Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II. 527 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II

БӘҪҺЕҘЛӘНЕҮ
Яҡшы йөндән баҫылған юғары сифатлы йоҡа беше кейеҙ. □ Фетр. Бәҫ бәлтә кейгән әсәйем.
БӘҪ БАҪЫУ (бәҫ баҫ-) (Р.: переживать горе; И.: experience grief; T.: üzülmek) ҡ.
Ҡайғы-хәсрәт баҫыу. □ Переживать горе. Бәҫ баҫҡан ҡатын зары.
БӘҪЕ КИТЕҮ (бәҫе кит-) (Р.: потерять вид; И.: lose face; T.: yüzü kalmamak) ҡ.
Йәме, ҡәҙер-хөрмәте юҡҡа сығыу. □ Потерять вид, вкус, достоинство. ■ Ауылда туҡталып бәҫе киткән Хисмәтулла яйлап төҙәлә һәм приискыға эшкә яллана. Ә. Вахитов.
БӘҪЛЕ I (Р: опрятный; И.: neat, tidy; T: iyi) с.
1. Нәмәгә йәм, тәм биреп торған яҡшы сифатлы; күркәм. □ Опрятный (об одежде), вкусный (о пище). Бәҫле кейем. Бәҫле һый.
2. Кеше алдында ҡәҙерле; абруйлы. □ Солидный, представительный. Бәҫле ҡунаҡ. Бәҫле кешеләр. Бәҫле булыу. ■ Байтаҡ көндәр уҙған һуң, бәҫле ҡунаҡ булған һуң, Урал иртук торған, ти, һомайҙы саҡырып алған, ти. «Урал батыр».
БӘҪЛЕ II (Р: заиндевелый; И.: covered with hoarfrost; T.: kırçlanmış) c.
Бәҫ (II, 1) менән ҡапланған. □ Заиндевелый. Бәҫле урман. ■ Бәҫле, сап-сал бөгөн урман, ер ябынған ап-аҡ өрпәк ҡалын юрған. Ҡ. Даян.
БӘҪЛЕК I (бәҫлеге) (Р: приличие; И.: decency; T.: terbiye) и.
Кеше алдында ҡәҙерле хәл. □ Приличие, вежливость, благопристойность. Бәҫлек һаҡлау. ■ [Байбисә:] Йә, был ни тигән эш — ҡояш ауалағансы йоҡлау, был ниндәй бәҫлек? Т. Хәйбуллин.
БӘҪЛЕК II (Р: невысокий; И.: shortish; T.: kısa boylu) с. диал.
Бәләкәй, тәбәнәк буйлы. □ Невысокий, низкорослый (о человеке). Бәҫлек егет.
БӘҪЛӘНДЕРЕҮ (бәҫләндер-) (Р: индеветь; И.: become hoary with frost; T.: kırçile kaplamak) ҡ.
Бәҫ (II, 1) менән ҡаплау. □ Индеветь. Ағастарҙы бәҫләндереп ҡыш килде.
БӘҪЛӘНЕҮ (бәҫлән-) (Р: индеветь; И.: get covered with hoarfrost; T.: kiraği ile kaplı olmak) ҡ.
Бәҫ (II, 1) менән ҡапланыу. □ Индеветь. Ағастар бәҫләнгән. ■ [Аттың] иртәнге һалҡынға бәҫләнгән арҡаһынан боҫо борҡорап тора. С. Агиш.
БӘҪ Л ӘҮ (бәҫлә-) [ҡыпсаҡ осоро һүҙе] (Р: почитать; И.: honour, respect; T.: saygı göstermek) ҡ. диал.
1. Хөрмәтләү. □ Почитать. Ҡатынын бәҫләп тотманы.
2. Ҡәҙерләү (кейем-һалымға ҡарата).
□ Бережно относиться (к одежде). Бәҫләп кейеу.
БӘҪТӘН СЫҒАРЫУ (бәҫтән сығар ) (Р: выводить из строя; И.: destroy; T.: yapamaz hale getirmek) ҡ.
Ҡотон, ҡәҙер-хөрмәтен юҡҡа сығарыу.
□ Выводить из строя, уничтожить. Бер атты туҡмап бәҫтән сығарҙы.
БӘҪТӘН ТАЙЫУ (бәҫтән тай-, бәҫтән тая) (Р: обессилеть; И.: grow weak, break down; T.: güçsüzlenmek) ҡ.
Көсһөҙләнеү, дәрт-ғәйрәтте юғалтыу
□ Обессилеть, измотаться (о пожилых людях). Бәҫтән тайған ҡарттар.
БӘҪҺЕҘ (Р: слабый; И.: feeble; Т.: güçsüz) с.
1. Арыған, талған, хәлһеҙ. □ Слабый, бессильный. Ялан эшенән бәҫһеҙ булып ҡайтыу. Ауырыуҙан бәҫһеҙ булып ҡалыу.
2. диал. Изгелекһеҙ. □ Неблагодарный. Бәҫһеҙ малай.
3. диал. Ҡәҙерһеҙ. □ Неухоженный. Кейемде бик бәҫһеҙ кейәһең.
БӘҪҺЕҘЛӘНДЕРЕҮ (бәҫһеҙләндер-) (Р: обессиливать; И.: drain of all strength; T.: yorulmak) ҡ. hup.
Көс, хәлдән яҙҙырыу, хәлдән тайҙырыу.
□ Обессиливать, ослаблять, изнурять, изматывать. Ауырыу бәҫһеҙләндергән.
БӘҪҺЕҘЛӘНЕҮ (бәҫһеҙлән-) (Р: обессиливать; И.: enfeeble; T.: zayıflamak) ҡ. һир.
Ныҡ арып, көс, хәлдән тайыу; арманһыҙ булыу. □ Обессиливать, слабеть, ослабевать. Ауыр эштән бәҫһеҙләнеу.
527