БӘРЕП ҠУЙЫУ
БӘРЕЛЕҮ (бәрел-) (Р.: ударяться; И.: strike (against); T.: çarpmak) ҡ.
1. Көс менән барып йәки килеп һуғылыу.
□ Ударяться, стукаться. Туп ҡапҡаға бәрелде. Ҡәмә ташҡа бәрелде. ■ Дағалы тояҡтарҙан ырғыған ҡар киҫәктәре Алтынбайҙың битенә, тушенә тап-топ бәрелә, куҙен асырға ла ирек бирмәй. 3. Ураҡсин. Мәскәй, бот-сат килеп, стенаға барып бәрелгән. Әкиәттән. Төлкөсура, булмәнән сығып, өлкән ишеккә йунәлгәйне, әрбәк-һәрбәк тар коридорҙа аңғармаҫтан кемгәлер бәрелде. Н. Мусин. Ҡурҡынған Гөлбаныу, артҡа сигенә барып, ағасҡа бәрелде, унан ҡото алынып, килгән яғына, ауылға табан йугерҙе. Т. Ғарипова. Януар тәуҙә ҡайҙалыр осоп китте, куҙ асып йомған арала, зыр әйләнеп, һырты менән ергә килеп бәрелде. Ә. Хәкимов.
2. һауа менән килеп ҡағылыу. □ Ударять, бить. Дым бәрелә. Еҫ бәрелә. Эҫе бәрелә. Ялҡын бәрелә. ■ Мылтыҡ тауышы, тау-таш, урманға бәрелеп, яңғырап китте. Т. Хәйбуллин. Яҡшы ашатылған ат кундәм генә юртып бара, сана шығырлаған тауыш ҡына ҡолаҡҡа бәрелә.3. Ураҡсин. Яңыкөндөң тәуге нурҙары башта Ҡылыс аръяғындағы бейек текә ҡаяға килеп бәрелә. М. Кәрим. Бөтә ерҙә яҙ нуры, яҙ еҫе, ҡолаҡтарға әллә ниндәй моңдар килеп бәрелгәндәй тойола. Н. Мусин. Хәбир бабайҙың йөҙөнә һалҡын ел бәрелде. 3. Хисмәтуллин.
3. кусм. Кешегә тел, һүҙ менән ҡағылыу.
□ Обращаться, держать себя с кем каким-л. образом. Ҡешегә ҡаты бәрелеу. ■ [Ҡул батшаһы] егеткә бер ҙә ҡаты бәрелмәҫкә, куңе-лен табырға булды, ти. Әкиәттән.
4. миф. Ҡайғы һәм босолоуҙарҙан ауырып китеү. □ Заболеть от горя и переживаний. доел. Столкнуться с духом болезни; мифологизированное действие.
♦ Ары һуғылып, бире бәрелеү ни эшләргә белмәй ҡаңғырып йөрөү. □ Метаться, не находить себе места. ■ Закир, сығынсы ат һымаҡ урһәләнеп, кире сигенә, ары һуғыла, бире бәрелә йәки баш бирмәй бөтөнләй ситкә тартып алып китә. 3. Биишева. Ҡотлоғужа асыуынан бишкә ярыла
яҙҙы: ары һуғылды, бире бәрелде, урынлы-урынһыҙға аҡырҙы, екерҙе. Н. Мусин. Кемгә барып бәрелергә белмәү кемдән кәңәш, ярҙам һорарға белмәй аптырағанды белдерә.
□ Не знать, куда деваться, к кому обратиться; метаться, не находить себе места. ■ [Илъяс] кемгә барып бәрелергә, ҡайғыһын кем менән уртаҡлашырға белмәй яфаланды. Ғ. Ибраһимов. Күҙгә бәрелеү ҡарағанда иғтибарҙы йәлеп итеү. □ Бросаться в глаза. Ҡайҙа барып бәрелергә белмәү сара, толҡа тапмай аптырағанды белдерә. □ Не знать, куда деваться. ■ Көн оҙон нисек ваҡыт уткәрергә, ҡайҙа барып бәрелергә белмәйем. Ә. Бикчәнтәев. Ҡаты бәрелеү (ҡағылыу) кешегә ауыр һүҙ әйтеү, тупаҫ мөғәмәлә итеү.
□ Обращаться грубо.
БӘРЕЛЕШ (Р.: столкновение; И.: clash, collision; T.: çarpışma) и.
1. Ҡара-ҡаршы төкәлеш. □ Столкновение. Йылы һауа ағымы менән һалҡын ағым бәрелеше. Ҡаршы килгән ағымдарҙың бәрелеше арҡаһында өйөрмә барлыҡҡа килә.
2. Ике арала килеп сыҡҡан талаш, тартыш. □ Небольшая ссора, стычка, перебранка. Ҡурше менән бәрелеш. ■ Асатай Ныязғол менән булған бәрелешен һөйләне. Һ. Дәүләтшина.
3. Ҡара-ҡаршы осрашҡан ҡораллы һуғыш. □ Схватка, стычка, столкновение. Ҡораллы бәрелеш. Ике аралағы киҫкен көрәш. Синфи бәрелештәр.
БӘРЕЛЕШЕҮ (бәрелеш ) ҡ.
1. урт. ҡар. бәрелеү 1. взаимн. от бәрелеү 1. Ике малай йугереп килеп бәрелеште.
2. Икәү-ара талаш, тартыш ҡуптарыу.
□ Ссориться, скандалить. Бәрелешеп алыу.
3. Ҡара-ҡаршы килеп һуғышыу. □ Сражаться, воевать. Дошмандар менән бәре-лешеу. ■ Алғы ғәскәр бәрелешеп буталды, һуғыш аттарының әсе кешнәуҙәре, һөңгөләрҙең, ҡылыстарҙың ҡалҡандарға бәрелеп сыңлауы туҙан болото өҫтөнә ҡалҡып яңғырап торҙо. 3. Ураҡсин.
БӘРЕП ҠУЙЫУ (бәреп куй-, куя) (Р.: выкидывать; И.: throw, cast, fling; T: atmak) ҡ.
519