ДИПЛОМАТИК КОРПУС
тағы ла Менделеев таблицаһындасы әллә купме матдә, диоксин, ҡурғаш... Д. Бүләков. 1990 йылдың яҙында Өфөнөң шул уҡ көньяҡ райондарында йәшәгән кешеләрҙең эсәр һыуы фенол, диоксин менән ағыуланғас, ҡаланың төрлө төбәктәрендә һаҡланып ҡалған шишмәләрҙең абруйы бик ныҡ артҡан ине. Баҡһаң, Өфөлә байтаҡ шишмәләр бар икән! Р. Бикбаев.
ДИОПТРИЯ [рус. <гр. dioptes ‘күҙәтеү, үлсәү’] (Р.: диоптрия; И.: dioptre; T: diyoptri) и.
1. Оптик быялаларҙың, линзаларҙың яҡтылыҡ нурҙарын һыныу көсөн үлсәү берәмеге. □ Диоптрия. Биш диоптриялы линза.
2. Күҙлек быялаһы. □ Диоптрия. Диоптрия алмаштырыу.
ДИОРАМА [рус. < гр. dia ‘аша’ + һогата ‘күренеш’] (Р: диорама; И.: diorama; Т.: diyorama) и.
1. Үтә күренмәле туҡыманың йәки тоноҡ быяланың ике яғына ла төшөрөлгән һүрәт. □ Диорама. Диорама куренеше.
2. Һүрәт алдына күләмле нәмәләр (макет, фигура) урынлаштырып эшләнгән һынлы сәнғәт. □ Диорама. Диорама эшләу. Севастополь диорамаһы.
ДИПЛОМ [рус. < фр. < гр. diploma ‘ике данала ебәрелгән рәсми акт’] (Р: диплом; И.: diploma, certificate of degree; T.: diploma) и.
1. Уҡыу йортон тамамлау йәки ниндәйҙер исем һәм дәрәжә бирелеү тураһындағы рәсми документ; таныҡлыҡ. □ Диплом. Уҡытыусы дипломы. Филология фәндәре докторы дипломы. ■ Иллә путёвка менән диплом ныҡ тәьҫир итте барыһына ла. А. Абдуллин. [Ирназар].. ауылға зоотехник дипломы алып ҡайтһын әле. Ә. Хәкимов.
2. Конкурс, күргәҙмә һ. б. ерҙә яулаған уңыш, яҡшы эш һөҙөмтәһе өсөн бирелгән маҡтау ҡағыҙы. □ Диплом. Гран-при дипломы. Юғары дәрәжәле диплом.
ДИПЛОМАНТ [рус.] (Р: дипломант; И.: winner of an award or prize; T.: mezun) и.
1. Диплом эше яҙған студент. □ Дипломант. Химия факультеты дипломанты. ■ Фейхтвангер әле лә уҙенең дипломантына
ышанды, бында уҙҙәренән тәржемәсе алып килеп торманы. Л. Яҡшыбаева.
2. Диплом/2) менән бүләкләнгән кеше. □ Дипломант. Йырсылар бәйгеһе дипломанты.
ДИПЛОМАТ [рус. < фр. diplomate] и.
1. ҡар. илсе I, 1. Рәсәй дипломаты. Дипломаттар йыйылышы.
2. һөйл. Кешеләр менән бик оҫта мөғәмәлә итә белгән кешегә ҡарата әйтелә. □ Дипломат. Яҡшы дипломат. ■ [Миңә таныш тугел кеше] сит хөкумәттә булып ҡайтһа ла, дипломат тугел икән... Ғ. Хәйри.
3. һөйл. Кәрәк-яраҡ нәмә һалып, ҡулда йөрөтә торған бәләкәй сумаҙан. □ Дипломат. ■ [Зөфәр] дипломатын кабинаға ҡуйҙы, уҙе ултырманы. Д. Бүләков.
ДИПЛОМАТИК (Р: дипломатический; И.: diplomatic; T.: diplomatik) с.
Дипломатияға мөнәсәбәтле, дипломатия менән бәйле. □ Дипломатический. Дипломатик мөнәсәбәттәрҙе көйләу. Дипломатик акция. Дипломатик вәкил. Дипломатик нота. Дипломатик сығыш.
ДИПЛОМАТИКА [рус.] (Р: дипломатика; И.: diplomatics; T.: eski resmi belgeleri inceleme bilimi) и.
Тарих фәнендә акттарҙың формаһын һәм йөкмәткеһен өйрәнә торған ярҙамсы дисциплина. □ Дипломатика. Дипломатика менән палеография тығыҙ бәйләнештә.
ДИПЛОМАТИК ВӘКИЛЛЕК (вәкиллеге) (Р: дипломатическое представительство; И.: legation; T.: elçi yollama, elçilik) u.
Сит илдә дәүләттең рәсми вәкиле булып торған ойошма. □ Дипломатическое представительство. Рәсәйҙең дипломатик вәкиллеге.
ДИПЛОМАТИК КОРПУС (Р: дипло матический корпус; И.: diplomatic corps; T: diplomat topluluğu) и.
Төрлө илдән килгән дипломатик вәкилдәр төркөмө. □ Дипломатический корпус. Дипломатик корпустың осрашыуы.
395