Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II. 96 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II

БАҠАУЫЛДЫҠ
Б АҠ АУЫЛ Д ЫҠ II (баҡауылдығы) и. диал. ҡар. сүмесбаш. Йылғала баҡауылдыҡ-тар һөҙәбеҙ.
БАҠА ҮЛӘНЕ и. бот. диал.
1. ҡар. үгәй инә үләне. Баҡа үләне йыйып килдем әле.
2. ҡар. юл япрағы. Баҡа үләнен бәрелгән ергә лә бәйләйҙәр.
3. ҡар. ҡаҙ үләне. Урамда түшәлеп баҡа үләне үҫкән.
4. ҡар. ылымыҡ. Йылғала баҡа үләне үҫә.
БАҠАШЕШ (Р.: свинка; И.: mumps; Т.: kabakulak) и. мед.
Ҡолаҡ арты биҙе шеше. □ Эпидемический паротит (свинка). Ҡолағыма баҡашеш сыҡҡан.
БАҠА ӘПСЕНЕ (Р.: заклинание жабы; И.: toad exorcising; T.: kara kurbağa büyüsü) и. миф.
Бака сирен арбау. □ Заговор, применяемый для избавления от туберкулёза шейных желез. Бағымсы баҡа әпсене әйтеп шешегемде бөтөрҙө.
БАҠА ЯҢАҠ (яңағы) (Р: туберкулёз шейных желез; И.: jugular gland Т. В.; T.: boyun bezi tüberkülozu) и. мед.
Ыйыҡлы яңаҡ. □ Туберкулёз шейных желез, доел. Жабья щека. Баҡа яңаҡтан дауаланыу.
БАҠА ЯПРАҒЫ (Р: неслия; И.: ballmustard; T.: toplu iğne hardalı) и. бот.
1. Ваҡ бөргәнәк. □ Неслия (лат. Neslia). Баҡа япрағы — ҡый үләне.
2. ҡар. юл япрағы. Яраға баҡа япрағы ябыу.
3. ҡар. үгәй инә үләне. Баҡа япрағы төнәтмәһе.
4. ҡар. томбойоҡ. Һыу өҫтөндә баҡа япраҡтары күренә.
5. ҡар. әҙрәс гөл. Баҡа япрағы гөлө үҙе сәскә кеүек матур япраҡлы була.
БАҠБАБАЙ и. бот. диал. ҡар. бәпембә 1. Бағыр-бағыр баҡбабай.
БАҠБАЙ и. диал. ҡар. бапаҡ I. Баҡбай кеүек ҡурҡыныс.
БАҠБАҠ I (баҡбағы-) и. зоол. диал. ҡар. ағуна. Баҡбаҡ — һыу ҡошо.
БАҠБАҠ II (баҡбағы-) и. бот. диал. ҡар. бәпембә 1. Баҡбаҡ сәскәһе.
БАҠ-БАҠ (Р: ква-ква; И.: quacking; Т: vakvak) оҡш.
Ҡабат-ҡабат баҡ иткән тауышты белдергән һүҙ. □ Ква-ква; кря-кря (многокр. от баҡ IV). ■ Тауыҡтар кет-кет көлә, өйрәктәр баҡ-баҡ килә. Т. Арслан.
БАҠ-БАҠ ИТЕҮ (баҡ-баҡ ит-) ҡ. ҡар. баҡылдау. Өйрәктәр баҡ-баҡ итеп ҡысҡырышалар.
БАҠ-БАҠ КИЛЕҮ (баҡ-баҡ кил-) ҡ. ҡар. баҡылдау. Күлдә баҡалар баҡ-баҡ килә.
БАҠ ҠАПСЫҒЫ и. диал. ҡар. ләм. Баҡ ҡапсығы булған йомшаҡ ер.
БАҠМА I (Р: инвалид, иждивенец; И.: disabled person; T: malul) и.
1. Зәғиф булыу сәбәпле ғүмер буйы ҡарауға мохтаж кеше; имгәк кеше. □ Человек, нуждающийся в попечении, уходе, инвалид, иждивенец. Баҡма булып ятыу.
2. Сирләшкә, ауырыу. □ Больной, болезненный, нездоровый. Баҡма ғына иренән ни өмөт.
БАҠМА II с. диал.
1. ҡар. ауырыу.
2. ҡар. ялҡау.
БАҠМАСЫ I и. диал. ҡар. баҡма I.
БАҠМАСЫ II с. диал. ҡар. баҡма II.
БАҠМАСЫ БУЛЫУ (баҡмасы бул ) (Р: нуждаться в посторонней помощи; И.: need any help; T: bakıma ihtiyacı olmak) ҡ. диал.
Ауырыу, имгәк булып кеше ҡулына ҡалыу. □ Нуждаться в посторонней помощи. Баҡмасы булып ятыу.
Б АҠМЫ Р и. диал. ҡар. ҡур I, 1. Баҡмыр һалып ҡымыҙ әсетергә ҡуйыу.
БАҠМЫРЛАУ (баҡмырла-) ҡ. диал. ҡар. кәйегеү. Баҡмырланым мин унан.
БАҠРА I [төрки, фин-уғыр телдәрендә таралған һүҙ] (Р: куколь; И.: corn cockle; T: karamuk) и. бот.
Көрән сәскәле, өс ҡырлы ғына ҡара орлоҡло ҡый үләне. □ Куколь (лат. Agrostemma).
96