БӘСЕМ
БӘРӘСЛЕ (Р.: имеющий ягнёнка, козлёнка; И.: having lambs; kids; T.: kuzulu, keçili) с.
Бәрәсе булған. □ Имеющий ягнёнка, козлёнка (об овце, козе). Бәрәсле кәзә. Бәрәсле һарыҡ. ■' Ялан кәртә яғынан бәрәсле һарыҡ баҡырғаны ишетелә. Г. Ғиззәтуллина.
БӘРӘСЛӘТЕҮ (бәрәсләт-) (Р: принимать ягнят, козлят; И.: help with lambing; T.: kuzu, keçi almak) ҡ.
Һарыҡ-кәзәнән бәрәс алыу, бәрәс килтертеү. □ Получать, принимать ягнят, козлят. Тәрбиә яҡшы, аҙыҡ мул булғас, фермала һарыҡтарҙы бәрәсләтеү уңышлы бара.
БӘРӘСЛӘҮ (бәрәслә-) (Р: котиться, ягниться; И.: lamb, yean; T.: kedilemek, kuzulamak) ҡ.
Бәрәс килтереү. □ Котиться (о козе), ягниться (об овце). Һарыҡ бәрәсләгән. Кәзә бәрәсләгән. ■ [Сәрбиямал:] Анауы бәрәсләргә торған .. һарығымдың бәрәсен туңдырып ҡуйһағыҙ, йәнегеҙҙе алырмын! 3. Биишева.
БӘРӘС ҺАЛЫУ (бәрәс һал-) (Р: выкидыш у овёц, коз; И.: slip; T.: erken doğurmak) ҡ.
Көнө етмәҫ элек имгәнеп, үле бәрәс килтереү. □ Выкидыш (у овец и коз). Һарыҡ бәрәс һалған.
БӘРӘҮЕЗ [фарс. и. диал. ҡар. ay II, 1, 2. Ҡош бәрәүезе. Балыҡ бәрәүезе.
БӘРӘҮӘЙҺЕҘ (Р: неэкономно; И.: uneconomical; T.: tutumsuz) р. диал.
һаҡһыҙ. □ Неэкономно. Аҡсаны бәрәүәй-һеҙ тотоноу.
БӘРӘ-ҺӘРӘ (Р: очумелый; И.: crazy; Т.: çılgın) с. диал.
1. Аңҡы-тиңке. □ Очумелый. Бәрә-һәрә булдым да киттем.
2. Арлы-бирле. □ Кое-как. Кабыҡ-ҡобоҡ яғып бәрә-һәрә итә торғайныҡ.
БӘРӘШӘН I (Р: название родового подразделения башкир; И.: name of a Bashkir clanal subdivision; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Түңгәүер ҡәбиләһе аймағы. □ Бәрәшән (название родового подразделения башкир племени тунгаур). Бәрәшән аймағы башҡорто.
БӘРӘШӘН II (Р: неэкономный; И.: unthrifty; T: tutumsuz) с.
Аҙыҡ-түлек йәки башҡа нәмәне самалап, кәрәгенсә генә тотона белмәгән; һаҡлыҡһыҙ. □ Неэкономный, расточительный. Бәрәшән хужабикә. Бәрәшән тотоноу. • Бәрәшән ҡулда бәрәкәт юҡ. Мәҡәл.
БӘРӘШӘНЛӘНЕҮ (бәрәшәнлән ) (Р: тратить неэкономно; И.: waste; T.: israf etmek) ҡ.
1. һаҡлыҡһыҙ, бәрәшән ҡыланыу. □ Тратить, расходовать неэкономно; быть неэкономным, расточительным. Бәрәшәнләнеп аҡса тотоноу. ■ [Ҡарсыҡ:] Нотоҡ уҡыуым түгел, [килен], оло булараҡ, кәңәш итеп әйтеүем генә: әҙер донъяға төштөм, тип, бәрәшәнләнеп, мал туҙҙырма. Хәләлде харамға сайыуҙан аң булығыҙ. Т. Ғарипова. Ялбыр шулай бәрәшәнләнеп йөрөй бирә, ти. Күп тә үтмәй, Ялбыр бөлгән дә ҡуйған, ти. Әкиәттән.
2. Теләһә нисек тәләф ителеү, әрәм-шәрәм ителеү. □ Растратить, растранжирить. ■ Ул [бай], иген яҡшы итеп йыйыламы, башаҡ сәселеп, бәрәшәнләнеп, туҙғылып ятмаймы тип, тикшереп йөрөнө. Ғ. Дәүләтшин.
БӘРӘШӘНЛӘҮ (бәрәшәнлә-) (Р: расходовать неэкономно; И.: squander; T: israf etmek) ҡ.
Самалап, кәрәгенсә генә тотонмай, теләһә нисек тәләф итеү. □ Расходовать неэкономно. Бәрәшәнләп йәшәү. Аҙыҡты бәрәшәнләү. Бесәнде бәрәшәнләп бөттөләр ҙә, мал ас тора.
БӘС [фарс. gw] (Р: значит; И.: so, thus; T: demek) инш. иҫк.
Тимәк. □ Значит, так, следовательно; стало быть. ■ Бәс, шулай, — mu Усман бабай, — яуҙарҙы еңеп сыҡтыҡ. С. Кулибай.
БӘСАЛӘТ [ғәр. (Р: доблесть; И.: prowess; T: cesaret) и.
Батырлыҡ, ҡыйыулыҡ, егетлек. □ Доблесть. Бәсаләт етеү.
БӘСЕЙ ҠОЙРОҠ (ҡойроғо) и. диал. бот. ҡар. аҡ алабута. Бәсей ҡойроҡто заманында күп ашаныҡ инде.
БӘСЕМ (Р: название родового подразделения башкир; И.: name of a Bashkir clanal
525