Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II. 529 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II

БӘҮЕЛТЕҮ
Матдәләр алмашыныу аҙығы булараҡ бөйөрҙән бүленеп, организмдан бәүел юлдары аша тышҡа сыҡҡан шыйыҡлыҡ; кесе ярау □ Моча. Бәүел ҡыуығы. Бәүел юлы. Бәүел итеү.
БӘҮЕЛГЕС и. диал. ҡар. бәүелсәк I. Бәүелгестә эйеү.
БӘҮЕЛДЕРЕК (бәүелдереге) и. диал. ҡар. бәүелсәк I. Бәүелдеректә бәүелеү.
БӘҮЕЛДЕРЕҮ (бәүелдер-) (Р.: качать;
И.: sway, rock; T.: sallamak) ҡ.
Ян-яҡҡа сайҡалдырыу, бәүелтеү, тирбәлдереү. □ Качать, раскачивать кого-что. Аяҡтарҙы бәүелдереү. ■ [Карт] аяҡтарын бәүелдереп арбала ғәмһеҙ генә ултырған .. малайға ҡысҡырҙы. Я. Хамматов. Тулҡындарҙы бәүелдереп, елбер-елбер ел уҙа. С. Әлибаев. Иртәгәһенә ҡыҙҙың иртүк, көйәнтәһенә элгән күнәктәрен бәүелдереп, һыуға китеп барғанын күргәс, [Уйылдан] һис ни уйлап тормаҫтан, кәртә артына сығып торҙо ла һыу алғысҡа йүгерҙе. Н. Мусин.
БӘҮЕЛЕҮ (бәүел-) (Р: качаться; И.: sway, swing; T.: sallanmak) ҡ.
1. Берәй нимәлә бер яҡтан икенсе яҡҡа йәки аҫтан өҫкә сайҡалыу. □ Качаться, раскачиваться. Бәүелсәктә бәүелеү. ■ [Булат:] Япма аҫтындағы дилбәгәне бәйләп, бәүелгес эшләнем дә .. башта үҙем бәүелеп ҡараным. К. Кинйәбулатова. Унда [баҡсала] ҡасандыр ҡартатайым бәүелеп уйнаған йыуан өйәңке. Г. Ғиззәтуллина.
2. Торған йәки ултырған ерҙән ян-яҡҡа сайҡалыу. □ Качаться, раскачиваться. Ағастар елгә бәүелә. ■ Урмандарҙа ағас бәүелгән, болот тетрәп, ямғыр түгелгән. М. Кәрим. Ат юрғалай, сана йомшаҡ һелкенә, Йәноҙаҡ бара бәүелеп хыял иркенә. А. Игебаев. [Айһылыуҙың] аяҡ быуындары тотмай башлағандай итеп, елдә сайҡалған тал сыбыҡ шикелле бәүелеп торҙо. 3. Биишева.
3. күсм. Талғын ғына тирбәлеү, сайҡалыу. □ Качаться, колебаться. ■ Турыҡайҙың кешнәүенә яуап булғандай, әкрен генә иҫкән йылы ел менән йылҡы көтөүсеһенең моңло
йыры бәүелә-бәүелә Вәхиткә килеп етте. С. Ильясов.
БӘҮЕЛЙЕТЕҮ (бәүелйет-) (Р: медленно качать; И.: rock slowly; T.: yavaş yavaş sallamak) ҡ.
Яй ғына, еңел генә бәүелтеү, әкрен генә тирбәлтеү. □ Медленно качать, раскачивать. Кәмәне бәүелйетеп кенә алып барыу.
БӘҮЕЛЙЕҮ (бәүелйе-) (Р: медленно качаться; И.: swing slowly; T.: yavaşça sallanmak) ҡ.
Яй ғына, еңел генә бәүелеү, әкрен генә тирбәлеү. □ Медленно качаться, раскачиваться. ■ Теплоходтар үтә бәүелйеп. Я. Ҡол-мой.
БӘҮЕЛ КӨПШӘҺЕ (Р.: мочеточник; И.: ureter; T: üreter) и. анат.
Бөйөрҙәрҙән бәүел ҡыуығына бара торған көпшәләр. □ Мочеточник. Бәүел көпшәһе эшмәкәрлеге.
БӘҮЕЛ ҠЫУЫҒЫ (Р: пузырь мочевой; И.: urinary bladder; T: mesane) и. анат.
Кеше һәм хайуандарҙа бәүел йыйыла торғай тоҡсай һымаҡ эске ағза. □ Пузырь мочевой. Бәүел ҡыуығы шартлау.
БӘҮЕЛМӘЛЕ и. ҡар. аҫмалы. Бәүелмәле күпер.
БӘҮЕЛСӘК I (бәүелсәге) (Р: качели;
И.: swing; T.: salıncak) и.
Бәүелеп уйнай торған ҡулайлама. □ Качели. Бәүелсәктә бәүелеү.
БӘҮЕЛСӘК II (бәүелсәге) (Р: ухабистая дорога; И.: a bumpy road; T: sarsıntılı yol) и.
Соҡор-саҡыр юл. □ Ухабистая дорога. Бәүелсәктән барыу.
БӘҮЕЛСӘК ЯБАЛАҠ (ябалағы) и. зоол. диал. ҡар. байғош. Бәүелсәк ябалаҡтар оса.
БӘҮЕЛТЕРЕК (бәүелтереге) и. диал. ҡар. бәүелсәк I. Бәүелтеректә бәүелеү.
БӘҮЕЛТЕҮ (бәүелт-) (Р: качать; И.: rock, swing; T.: sallandırmak) ҡ.
Ян-яҡҡа сайҡалтыу; тирбәлтеү, бәүелдереү. □ Качать, раскачивать кого-что. ■ Пароход артынан ҡаса барған бейек тулҡындар
529