Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II. 528 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II

БӘҪҺЕҘЛӘҮ
БӘҪҺЕҘЛӘҮ (бәҫһеҙлә-) (Р.: обращаться небрежно; И.: be careless with one’s clothes; T.: yıpratmak) ҡ.
Әрһеҙ кейеп, ҡәҙерен ебәреү; ҡәҙерһеҙләү. □ Обращаться небрежно, неаккуратно (с одеждой). Кейемде бәҫһеҙләү.
БӘҪӘР (Р: низкий; И.: undersized; Т: kısa boylu) с. диал.
Бәләкәй кәүҙәле, бәләкәй. □ Низкий, низкорослый. Бәҫәр кеше.
БӘҪӘРЕҮ (бәҫәр-) (Р: плесневать; И.: grow mouldy; T.: küflenmek) ҡ.
1. Дым тартып, иҫкереп, сереп, күк менән ҡапланыу; күгәреү. □ Плесневеть, покрываться плесенью (от сырости). Бәҫәргән бесән. Кейем бәҫәргән. ■ Һандыҡ төбөндә бәҫәреп ятҡан .. нәмәләр, ҡунаҡтар күрһен өсөн генә, урҙаға менгән. Ж. Кейекбаев. Түбә таҡталары күгәреп, бәҫәреп бөткән. И. Көҫәпҡол. Иҫкергән, бәҫәргән был өйҙөң эселә бикярлы. С. Агиш. Бүрәнәләре бәҫәргән, лапашып бөткән өйҙәр күҙенә эләккәс, Төлкөсураның таң матурлығы биргән кәйефе бөтөнләй үҙгәрҙе, көрһөнөп, ҡарашын аяғы осона төбәне. Н. Мусин.
2. күсм. Ҡартайып, һүнеп, ҡарыуһыҙ-ланыу. □ Ослабевать, обессиливаться (от старости). Бәҫәреп китеү. ■ Шулай, иҫке тормошта күп тороп, ҡартайған ул элек, бәҫәргән. Ләкин хәҙер яңы көстәр, яңы йәш рухтар менән йәшәргән. М. Ғафури.
БӘҪӘРТЕҮ (бәҫәрт-) (Р: дать заплесне-вать; И.: let become mouldy; T.: çürütmek) ҡ.
1. Киптермәй ятҡырып, күгәртеү, серетеү. □ Дать заплесневеть, подвергать гниению (в сырости). Бесәнде бәҫәртеү. Кейемде бәҫәртеү. ■ Тәүҙә быҫҡып ҡына, нәҙек кенә төтөн юлаҡтары күренде, тора-бара ул шәбәйҙе һәм оҙаҡламай урмандағы көҙгө ямғырҙар бәҫәрткән үләндәрҙең, серек киҫкәләрҙең еҫенә әскелтем төтөн еҫе ҡатнашты. Н. Мусин.
2. диал. Быҡтырыу. □ Тушить. Курай еләгенең япрағын бәҫәртеп сәй итеп эстек.
БӘТИӘ [ғәр. сА| (Р: медленный; И.: sluggish; T.: yavaş) с. иҫк.
1. Әкрен, яй. □ Медленный. Бәтиә ҡыланыш.
2. Ығыш. □ Копотливый, медлительный. Бәтиә эшсе. Бәтиә ҡыҙ.
3. Ялҡау. □ Ленивый, нерадивый. Бәтиә егет.
БӘТЛЕК (бәтлеге) (Р: зло; И.: evil; Т.: kötülük) и. диал.
Яуызлыҡ, насарлыҡ, этлек. □ Зло. Бәт-лек ҡылыу. Ул бер бәтлек уйлап эшләгән. Бәтлек уйлап әйткәндер.
♦ Бәтлектән башы сыҡмау үсләшеп йөрөү. □ Враждовать, задумать недоброе.
БӘТСӘ [фарс. (P: мальчик-слуга; И.: boy-servant; T.: hizmetçi erkek) и. иҫк.
Хеҙмәтсе малай. □ Мальчик-слуга. ■ Ун дүрт-ун биштәргә еткәс, ишан уны [Мәт-яҡупты] үҙенең бәтсәһе иткән, мыйыҡ сыға башлағас, бәтсәлектән сығарып, мәҙрәсәгә биргән. А. Таһиров.
БӘТӘШӘ и. диал. ҡар. босҡаҡ. Күн бәтәшәһе.
БӘҮБӘК (бәүбәге) (Р: название родового подразделения башкир; И.: name of a Bashkir clanal subdivision; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Эй ҡәбиләһе аймағы. □ Баубэк (название родового подразделения башкир племени ай). Бәүбәк аймағы башҡорто.
БӘҮ-БӘҮ (Р: баю-бай; И.: bye baby!; T.: ninni) ымл.
Йәш баланы көйләп бәүеткәндә әйтелә; әүәй-әүәй. □ Бай-бай, баю-бай, баюшки-баю, баю-баюшки-баю. ■ Бәү-бәү, бәү-бәү, йом күҙең, йоҡла, балам, йондоҙом. Сәңгелдәк йырынан.
БӘҮ-БӘҮ БУЛЫУ (бәү-бәү бул-) (Р: заснуть; И.: fall asleep; T.: uyumak) ҡ. бал.
Йоҡлап китеү. □ Заснуть. Балаға бәү-бәү булырға ваҡыт.
БӘҮ-БӘҮ ИТЕҮ (бәү-бәү ит-) (Р: спать;
И.: sleep, be asleep; T.: uyumak) ҡ. бал.
Йоҡлау. □ Спать. Бәпес бәү-бәү итә.
БӘҮЕЛ [ғәр. J>>] ] (Р: моча; И.: urine; Т.: bevil) и.
528