БӘХЕТЛЕ
рынан. [Шәһиҙә әбей:] Ҡәйнешеңдең бәхете асылһын. Ҡурмәгә бик һәйбәт, бик һөйкөмлө бала. Һ. Дәүләтшина. Таиба әбейҙең бәхете, яҙғы Оло Эйек шикелле, ярҙарынан ашып сыҡты: бынан аҙна-ун көн элек кенә уның өлкән улы Хаммат ҡайтып килгәйне. 3. Биишева. Беҙҙең уҙ бәхетебеҙҙе һынап тораһы юҡ инде, балаларҙыҡын белергә кәрәк ине, — тип әйтте, ти. Әкиәттән. Һөрт йәшеңде! Ана, бөтә бәхет, ырыҫтарың ҡайтҡан, ишләнгән. Д. Юлтый.
2. Эш, тормоштағы уңыш. □ Счастье, успех, везение. ■ Кул эйәһе уҙенең йылҡы өйөрөнән иң яҡшы атты һайлап, Әбйәлилгә килтереп биргән. Әбйәлил көтмәгәндә килгән был бәхеткә ҡыуанып, арғымаҡҡа атланған да өйөнә сабып ҡайтып киткән, ти. Әкиәттән. [Мәғфиә:] Бәхетең — атайыңдар яусылатып өлгөрҙө. Юғиһә, .. Сәбиләне алыр инең. Б. Бикбай. [Бибеш:] Бына шулай итеп, бейем әйтмешләй, беҙгә бәхет артынан бәхет, шатлыҡ артынан шатлыҡ эйәреп килеп кенә торор! 3. Биишева.
3. Башҡа төшкән яҙмыш; өлөш. □ Доля. Бәхете баланан. Бәхете эштән. ■ [Бабайҙың] Биктимер исемле кесе улына бер насар ғына ат ҡараған, ти. «Ярар, бәхетем шул-дыр инде», — тип уйлаған, ти, Биктимер. Әкиәттән. Батшаның яҡын кешеләре тағы .. тауыш кутәрә. «Бәхетенә тура килгәс, ярар инде», — ти батша. Әкиәттән. Дөрөҫ, өйөр-өйөр йылҡы көтөп, икһеҙ-сикһеҙ урмандар, далалар гиҙеп, йәйләп йәшәу бәхете һәр кемгә лә тигеҙ теймәгән. Ә. Хәкимов.
♦ Аҡ бәхет ғүмер буйына кеше менән бергә йөрөгән, яҙмышына бәйләнгән ҙур уңыш. □ Счастье, доел. Белое счастье. Аҡ бәхет теләу. Аяҡлы бәхет берәй ҡыуаныс алып килгән кешегә ҡарата әйтелә. □ Вестник счастья (о человеке, который принёс радостную весть). ■ Ғәлим ағай өйгә ҡайтып ингән аяҡлы бәхет булып куренде. Д. Юлтый. Бәхет асҡысы бәхет биргән сәбәп. □ Ключи от счастья. Бәхет асылыу эш, тормош уңайға китеү. □ Счастье улыбнулось, счастье привалило кому. Бәхет
йондоҙо ҡалҡыу гел генә уңышҡа ирешеп тороу, ыңғай килеп тороу. □ Процветать, счастье улыбнулось, нахлынуло, дела пошли на лад. ■ Сабираның да бәхет йондоҙо ҡалҡты инде былай булғас. И. Ғиззәтуллин. Бәхете артҡыр(ы) берәүҙе йомшаҡ итеп орошҡанда йәки берәй эшенә һоҡланғанда әйтелә. □ Пусть счастье ему привалит. Бәхете бар икән берәү бер яҡшы хәлгә осрағанда әйтелә. □ Везёт же ему. Бәхете булһын теләк теләп әйтелә. □ Пусть счастье ему сопутствует. Бәхете таш ярыу көткән, өмөт иткән нәмә үҙенән-үҙе килеү.
□ Счастье привалило кому-л. ■ Бер көндө иртән Фәһимдең бәхете таш ярҙы. Фәйрузә уны руль артына ултыртты. Ә. Гәрәев. Бәхеткә ҡаршы берәй нәмәгә ҡарата ҡәнәғәтлек белдергәндә әйтелә. □ К счастью. ■ Бәхеткә ҡаршы, Ҡола ҡашҡа бәлә-ҡазаға дусар булманы. С. Кулибай. Бәхеткә ҡаршы, оҙаҡламай Хасбулат олатайҙың йөҙө тағы ла асылып, куҙҙәре ирәбеләнеп китте. 3. Биишева. [Кемдеңдер] бәхетенән берәүгә уңай килгән бер нәмә булғанда йәки булырын теләгәндә әйтелә.
□ По счастью, к счастью. ■ [Үмәр:] Балалар бәхетенән уҫеп китһә, әҙ булһа ла тамаҡлыҡ булыр. Һ. Дәүләтшина.
БӘХЕТ ҠОШО (Р.: птица счастья; И.: heaven’s bird; T.: devlet kuşu) и. миф.
Бәхет сығанағы һәм бәхет символы, кемде бәхетле итергә теләй, шуға ҡуна. □ Птица счастья, которая садится на того, кого хочет сделать счастливым. Бәхет ҡошо бик һирәктәргә генә ҡуна. Бәхет ҡошо ҡунғанда беленмәй, осоп киткәс беленә. ■ Әсмәнең йөрәгендәге уҙгәреште Заһир шунда уҡ һиҙеп алды, бәхет ҡошо уның ҡулына килеп ҡуна тугелме? Л. Якшыбаева.
БӘХЕТЛЕ (Р.: счастливый; И.: happy; Т.: bahtlı) с.
1. Бәхете булған, бәхете бар. □ Счастливый. Бәхетле кеше. Бәхетле ил. Бәхетле булыу. ■ Беҙ бәхетле бала булһаҡ, китмәҫ инек ил ташлап. Халыҡ йырынан. Алтынбайҙың куңеле елкенә, ҡанатлана, уҙен әллә ҡайҙарға
531