Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II. 522 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II

БӘРХӘТ ҮЛӘН
гөл. □ Бегония (лат. Begonia). Бәрхәт гөл уҫтереу.
БӘРХӘТ ҮЛӘН (Р.: бархатцы; И.: (African, annual) marigold; T.: kadife çiçeği) u. бот.
Ябай һәм бәрхәт кеүек йомшаҡ һары, ҡыҙғылт һары, көрән сәскә атыусы баҡса үҫемлеге. □ Бархатцы, бархотки (лат. Tage-tes). Бәрхәт улән сәсеу.
БӘРЫҠ [ғәр. □>] (Р.: молния; И.: (thunder) storm, lightning; T.: berk) и. иҫк.
Йәшен. □ Молния, гроза. Бәрыҡлы ямғыр.
БӘРЫС [ғәр. (Р: проказа; И.: leprosy; T.: cüzam) и.
Тән ағзалары өлөш-өлөш сереп төшә торған яман ауырыу; махау. □ Проказа. Бәрыс ауырыуы.
БӘРӘБӘРI [фарс. (Р: одинаковый; И.: equal; Т.: аут) с.
Үҙ-ара тиң, тигеҙ. □ Одинаковый, равный. Бәрәбәр куреу. Ауырлығы бәрәбәр таштар. ■ Ялғанлыҡ һәм уғрылыҡ хөкөмдә бәрәбәрҙер. М. Өмөтбаев. Рөстәмгә уҙ һынына бәрәбәр башҡаларҙан өҫтөн булыу килешеп тора. Ф. Иҫәнғолов. Етмеш һәнәр, етмеш аҡыл талап итмә һин минән, мин бәрәбәр япраҡтарҙы ҡағып уткән ел менән М. Кәрим.
БӘРӘБӘР II [фарс. (Р.: эквивалент; И.: equivalent; T.: eçit) и.
Нимәгәлер тиң булған күләм, сифат. □ Эквивалент . ■ Ошо хеҙмәт бәрәбәренә улар миңә көнөнә бер-ике мәртәбә сәй эсерәләр, аш ашаталар. М. Ғафури.
♦ Шуның менән бәрәбәр шул уҡ ваҡытта, шуның менән бергә. □ Вместе с тем, в то же время.
БӘРӘБӘР КҮРЕҮ (бәрәбәр күр ) (Р: почитать за равного; И.: equate (with); T.: eşit görmek) ҡ.
Тиң күреү, бер тигеҙ күреү. □ Почитать за равного кого; приравнять к кому-чему.
БӘРӘД [ғәр. (Р: град; И.: hail; Т: dolu) и. иҫк.
Күктән яуған боҙ; борсаҡ. □ Град. Бәрәд яуыу.
БӘРӘЙ I и. диал. ҡар. бәрәңге. Бәрәй бешереу. Бәрәй ҡаҙыу.
БӘРӘЙ II (Р: ба; И.: oh! yes; T: vay) ымл. диал.
Ғәжәпләнеүҙе белдергән һүҙ. □ Ба (междометие, выражающее удивление). Бәрәй, атаһы Ишморат бит.
БӘРӘК (Р: ба; И.: oh! really; T: vay) ымл.
Аптырағанда, ғәжәпләнгәндә әйтелә.
□ Ба (междометие, выражающее удивление). Бәрәк, һин дә бындамы? ■ Бәрәк, был бит бисә кеше, яулығы ялпылдап килә. Т. Килмөхәмәтов.
♦ Аңра бәрәк әрләп, мыҫҡыллап әйтелә.
□ Глупец. Эй, аңра бәрәк, шуны ла белмәй.
БӘРӘКАЛЛА [ғәр. (Р: ба! славно!; И.: well; T: iyi, güzel) ымл.
Алланың рәхмәте төшһөн (хуплау, шөкөр итеуҙе белдергәндә әйтелә). □ Ба! Славно! (междометие, выражающее одобрение, восхищение, похвалу). ■ Һаумы, Камали ағай? — Бәрәкалла, уҙегеҙ нисек тораһығыҙ? Ғ. Хәйри. Бәракалла, егет, ғәйрәтеңә, тар-мар килә дошман яуҙары. М. Ғафури. [Кәзә Мәзин:] Һай, бәрәкалла, бәрәкалла, ни, Закир ҡустым, йомартлыҡ тигән нәмә пәйғәмбәрҙәрҙән ҡалған ғәҙәт ул. 3. Биишева.
БӘРӘКӘЙ и. диал. ҡар. бәрәс I. Һарыҡ бәрәкәйе. Кәзә бәрәкәйе.
БӘРӘКӘС ымл. ҡар. бәрәк. Бәрәкәс, улым, төн уртаһында ҡайҙа бараһың?
БӘРӘКӘТ I [ғәр. *£>] (Р: изобилие; И.: abundance; T: bereket) и.
1. Тормош, көнкүрештәге матди муллыҡ, иркенлек, ҡот. □ Изобилие, обилие, благополучие, благодать. Бәрәкәт килтереу. Йортҡа бәрәкәт.
2. Күпкә етә, файҙа бирә торған сифат; ҡәҙер, файҙа. □ Выгода, польза. Бәрәкәтен куреу. Бәрәкәте булһын. ■ Куйсәле, — тигән ул [Язар ҡарт], — малды һанаһаң, бәрәкәте ҡаса ла ул. Б. Бикбай. • Бәрәшән ҡулда бәрәкәт юҡ. Мәҡәл. Хәрәкәттә — бәрәкәт. Әйтем.
БӘРӘКӘТП (Р: ба; И.: oh!; T: vay) ымл.
Аптырағанда әйтелә. □ Ба (междометие, выражающее удивление). Бәрәкәт, ки
522