БӘРӘНЛӘТЕҮ
БӘРӘН Л ӘТЕҮ (бәрәнләт-) ҡ. йөкм. ҡар. бәрәнләү. понуд. от бәрәнләү. Һарыҡты бәрәнләтеу.
БӘРӘНЛӘҮ (бәрәнлә-) ҡ. диал. ҡар. бәрәсләү, һарыҡ бәрәнләне.
БӘРӘН ТУН (Р.: мерлушковая шуба; И.: lambskin fur coat; T.: kuzu derisinden kürk) и.
Бәрән тиреһенән тегелгән тун. □ Мерлушковая шуба, овечья шуба.
БӘРӘҢГЕ (Р: картофель; И.: potato (plant); T.: patates) и. бот.
1. Эт ҡарағаты кеүектәр ғаиләһенә ҡараған, крахмалға бай бүлбеле йәшелсә; картуф. □ Картофель (лат. Solanum tuberosum). Бәрәңге ултыртыу. Бәрәңге ҡаҙыу. Бәрәңге утау. Бәрәңге төбөн кумеу. Бәрәңге яланы. Бәрәңге баҙы. Бәрәңге куҙе. Бәрәңге һабағы.
2. Шул үҫемлектең тамырындағы ашай торған бүлбеһе. □ Картофель. Аҡ бәрәңге. Ҡыҙыл бәрәңге. Эре бәрәңге. Ярмалы бәрәңге. Ҡурған бәрәңге. Бәрәңге иҙмәһе. Бәрәңге бешереу. ■ Хужа ҡарсыҡ йомролай бәрәңге бешереп ҡуйған. Ул, бәрәңгеһенең боҫон борҡоратып, сулмәген өҫтәлгә килтереп ултыртты. Ж. Кейекбаев.
♦ Бәрәңге кәлжәмәһе йүнһеҙ. □ Бестолковый. Был бәрәңге кәлжәмәһе малай тыңлашмай.
БӘРӘҢГЕ АЛМАҺЫ (Р: семенники картофеля; И.: potato seed plants; T.: patates tohumu) и.
Бәрәңге сәскәһенең бәләкәй генә алма рәүешендәге емеше; тыңҡау. □ Семенники картофеля. Бәрәңге алмаһы сығыу.
БӘРӘҢГЕ БУТҠАҺЫ (Р: карто фельное пюре; И.: potato mash; T.: patates ezmesi) и.
1. Бәрәңге иҙмәһе. □ Картофельное пюре. Бәрәңге бутҡаһы иҙеу.
2. кусм. Йомшаҡ кеше. □ Растяпа. Ул ни, бәрәңге бутҡаһы, бер һуҙ ҙә ҡаршы әйтә алмай.
БӘРӘҢГЕ ГӨЛ и. бот. диал. ҡар. бәрхәт гөл. Бәрәңге гөл уҫтереу.
БӘРӘҢГЕЛЕК (бәрәңгелеге) (Р: картофельное поле; И.: potato field; T.: patates alanı) и.
Бәрәңге сәселә торған ер. □ Картофельное поле. Бәрәңгелекте һөрҙөрөу.
БӘРӘҢГЕЛӘНЕҮ (бәрәңгелән-) (Р: образовываться (о клубнях картофеля)', И.: set; T.: yumrulanmak) ҡ.
Бәрәңге тамырында бүлбеһе тумалыу, яралыу. □ Образовываться, завязываться (о клубнях картофеля). Бәрәңгеләнә башлау.
БӘРӘҢГЕ СЫҒАРЫУ (бәрәңге сығар-) (Р: копать картошку; И.: dig potatoes; T: patates almak) ҡ.
Бәрәңге ҡаҙып алыу. □ Копать картошку. Бәрәңге сығарыу ваҡыты.
БӘРӘҢГЕ ТӨПӘЛСӘҺЕ и. диал. ҡар. бәрәңге алмаһы. Бәрәңге төпәлсәһе өлгөргән.
БӘРӘҢГЕ ТУЙРАҺЫ и. диал. ҡар. бәрәңге алмаһы. Бәрәңге туйраһы сыҡҡан.
БӘРӘСI (Р: ягнёнок, козлёнок; И.: lamb, kid; T: kuzu, keçi) и.
Тыуғандан алып имеп туҡтағанға тиклемге кәзә, һарыҡ. □ Ягнёнок или козлёнок. Кәзә бәрәсе. Һарыҡ бәрәсе. Көҙгө бәрәс. Яҙғы бәрәс. Бәрәс тиреһе. ■ Һарыҡ бәрәсләп биргәс, саҡ-саҡ туңманы бәрәс. Шуға өйгә индерҙек, шешәнән һөт имдерҙек. Ә. Әхмәт-Хужа. Таиба әбей биргән яҙғы бәрәс йөнөнән Емеш уҙенә вәл һымаҡ итеп аҡ шәл бәйләп алды.
3. Биишева. Бына ике-өс һарыҡ, бәрәстәрен эйәртеп, кәбәнгә табан ыңғайланы. Ә. Хәкимов. Мейес араһында йылыға иҙрәп йоҡлаған һарыҡ бәрәсе, тышта яр һалып баҡырған әсәһенең тауышын ишетептер, ялҡау ғына мыҡырлай. Г. Ғиззәтуллина.
БӘРӘС II (Р: название родового подразделения башкир; И.: name of a Bashkir clanal subdivision; T: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Ҡыпсаҡ ҡәбиләһе аймағы. □ Бэрэс (название родового подразделения башкир племени кыпчак). Бәрәс аймағы башҡорто.
БӘРӘС III (Р: ба; И.: oh, really!; Т: оһ, gerçekten) ымл.
Ҡапыл аптырағанда, ғәжәпләнгәндә әйтелә. □ Ба (междометие, выражающее удивление). Бәрәс, килеп тә еттеңме? ■ Бәрәс, — тине ябай башҡорт ҡатыны, — электрҙы белмәҫ ниндәй аҡыл ул? X. Ғиләжев.
524