҡоштар ғына шул тыныслыҡты бәләкәс кенә итеп семетеп алалар. С. Агиш.
БӘЛӘКӘСЛӘНЕҮ (бәләкәслән-) ҡ. ҡар. бәләкәсәйеү. Әбей олоғайып бәләкәсләнеп ҡалған.
БӘЛӘКӘСӘЙЕҮ (бәләкәсәй-) (Р.: уменьшаться; И.: shrink; T.: küçülmek) ҡ.
Бәләкәскә әйләнеү. □ Уменьшаться, садиться. Быйма аяҡҡа һыймай, бәләкәсәйгән. ■ Хатта тау итәгендәге эре-эре һарыҡташтар, ел-ямғырҙа, ҡояшта онталып, бәләкәсәйеп ҡалғандай. Ә. Хәкимов.
БӘЛӘКӘСӘЙТЕҮ (бәләкәсәйт-) (Р.: уменьшать; И.: reduce; T.: küçültmek) ҡ.
Бәләкәскә әйләндереү; бәләкәс итеү. □ Уменьшать (в объёме, размере). Бүлмәне бәләкәсәйтеү. Күлдәкте бәләкәсәйтеү.
БӘЛӘ-ҠАЗА (Р.: бедствие; И.: calamity, misfortune; T.: felaket) и. йыйн.
Тормош именлеген боҙған, мал-мөлкәткә, һаулыҡ-сәләмәтлеккә зыян килтергән ауыр хәл-ваҡиға. □ Бедствие, несчастье, беда. Бәлә-ҡазаға тарыу. Бәлә-ҡазаны еңеп сығыу. ■ [Буранша:] Аһ, ниңә кешегә шундай бәлә-ҡаза, ҡайғы-хәсрәт килерен алдан тойоу һәләте бирелмәгән?!. Ә. Хәкимов.
БӘЛӘ-ҠАЗАҺЫҘ (Р.: благополучно; И.: nicely; happily; T: başarılı)/?.
Имен-аман. □ Благополучно, без приключений. Ҡышты бәлә-ҡазаһыҙ үткәрҙек.
БӘЛӘ ҠАМЫТЫ (Р: обуза; И.: burden; T.: ağırlık; sorumluluk) и.
1. Мәшәҡәт, ҡыйынлыҡ килтергән эш йәки берәй кеше. □ Обуза. Был бәлә ҡамытының мәшәҡәте менән йәй ҙә үтеп бара.
2. миф. Ышаныуҙар буйынса, кешенең муйынына бәлә эйәһе кейҙергән ҡамыт. □ доел. Хомут беды, которую, по представлениям башкир, дух беды надевает человеку на шею. ■ Бәлә ҡамыты кеше муйынына тағылһа, кеше бәләгә тарый. Башҡорт мифологияһынан.
БӘЛӘЛЕ (Р: бедственный; И.: calamitous; ill-starred; T: feci) с.
1. Аҙап, мәшәҡәт килтерә торған. □ Бедственный, злополучный. Бәләле көн. ■ Биш
балаға торорлоҡ, бәләле ҡыҙ Әнисә. К. Кинйәбулатова.
2. Ғауғасыл. □ Скандальный. Бәләле кеше. Бәләле булыу.
БӘЛӘЛӘНЕҮ (бәләлән-) (Р.: скандалить; И.: brawl, make a row; T.: kavga etmek) ҡ.
Юҡ-барҙы бәлә итеп, ғауғалау; бәлә һалыу. □ Скандалить. Бушҡа бәләләнеп йөрөү.
БӘЛӘН киҫ. һөйл. ҡар. фәлән. Бәлән кеше шунда тип йүгерҙеләр.
БӘЛӘНД [фарс. jib] (Р: высокий; И.: high; T: yüksek) с. иҫк. кит.
1. Бейек, юғары. □ Высокий. Бәләнд бина.
■ Күп ине мосолманға назарығыҙ, көн һайын бәләнд майҙан баҙарығыҙ. М. Аҡмулла.
2. Бөйөк, оло. □ Великий. Бәләнд кеше.
■ Вә ләкин күңелдәре бәләнд ирҙәр һәр кемде хурлауға бар, маҡтауға юҡ. М. Аҡмулла.
БӘЛӘСЕЛ (Р: скандальный; И.: scandalous; T: kavgacı) с.
Юҡ-барҙы бәлә итеп, оло тауыш ҡуп-тарыусан. □ Скандальный. Бәләсел кеше.
■ [Гөлшат — бәрәскә:] Әй, һин бәләсел! Ниңә баҡыраһың? Һине юрый йәшерергә тырышам, ә һин тауыш бирәһең. С. Мифтахов.
БӘЛӘСНИК с. диал. ҡар. бәләсел. Һин бигерәк бәләсник кеше икән.
БӘЛӘҮ (бәлә-) (Р: приравнивать; И.: equate (with); T.: eşitlemek) ҡ. иҫк.
1. Хаҡы, ҡиммәте яғынан сағыштырып тиңләү, тиң ҡуйыу. □ Приравнивать что к чему (по стоимости), оценивать на равных. Бер йомғаҡ майға бәләп, бер күнәк картуф бирҙем.
2. Биләп ҡуйғанды күрһәтеп, билдә һалыу. □ Отмечать, помечать знаком, поставить колышек. Сабынлыҡты бәләп ҡуйыу.
БӘЛӘҮЛЕ (Р: отмеченный; И.: marked (with); T.: işaretli) с. иҫк.
Билдә ҡуйып, бәләп, алдан биләп ҡуйылған. □ Отмеченный, помеченный знаком. Бәләүле ер.
БӘЛӘХӘТЛӘҮ (бәләхәтлә-) ҡ. диал. ҡар. яфалау. Кейәү һәйбәт, яман һүҙе юҡ, бәләхәтләмәй.
513