Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II. 514 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II

БӘЛӘ ҺАЛЫУ
БӘЛӘ ҺАЛЫУ (бәлә һал-) (Р.: взывать о помощи, притворившись попавшим в беду; И.: call for help; T.: yardım istemek) ҡ.
1. Юҡ-барҙы бәлә итеп, оло тауыш күтәреү. □ Взывать о помощи, притворившись попавшим в беду. ■ Ямғыр туҡтауһыҙ йыуған тәҙрә аша урам буйлап ҡайтыусы һыйыр, һарыҡ-кәзә көтөүе күренде. Уларҙың бәлә һалып баҡырған тауышы ишетелде. Н. Ғәйетбаев.
2. Берәй нәмәнең ауырлығын башҡа кешегә төшөрөү. □ Возлагать свои хлопоты на другого человека. Бәләңде һалма әле миңә. ■ Аяғын, ҡулын йәрәхәтләһә лә яҡындарына бәләһен һалмай малай. «Шоңҡар», №7, 2010.
БӘЛӘ ЯБЫУ (бәлә яп-) ҡ. ҡар. бәлә яғыу. Юҡтан бәлә япма миңә.
БӘЛӘ ЯҒЫУ (бәлә яҡ-) (Р.: возводить поклёп; И.: slander; T.: karalamak) ҡ.
Хурлау, яманлау; булмаған ғәйепте тағыу. □ Возводить поклёп. ■ [Абдуллиндың] бөтә эше кешегә бәлә яғыу, нахаҡтан кеше рәнйетеү. Я. Хамматов.
БӘМБӘКӘ и. бот. диал. ҡар. бәпембә 1. Бәм-бәм бәмбәкә, һары тәкә, күк тәкә.
БӘН зат. а. иҫк. ҡар. мин.
БЭНД I [фарс. (Р: связь; И.: connection; link; T.: bağlantı) и.
Бәйләнеш. □ Связь. Бәнд булдырыу.
БЭНД II [фарс. А>| (Р: завязка; И.: tie; Т.: bağ) и.
Бәйләгес, бәй. □ Завязка, привязь. Бэнд менән бәйләп ҡуйыу.
БЭНД III [фарс, (R; припев; И.: refrain; T.: nakarat) и.
Шиғырҙа һәр куплеттан һуң ҡабатланған юл; ҡушымта. □ Припев. Шиғырҙың бәнден ятлап алыу.
БӘНДӘ [фарс. *ûb] (Р: раб; И.: slave; Т.: kul) и. иҫк.
1. Ҡол. □ Раб, слуга. ■ Ғүмер үтте булып бәндәгә бәндә. М. Ғафури. [Батша:] һин ниндәй бәндә? [Бай:] Мин, батшам, бәндә түгел, бөтә илгә билдәле фәлән бай булам. Әкиәттән.
2. (йәки Алла бәндәһе) Алла ҡоло, кеше.
□ Раб божий. Изге бәндә. ■ [Рәхимә:] Аллаһы
Тәғәлә үҙенең иң яратҡан бәндәһенә хәсрәт ебәрермен тигән. Һ. Дәүләтшина. Бәлки, Зөлҡәғиҙә әйткәнсә, бәндәнең хаҡ яҙғанын күрмәйенсә сараһы юҡтыр? Ә. Хәкимов. • Бәндәгә ай ҙа килешмәй, ҡояш та килешмәй. Әйтем. Ҡайғыһыҙ бәндә ҡара һыуға һимерә. Әйтем.
3. кәмһ. Кеше, әҙәм, инсан. □ Человечишка, человечек. Алйот бәндә. Рәхимһеҙ бәндә. Яуыз бәндә. ■ [Бибинур:] Кешелекле кешенән ҡасып, һинең кеүек йөрәге мүкләнгән бәндәгә юлыҡҡанмын. Д. Бүләков.
4. миф. Аллаһ тарафынан үҙенә оҡшатып яһалған йән эйәһе. □ Существо, созданное Аллахом по своему подобию.
♦ Мин бәндәгеҙ түбәнселек менән һөйләгәндә «мин» тиәһе урында әйтелә. □ Ваш покорный слуга. Мин бәндәгеҙ һеҙгә ҡулдан килгәнсә ярҙам күрһәтергә әҙер.
БӘНДӘСЕЛЕК (бәндәселеге) (Р: быть человеком; И.: human condition; T.: adam olmak) и.
Кеше булыу. □ Быть человеком. Бәндә-селек арҡаһында ҡылған гонаһтарымды ярлыҡа, тип ялбара Аллаһыға.
БӘНИ [ғәр. и. ҡар. бине. Бәни, тыңлағыҙ.
БӘНИ БӘШӘР (Р.: люди; И.: people; folk; T.: insanlar) и. иҫк.
Кешеләр, әҙәмдәр. □ Люди.
БӘНИ ИНСАН (йәки бәни әҙәм) (Р: люди; И.: people, humans; T.: insanlar) и. иҫк.
Әҙәмдәр. □ Люди. ■ Был булыр иң ахырғы, иң ҡаты ҙур жиһат. Булыр һәм бәйнәлмиләл бәни инсан азат. Халыҡ йырынан.
БӘНИ ИСРАИЛ [ғәр. У?] (Р: сыны Израилевы (евреи); И.: Hebrews; T.: Yahudiler) и. иҫк.
Йәһүдтәр. □ Евреи (сыны Израилевы). Бәни исраил ғаиләһе.
БӘПЕЛДӘК (бәпелдәге) и. диал. ҡар. бәпембә 1. Бәпелдәк мамығы.
БӘПЕЛДӘТЕҮ (бәпелдәт-) (Р: убаюкивать; И.: lull while patting; T.: uyutmak) ҡ.
1. Ҡул менән ҡағып, көйләп йоҡлатыу (баланы). □ Убаюкивать похлопывая (ребёнка). Баланы бәпелдәтеү. ■ Кем бәпел
514