Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II. 523 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II

БӘРӘНҠАП
леп тә еттецме? ■ [Бәҙекәй әбей:] Бәрәкәт, индермәйҙәр ҙәһә! С. Агиш.
БӘРӘКӘТЕН ЕБӘРЕҮ (бәрәкәтен ебәр-) (Р.: лишать благополучия; И.: deprive of charm; T.: bereketini kaçırmak) ҡ.
Ҡәҙер-ҡотон, йәмен юҡҡа сығарыу.
□ Лишать благополучия, прелести. ■ Шулар инде ер һатып, йортто талап бәрәкәтте ебәргәндәр илегеҙҙән. Д. Юлтый.
БӘРӘКӘТЕН ҠАСЫРЫУ (бәрәкәтен ҡасыр-) ҡ. ҡар. бәрәкәтен ебәреү. Әйберҙең бәрәкәтен ҡасырып, ниңә бысраҡҡа бәреп ҡуйҙың?
БӘРӘКӘТЛЕ (Р.: благодатный; И.: beneficial; T: bereketli) с.
1. Муллығы, именлеге менән яҡшы; ҡотло. □ Благодатный. Бәрәкәтле тупраҡ. Бәрәкәтле ямғырҙар. ■ Эй, Уралым, бәрәкәтле төйәк! Рәхмәт яуһын һиңә халҡыңдан, яралғанһың аҫыл таштарҙан һин, яралғанһың тотош алтындан.
2. Бөтмәй, оҙаҡҡа етә торған. □ Экономный, выгодный; экономичный. Бәрәкәтле булыу. Аҙыҡты бәрәкәтле тотоноу. Бәрәкәтле яғыулыҡ. ■ Бикмырҙа ағайҙың өйө йылы, өҫтө таҙа, тапҡаны бәрәкәтле булды. Ф. Иҫәнғолов. Бик бәрәкәтле булды был варенье. Ҡунаҡтар алдына ла мул-мул итеп ҡуябыҙ, үҙебеҙҙең өҫтәлдән дә өҙөлмәй, үҙе һис кәмемәй. М. Садиҡова.
БӘРӘКӘТҺЕҘ (Р: неэкономный; И.: uneconomical; T.: idaresiz, bereketsiz) с.
Самалаған ваҡытҡа етмәй, тиҙ бөткән.
□ Неэкономный, невыгодный. Бәрәкәтһеҙ булыу. Аҡсаны бәрәкәтһеҙ тотоноу. ■ [Ниғмәтулла:] Бер бот он алғанға әле бер аҙна ла юҡ. Шул бөттөмө?.. Ниңә бик бәрәкәтһеҙ булды? М. Ғафури.
БӘРӘКӘТҺЕҘЛӘНЕҮ (бәрәкәтһеҙлән-) ҡ. төш. ҡар. бәрәкәтһеҙләү, страд, от бәрәкәтһеҙләү. Кейемдәре бәрәкәтһеҙләнеп бысраҡта аунап ята.
БӘРӘКӘТҺЕҘЛӘҮ (бәрәкәтһеҙлә-) (Р: тратить неэкономно; И.: waste (away); T.: tutumsuz olmak) ҡ.
Бәрәкәтен, ҡотон ебәреү; ҡәҙерһеҙләү.
□ Тратить, расходовать неэкономно. Аҡсаны
бәрәкәтһеҙләү. Аҙыҡты бәрәкәтһеҙләү.
■ [Мортаев — Шәмсиәгә:] Ҡара инде, ә! Аш бәрәкәтһеҙләп, кемде һыйлап сығарған?! С. Сәйетов.
БӘРӘМЕС I и. диал. ҡар. бесәй табаны.
БӘРӘМЕС II (Р: неважно; И.: not very well; T.: önemli değil) р. диал.
Мөшкөл, насар, шәптән түгел. □ Неважно. Үҙ хәлем бәрәмес, кешелә эшем юҡ.
БӘРӘМӘС I (Р: ватрушка; И.: curd tart; T: peynirli pasta) и.
Ауыҙын асыҡ итеп бешергән эремсек йәки бәрәңге бәлеше. □ Ватрушка. Картуф бәрәмәсе. Ҡыҙыл эремсек бәрәмәсе.
БӘРӘМӘС II (Р: ба; И.: you don’t say!; T: vay) ымл. диал.
Аптырағанда, ғәжәпләнгәндә әйтелә. □ Ба; ну, надо же! (междометие, выражающее удивление). Бәрәмәс, уйламай әйттем.
БӘРӘМӘТ [рус. перемёт] (Р: перемёт;
И.: seine; T: serpme) и.
Эре ҡармаҡ теҙеп, һыуға арҡыры тартҡан бау; еле. □ Перемёт. Бәрәмәт ҡуйыу. Кисеүҙән өҫтәрәк бәрәмәт һалғандар.
БӘРӘН I (Р: коза или овца; И.: sheep, ewe (sometimes) goat; T: keçi, koyun) и.
Имеп туҡтағандан һуң тәүге бәрәсләгәнгә тиклемге кәзә, һарыҡ. □ Коза или овца (до первого окота). Бәрән кәзә. Бәрән һарыҡ. Бәрән йөнө. Бәрән тиреһе.
БӘРӘН II и. диал. ҡар. орғасы. Бәрән һарыҡ.
БӘРӘН III (Р: мерлушковый; И.: lambskin; T: kuzu derisi) с. мәғ.
Бәрән (I) тиреһенән тегелгән. □ Мерлушковый, овечий. Бәрән тун. Бәрән бүрек.
БӘРӘН ЙӨНӨ (Р: поярок; И.: lamb’s wool felt; T: koyun yünü) u.
Бәрән һарыҡтың йөнө. □ Поярок. Бәрән йөнөнән бәйләнгән бейәләй.
БӘРӘН ҠАБЫ и. диал. ҡар. бәрәнкап.
Бәрән ҡабынан тун тегеү.
БӘРӘНҠАП (бәрәнҡабы) (Р: ягнячья шкура; И.: lamb skin; T: kuzu derisi) и. диал.
Яңы тыуған бәрәс тиреһе; күрпә. □ Ягнячья шкура. Бәрәнҡаптан тегелгән тун.
523