Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II. 518 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II

БӘРБӘР ҒӘРӘПТӘРЕ
БӘРБӘР ҒӘРӘПТӘРЕ и. ҡар. бәрбәр I. БӘРГЕЛӘНЕҮ (бәргелән-) ҡ.
1. төш. ҡар. бәргеләү, страд, от бәргеләү. Бәргеләнгән таш.
2. Уңлы-Һуллы һуғылыу. □ Метаться. Һаташып бәргеләнеу. ■ Тәзкирә .. ҡуҙғала алмай байтаҡ торҙо. Шунан бәргеләнә башланы. Ә. Вәли.
БӘРГЕЛӘҮ (бәргелә-) (Р.: бросаться; И.: throw, shy; T.: atmak) ҡ.
1. Туҡтауһыҙ, ҡабат-ҡабат бәреү. □ Бросаться, кидаться чем. Бәргеләп бөтөу. Таш менән бәргеләу.
2. ҡар. бәргесләү 2. Таш бәргесләу.
БӘРГЕСЛӘҮ (бәргеслә-) (Р.: бросаться;
И.: fling; T: atmak) ҡ.
1. Кемгә йәки нимәгәлер тоҫҡап бер нисә тапҡыр бәреү. □ Бросаться, кидаться чем. Таш менән бәргесләу. Бәргесләп бөтөу.
2. Уңлы-Һуллы һуғыу. □ Бить. Бәргесләп алыу.
БӘРД [ғәр. и. иҫк. ҡар. һыуыҡ II. Бәрд төштө.
БӘРҘЕ (Р: хариус; И.: grayling; T: gölge balığı) и.
Тау йылғаларында һәм күлдәрендә йәшәүсе, ите бик юғары сифатлы булып, ҡармаҡ һ. б. менән тотола, ҙурлығы 30—50 сантиметрҙан артмай торған, һөмбаштар ғаиләһенә ҡараған сөсө һыу балығы. □ Хариус (лат. Thymallus). Аҡ бәрҙе. Кук бәрҙе. Ҡара бәрҙе. Бәрҙе ҡармағы. ■ Бәрҙе бик сос балыҡ, һаҡ ҡына йөрөмәһәң, тотормон тимә. Ф. Иҫәнғолов. Ҡыяла торғас, бер заман дөбөр-шатыр кук кукрәне лә ҡойоп ямғыр яуырға кереште, малайҙарҙың әлеге бәрҙе ҡайғыһы китте. Н. Мусин.
БӘРҘЕКӘС и. диал. ҡар. бәрсәк I. Ҡармаҡҡа бәрҙекәс эләкте.
БӘРҘЕРЕҮ (бәрҙер ) ҡ. йөкм. ҡар. бәреү, понуд. от бәреү. Аяҡты бәрҙереу.
БӘРҘЕСӘК (бәрҙесәге) и. диал. ҡар. бәрсәк I. Бәрҙесәк тотоу.
БӘРҘӘК (Р: озорной; И.: mischievous; Т: yaramaz) с. диал.
Шаян. □ Озорной. Бәрҙәк кенә малайҙары бар.
БӘРЕЙ [фарс. csjj] ] (Р: бес; И.: evil spirit; T: şeytan) и.
1. миф. Кешене аҙҙыра торған, сихырға һәләтле яман мифик зат. □ Бес, нечистая сила. ■ Бәрей осраған кеше ғәҙәттә ауырый. Уны өшкөрөп йунәлтәләр. Башҡорт мифологияһынан.
2. кусм. Тәртипһеҙ, еңмеш балаға һәм уҫал, сарға ҡатын-ҡыҙға әрләп әйтелә. □ Бес, дьявол (о непослушном, капризном ребёнке, злой, скандальной женщине). Был бәрей бик тиҙ ҡыҙып китә.
♦ Бәрей алмаштырған 1) бик ҡыҙыу, ныҡ дыуамал кешегә әйтелә. □ Подменённый нечистой силой (о вспыльчивом, пылком, взбалмошном человеке); 2) миф. бала йәмһеҙ, ҡотһоҙ, илаҡ булғанда әйтәләр. □ Подменыш, подменённый нечистой силой (говорят о ребёнке, который стал плаксивым). ■ Бәрей алмаштырған бала йәмһеҙ, ҡотһоҙ була. Башҡорт мифологияһынан. Бәрейе(м) һөймәй берәй нәмәне йәки кешене ныҡ яратмағанда әйтелә. □ Недолюбливать, презирать кого. ■ Бәрейем һөймәй шул һыпатһыҙ быжырҙы, — тине Фатима эстән. — Ҡыҫылмаған ере юҡ, йөрөй эшем эйәһендәй булып, һөмһөҙ. Ж. Кейекбаев. Бәрей арбаһына ултырған тотанаҡһыҙ кеше. □ Несдержанный человек. Бәрейе ҡуҙғалыу ҡыҙып китеү, ныҡ туҙыныу, енләнеү. □ Беситься, неистовствовать, доел. Его бес тронулся.
БӘРЕЙ БАЛАҺЫ (Р.: подменыш; И.: imp; T: perilerin değiştirdiği çocuk) и. миф.
Бәрей алмаштырған бала. □ Подменыш; бесёнок. ■ Бәрей балаһының эсе ҙур, аяҡ-ҡулдары нәҙек кенә була. Экспедиция материалдарынан.
БӘРЕЙ КҮБӘЛӘГЕ и. диал. ҡар. шайтан күбәләге. Өйгә бәрей кубәләктәре осоп инә.
БӘРЕЙ ҠЫУЫУ (бәрей ҡыу-) (Р.: изгнание злых духов; И.: curing through evil spirits exorcizing; T.: şeytanı kovmak) и. миф.
Яуыз көстәрҙе ҡыуыу юлы менән дауалау. □ Изгнание злых духов (способ лечения).
БӘРЕЛГӘН и. миф. ҡар. сарпыу II.
Бәрелгән ҡағылыу.
518