БӘҮЕЛ ТОТҠАРЛАНЫУ
һалды быуындары менән бәуелтә. Ж. Кейекбаев. Кеше ҡулындағы ҡурай иһә, берсә яҙғы ташҡындарҙағыса ярһыу көс менән, берсә эргәлә шым ғына сылтырап ағып ятҡан ҡаран тауышындай һәуетемсә көй һуҙып, бөтә тирәне моңонда бәуелтә бирә. Н. Мусин. Закир ҡабаланып тәҙрәгә боролдо. Унда ҡолонсаҡ шикелле шыма, йылғыр һынлы, һары сәсле һылыу бер ҡыҙ, зәңгәр кунәктәрен бәуелтә-бәуелтә, яй ғына урге осҡа, йылғаға табан уҙып бара ине. 3. Биишева.
БӘҮЕЛ ТОТҠАРЛАНЫУ (бәүел тотҡарлан-) (Р.: задержание мочи; И.: retain (urine)\ T.: idrar retansiyonu) ҡ. мед.
Бәүел ҡыуығының үҙ аллы бушаныу һәләтен юғалтыуы. □ Задерживаться (о моче). Бәуел тотҡарланыуҙан яфаланыу.
БӘҮЕЛ ЮЛЫ (Р.: канал мочеиспускательный; И.: urethra; T.: sidik borusu) и. анат.
Бөйөрҙәрҙе бәүел ҡыуығы менән тоташтырыусы канал. □ Канал мочеиспускательный, уретра. Бәуел юлы ауырыуҙары.
БӘҮЕТЕҮ (бәүет-) (Р: качать; И.: swing, rock; T.: sallamak) ҡ.
1. Ян-яҡҡа сайҡау; тирбәтеү, бер тигеҙ генә һелкетеү. □ Качать, раскачивать кого-что. Баланы бәуетеу. Сәңгелдәкте бәуетеу. ■ [Низам — ҡыҙына:] Сәңгелдәктә ятҡан саҡтарыңда, .. һине төнгө сәғәттәрҙә тороп бәуетә инем. Р. Ниғмәти. Емеш, ҡула ҡаҙанда иртәнге сәй ҡайнатып йөрөгән апаһының ниндәйҙер утә моңло оҙон көйгә мөнрәуенә ҡолаҡ һала-һала, ҡыуышта сәңгелдәк бәуетеп ултырҙы. 3. Биишева. Батша быларҙы шатланып ҡаршы ала. Вазифаңды утәнең тип, мәскәйгә ҙур сәңгелдәк эшләтә, ике ялсы уны һәр ваҡыт тәрбиәләп, бәуетеп кенә торалар. Әкиәттән.
2. кусм. Йөрәк, күңелде татлы хистәр менән наҙлау. □ Нежить, изнеживать сердце, душу. ■ Беренсе һөйөуҙең йылы тулҡындары уның [Гөлйөҙөмдөң] йәш йөрәген иркәләп бәуетә. һ. Дәүләтшина. Тулҡындарҙа бәуе-тәләр моңдо Ағиҙелкәй менән Ашҡаҙар. Ғ. Рамазанов.
3. миф. Балаға һаулыҡ, муллыҡ, бәхет теләүгә йүнәлтелгән эш-хәрәкәт. □ Качать, раскачивать (кого-л. или что-л.); мифологизированное действие, направленное на обеспечение ребёнку здоровья, благополучия, счастливой судьбы. Существуют запреты, связанные с раскачиванием пустой колыбели. ■ Буш сәңгелдәкте бәуетһәң, бала илаҡ була. Экспедиция материалдарынан.
БӘҮУ\Б [ғәр. (Р: сторож; И.: watch(man), guard; T.: bevvap) и. иҫк.
Ҡапҡа һаҡсыһы, ишек һаҡсыһы. □ Сторож.
БӘҮУАБЕ ЙӘННӘТ [ғәр. mîj?] (Р: сторож райских ворот; И.: guard (at the Paradise gates); T.: cennet kapılarının bevvabi) и. иҫк.
Ожмах ҡапҡаһының һаҡсыһы. □ Сторож райских ворот.
БӘХАҠ [фарс.-ғәр. (Р: ради; И.: for the sake of; T.: beha) р. иҫк.
Кемдер (йәки ниҙер) хаҡына, хаҡы өсөн. □ Ради, во имя кого-чего.
БӘХЕР I [ғәр. (Р: море; И.: sea; Т.: Ьаһг) и. иҫк.
Диңгеҙ. □ Море. Бәхер буйы. Бэхер яры. Бәхерҙә һыу инеу.
БӘХЕР II [ғәр. >ч] (Р: большая река; И.: large river; T.: büyük nehir) и. иҫк.
Оло йылға; иҙел. □ Большая река. Бәхерҙә караптар.
БӘХЕР III [ғәр. >=ч] (Р: размер арабского стиха; И.: metre of the Arabic verse; T.: Arap şiiri boyutu) и. иҫк.
Ғәрәп шиғыр үлсәме. □ Размер арабского стиха.
БӘХЕРНИСА и. диал. ҡар. баҡа I, 1. Кулдә бәхернисалар һикерешә.
БӘХЕТ [фарс. (Р: счастье; И.: happiness; T.: mutluluk) и.
1. Бөтә яҡтан теүәл булып, ысын ҡәнәғәтлек, шатлыҡ биргән яҡшы тормош хәле һәм хисе; ырыҫ. □ Счастье. Аҡ бәхет. Ил бәхете. Кеше бәхете. Бәхет табыу. Бәхет теләу. ■ Был донъяҡайҙарҙың рәхәтлеген куреп булмай бәхет булмағас. Халыҡ йы
530