Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II. 533 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II

БӘХӘСЛӘШЕҮ
БӘХИЛЛӘҮ (бәхиллә-) (Р.: прощать;
И.: pardon, forgive; T.: affetmek) ҡ.
Кемдеңдер эш, ҡылығын ғәфү итеп, ризалыҡта ҡалыу. □ Прощать. Ғәйеплене бәхилләү. И [Зиннәт:] Күрше булып, һеҙгә бер йәберем теймәне. Ә һеҙҙән күргәндәремде бәхилләнем. Хушығыҙ. X. Ибраһимов, һин минең ҡылған эштәремде бәхиллә, — тип ҡарт, ҡатынына ялынып илап ебәргән, ти. Әкиәт-. тән.
БӘХИЛЛӘШЕҮ (бәхилләш-) (Р.: прощаться; И.: bid adieu; bid farewell; T.: veda etmek) ҡ.
Үҙ-ара ризалыҡ алып, хушлашыу (үлер алдынан йәки ауыр юл алдынан). □ Прощаться (перед смертью или долгой опасной дорогой). Бәхилләшеп китеү. М [Шафик] ҡарт менән хушлашырға халыҡ күп йыйылды. Берәүҙәре бәхилләшеп сыға, икенселәре инә. Ә. Вахитов.
БӘХИЛЛӘШТЕРЕҮ (бәхилләштер) (Р: получить согласие; И.: get consent; T.: razı etmek) ҡ.
Өҫтәге бер бурысты ҡайтарып, ризалатыу; бәхилләтеү. □ Получить согласие. ■ [Сәмреғош:] Балаларымды ҡотҡарған өсөн .. нимә менән генә бәхилләштерәйем икән? Әкиәттән.
БӘХМҮС и. диал. ҡар. бәхмәт. ■ Умырзая тотоп, нисә тапҡыр кәкүктәрҙән хатта көнләшеп, ерән бәхмүсемдә һиңә саптым ҡалҡмаҫ элек ҡояш көндәшем. С. Кулибай.
БӘХМӘТ (Р: рысак; И.: trotter; T.: paça) и.
Бик яҡшы йүгерек тоҡом аты. □ Рысак. Бәхмәт тоҡомло ат. ■ — Һин ҡайһыһы уҙыр тиең? — Күге. — Уҙыр, уҙмай ни. Турыһы уҙа! — Турыһы кем айғыры һуң? — Кемдеке икәнен белмәйем. Илла ул бәхмәт тоҡомонан. Я. Хамматов.
БӘХР [ғәр. и. иҫк. кит. ҡар. диңгеҙ. Бәхре Сыяһ. Бәхре Сәфит. Бәхре Хәзәр.
БӘХРӘН [ғәр. (Р: морским путём; И.: by sea; T.: bahren)p. иҫк.
Диңгеҙ юлы менән, диңгеҙ менән. □ Морским путём.
БӘХТЕЙӘР I [фарс. ] (Р. : счастливый; И.: happy; T.: bahtiyar) с. шиғр.
Бәхетле, ырыҫлы. □ Счастливый.
■ Сер бирмәй, ҡырын ятып ҡарап торһам, шул ваҡыт мин был донъяның бәхтейәре. М. Ғафури.
БӘХТЕЙӘР II [фарс. (Р: название родового подразделения башкир; И.: name of a Bashkir clanal subdivision; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Ҡаңны ҡәбиләһе аймағы. □ Бахтияр (назван ие родового подразделения башкир племени канлы). Бәхтейәр аймағы башҡорто.
БӘХШИШ [фарс. снАч] и. ҡар. бүләк I.
БӘХӘС [ғәр. (Р: спор; И.: argument, controversy; bet; T.: bahis) и.
1. Берәй мәсьәлә тирәһендәге төрлө фекер, һүҙ көрәше. □ Спор, пари. Бәхәс асыу. Бәхәс ҡороу. Бәхәскә инеү. Бәхәскә килеү. ■ Ҡотлоғужа дилбегәне үҙ ҡулына алғанлыҡтан, һөйләшеү бәхәстәр ҡуҙғатманы. Н. Мусин.
2. Берәй нәмә тураһында ҡапма-ҡаршы фекер булып, һәр кем үҙенекен дөрөҫ тип ныҡышҡанда, отолор кешегә алдан шарт ҡуйып эшләнә торған һүҙ көрәше. □ Спор, пари. Бәхәсте отоу. Бәхәсте оттороу.
3. Берәй мәсьәлә буйынса төрлө фекерҙәрҙе уртаға һалып һөйләшеү. □ Дикуссия, полемика. Әҙәби мәсьәләләр буйынса бәхәс.
4. Мал-мөлкәт, хаҡ-хоҡуҡ өлкәһендәге үҙ-ара тартыш. □ Конфликт. Сик буйы бәхәстәре. Хеҙмәт бәхәстәре.
♦ Бәхәс юҡ бәхәсле түгел. □ Бесспорно, несомненно; спору нет.
БӘХӘСЛЕ (Р.: спорный; И.: disputable; T.: tartışmalı) c.
Бәхәс уятҡан, бәхәскә килтергән. □ Спорный. Бәхәсле мәсьәлә. Бәхәсле мал.
БӘХӘСЛӘШЕҮ (бәхәсләш-) (Р.: спорить; И.: argue (with); T.: tartışmak) ҡ.
1. Берәй мәсьәлә буйынса үҙ-ара төрлө фекер белдереп, һүҙ көрәштереү. □ Спорить. Мөһим мәсьәлә буйынса бәхәсләшеү.
■ [Сафый менән Ғирфан] фәнни темаларға сәғәттәр буйы бәхәсләшә торғайны. 3. Би
533