Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II. 520 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II

БӘРЕҮ
Ташлау. □ Выкидывать, выбрасывать. Китаптарҙы бәреп ҡуйыу.
БӘРЕҮ (бәр-) [төрки] (Р.: бросать; И.: throw, cast, fling; T: atmak) ҡ.
1. Ҡулға тотоп ситкә йәки тоҫҡап ырғытыу. □ Бросать, кидать. Таш бәреу. Атып бәреу. Кутәреп бәреу. ■ Урал дейеуҙе йән асыуы менән атып бәрҙе, ти. «Урал батыр». Тамсың атып, ташты бәреу менән таштан һиңә юлдар ярылмаҫ. Д. Юлтый.
2. Һауа менән килеп ҡағылыу. □ Ударять, бить. Еҫ бәреу. Йылы бәреу. ■ Йылы бәрә. Юрғандың әллә ҡайһы еренән һыуыҡ бәргәндәй булды. С. Агиш. Талғын ғына өргән елбәҙәк ел.. сәскә еҫтәрен ҡыуып, биткә бәрә. Т. Хәйбуллин.
3. кусм. Нимәгәлер (баш, йөрәк һ. б.) ныҡ тәьҫир итеү. □ Ударить (в голову, сердце). Ҡайғылы хәбәр йөрәгенә бәрҙе. ■ Аҡландарҙың ҡымыҙы ай-һай уҫал, йотомонан бәрә мейегә. Р. Бикбаев.
4. Берәй нәмәгә ҡуша килтереп һуғыу.
□ Ударять, бить. Ағын һыу һалдың ҡойроғон ташҡа бәрҙе.
5. Тәнде, аяҡ-ҡулды абайламаҫтан бер нәмәгә һуғыу; төкөү. □ Ударять, бить. Башты бәреу. Ҡулбашты бәреу. ■ Ул [Яҡуп], һөрлөгөп китеп, тубығын ҡарағай тамырына бәрҙе. М. Кәрим. Атайым, ыуаланып килеп, урта ишеккә маңлайын бәреп алды. Г. Ғиззәтуллина.
6. Кешене ныҡ итеп һуғыу, ҡолатыу.
□ Ударять, ушибать. Бәреп йығыу. Бәреп осороу. ■ Буҙ толпар һаҡсыларҙы бәреп йыҡты ла сығып сапты, ти. Әкиәттән.
7. кусм. Ата торған ҡорал менән зыянлау; атыу. □ Поражать. ■ Беҙҙекеләр нимес-тәрҙең самолёттарын берәм-берәм бәреп төшөрә башлаған. М. Тажи. Тәҙрә аша башына атабыҙ тип, һул ҡулбашына бәргәндәр. Ә. Вәли.
8. Ниҙеңдер эсенән тышҡа тибеү, тышҡа атылыу. □ Бить, пробиться (об источнике, роднике и т. д.). Бәреп сығыу. Таш аҫтынан шишмә бәреп ята. ■ Инде ниндәйҙер иҫ киткес тылсымлы көс Өммөгөлсөмдө усаҡ алдынан бәреп сығарҙы. 3. Биишева. Маңлайына
тир бәреп сыҡҡан, биттәре алһыуланған Зөһрә юлда арҡыры ятҡан бурәнәгә барып тотондо. Н. Мусин.
9. кусм. Күңел эсенән тышҡа тибеп, ҡылыҡ, ҡиәфәттә сағылыу. □ Бить, пробиться. Биткә бәреп сыҡҡан ҡыҙыллыҡ. ■ Егеттең [Иштуғандың] илһамлы яҡты куҙҙәре алыҫ кук тауҙарға төбәлгән, дәрт бәреп торған баҙыҡ, йәш йөҙөндә бәхет нуры уйнай. 3. Биишева. Әллә көн буйы кисергәндәре, яман шеш һымаҡ тулышып, тышҡа бәреп сыҡты, әллә уҙенең көсһөҙлөгөнән йәне әрнеп китте — Рамаҙандың тамағына әсе төйөр килеп тығылды, битен ҡайнар куҙ йәштәре көйҙөрөп алды. Ә. Хәкимов.
10. кусм. һөйл. Ныҡ, ҡәтғи, тура итеп әйтеү. □ Сказать прямо в глаза, в лицо кому. ■ — Улар .. иҫән булһа, һиңә силсәуиттә ултырырға тура килмәҫ ине, — тип бәрҙе теге кеше. И. Ғиззәтуллин.
♦ Башты ташҡа бәреп булмай сараһыҙлыҡты белдереү өсөн әйтелә. □ Голову о камень не ударишь (о бесысходности положения ). ■ [Уҡытыусы:] Ҡыҙғаныс та бит, ни эшләйһең инде, башты ташҡа бәреп булмай. 3. Биишева. Бәреп инеү ҡаршылыҡты еңеп, ҙур ҡыҙыулыҡ, тиҙлек менән килеп инеү. □ Ворваться куда, во что. Өйгә бәреп инеу. ■ Ауылға ҡапыл бәреп инһәк, аҡтар араһында паника ҡуптарыр инек. Б. Хәсән. Йөрәктәргә бәреп инһен йырым. 3. Биишева. Бәреп сығып китеү ҙур тиҙлек менән ситкә йүгереү йәки сабыу. □ Выскочить, выбежать, броситься вон. Бәреп әйтеү ныҡ, тура, ҡаты итеп әйтеү. □ Сказать что-л. прямо в глаза, в лицо кому. ■ Йыйылыш һайын Фа-зылетдин Әхмәтханды тәнҡитләп һөйләр, уғрылығын йөҙөнә бәреп әйтер ине. Р. Камал. • Бәреп әйткәндең ғәйебе юҡ. Әйтем.
БӘРЕШЕҮ (бәреш-) ҡ.
1. урт. ҡар. бәреү 1. взаимн. от бәреү 1. Туп бәрешеу. Таш менән бәрешеу.
2. диал. Ни менәндер кешегә бәргеләү. □ Кидаться (чем-то на кого-то). ■ [Салих:] Һин ниңә таш менән бәрешәһең? X. Мохтар.
520