БӘХЕТҺЕҘ
китер һымаҡ тоя, бәхетле булып тойолған яҙмыш, хыялдар ситкә саҡыра. 3. Ураҡсин. Ул көндө Гөлбаныуға Тирәкленән дә матур ер, унан да бәхетле кеше юҡ кеуек тойолдо. Т. Ғарипова.
2. Бәхет белдергән, бәхет менән һуғарылған. □ Счастливый. Бәхетле ҡараш. Бәхетле йылмайыу. ■ Бәхетле генә тороп ятҡанда, Сөйәл байҙың әсәһе у леп киткән. Әкиәттән.
3. Уңыш, шатлыҡ бирерҙәй бер хәл-ваҡиғалы, бәхет менән тулы. □ Счастливый. Бәхетле көн. Бәхетле бала саҡ. Бәхетле тормош. Бәхетле яҙмыш. Бәхетле йәшәу. ■ Яҡында ғына дөпөлдәгән тос, кескәй ялан аяҡ тауышы уны тағы бәхетле хыял донъяһынан тартып сығарҙы. «Кем булыр? Моғайын, Шәурәлер. Уның аяғы шулай тос баҙа торған», — тип иренеп кенә уйланды Емеш. 3. Биишева.
♦ Бәхетле бул теләк теләгәндә әйтелә. □ Будь счастлив.
БӘХЕТҺЕҘ (Р.: несчастный; И.: ill-fated; T.: bahtsız) с.
1. Бәхеттән мәхрүм булған, бәхете булмаған. □ Несчастный, несчастливый. Бәхетһеҙ кеше. Бәхетһеҙ мөхәббәт. Бәхетһеҙ булыу. ■ Бәхетһеҙ башын ҡайҙа ҡуйырға белмәй һаман зарығып, һарыға һабышҡан Зөлхизә. Н. Иҙелбай. Бәхеттең иң ҙуры беләһегеҙме ниҙә? Бәхетһеҙ кешене бәхетле итеуҙә. М. Хәй. • Бәхетһеҙгә ел ҡаршы. Мәҡәл.
2. Ҡайғылы, борсоулы һ. б. хәлде белдергән. □ Несчастный, печальный. Бәхетһеҙ ҡиәфәт.
♦ Бәхетһеҙгә ваҡытһыҙ ҡыҫтау ваҡытта көтөлмәгән тотҡарлыҡ килеп сыҡҡанда әйтелә. □ Некстати. ■ Бәхетһеҙгә ваҡытһыҙ тигәндәй, геологтар килеп төштө. Ә. Вахитов.
БӘХЕТҺЕҘЛЕК (бәхетһеҙлеге) (Р.: несчастье; И.: misfortune; T.: bahtsızlık) и.
Бәхетһеҙ хәл йәки ваҡиға. □ Несчастье, беда. Бәхетһеҙлеккә осрау. ■ Бәхет һәм бәхетһеҙлек, һөйөу, һөйөлөу хаҡында
тик өмөтһөҙ генә уйларға өйрәнгән Закир ҙа ғумерендә тәу тапҡыр осратҡан бына ошо саф, керһеҙ мөхәббәт алдында әҙ генә, бер генә минутҡа ҡаушап, икеләнеп ҡалды.
3. Биишева.
♦ Бәхетһеҙлеккә ҡаршы үкенесте, көйөнөстө белдергәндә әйтелә. □ К несчастью.
■ Бәхетһеҙлеккә ҡаршы, .. көн боҙолоп китте. М. Тажи.
БӘХЕТ-ЫРЫҪ и. йыйн. ҡар. бәхет 1. Бәхет-ырыҫ килеу.
БӘХЕШ [фарс. и. иҫк. кит. ҡар. бүләк I. Бәхеш итеу.
БӘХИЛ [фарс. сК?] (Р: благославляю-щий; И.: blessing; T.: razı) р.
Кемгәлер үпкә, асыу тотмаған, эш, ҡылығына риза булған, эш, ҡылығын ғәфү иткән, ризалыҡлы. □ Благославляющий. Бәхил итеу. Мин һинән бәхил. ■ [Атаһы -ҡыҙына:] Беҙҙең һуҙҙе тыңламаһаң, мәңге бәхил тугелбеҙ. И. Көҫәпҡол.
БӘХИЛ БУЛЫУ (бәхил бул-) (Р: прощать; И.: remember kindly; T.: helal etmek) ҡ.
Риза булып ҡалыу, ғәфү итеү. □ Прощать, не поминать лихом. Мырҙаҡайҙы бер курмәһәм дә бәхил булыр инем. ■ Әйләнә-тирәләге бөтә тауҙар, урмандар, сәскәләр ҙә, гуйә, Сәлимәнең һуңғы һуҙен ҡабатланылар: «Бәхил бул, йәнем! Бәхил бул...» 3. Биишева. Был китеуҙән ҡайта алмаһаҡ, бәхил булың, туғандар. Халыҡ йырынан.
БӘХИЛЛЕК (бәхиллеге) (Р.: прощение; И.: pardon; absolution; T.: affetme) и.
Кемдеңдер эш, ҡылығын ғәфү итеп әйткән ризалыҡ. □ Прощение, помилование. Бәхиллек алыу. Бәхиллек биреу. Бәхиллек һорау.
■ [Атаһы — улына:] Бәхиллек юҡ һиңә.. Беҙҙең йортҡа аяҡ баҫмаҫһың. Ғ. Хәйри.
БӘХИЛЛӘТЕҮ (бәхилләт-) (Р: получить согласие; И.: receive consent; T.: razı ettirmek) ҡ.
Өҫтәге бер бурысты ҡайтарып, ризалыҡ алыу. □ Получить согласие. ■ Әсә хәстәре! Ах, уны ни менән генә бәхилләтеп бөтөрмәк кәрәк. Ф. Иҫәнғолов.
532