Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III. 396 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ДИПЛОМАТИК КУРЬЕР
ДИПЛОМАТИК КУРЬЕР (Р.: дипломатический курьер; И.: diplomatic courier (messenger); T.: diplomat kurye) u.
Дәүләт-ара бәйләнеш почтаһын йөрөткән кеше. □ Дипломатический курьер. Дипломатик курьер аша бәйләнеш булдырыу. Дипломатик курьер булып эшләу.
ДИПЛОМАТИЯ [рус. < фр. diplomatie < гр. diploma} (Р.: дипломатия; И.: diplomacy; T.: diplomasi, diplomatlık) и.
1. Хөкүмәттең халыҡ-ара дәүләт сәйәсәтен тормошҡа ашыра торған рәсми эшмәкәрлеге. □ Дипломатия. ■ [Генерал-губернатор Перовский] илдең көньяҡ сиктәрен киңәйтеу һәм нығытыу өсөн ҡулынан килгәндең барыһын да эшләне: серле дипломатияны ла, хәрби көстө лә, мәкерле хәйләне лә эшкә екте. 3. Ураҡсин.
2. һөйл. Бер маҡсатҡа ирешеү өсөн ҡулланылған оҫталыҡ, сослоҡ. □ Дипломатия. Дипломатия ҡулланыу.
ДИПЛОМАТЛЫҠ (дипломатлығы) и. ҡар. илселек.
ДИПЛОМЛЫ (Р: дипломированный; И.: having a degree, qualified; T.: diplomalı) с.
Уҡыу йортон тамамлап, диплом алған. □ Дипломированный. Дипломлы белгес. ■ Дипломлы врач булып ҡайтҡас, бәйләнә алмаҫтар. Ә. Хәкимов. Дипломлы уҡытыусылар өс бөртөк: ул уҙе, педучилище бөткән Мәрхәбә Бәхтиәрова менән башҡорт теле уҡытыусыһы Әминә Кәримова. Н. Мусин.
ДИПЛОМСЫ (Р: дипломник; И.: writer of a degree thesis; T.: diploma yazan öğrenci) и.
Диплом эшен, проектын башҡарыусы уҡыусы, студент. □ Дипломник. Диплом-сының сығарылыш квалификация эше.
ДИПЛОМ ЭШЕ и. ҡар. сығарылыш квалификация эше. Диплом эшен әҙерләу. Диплом эшен яҡлау. ■ Университетты тамамлағанда Линара уның [эколог Эрнест Фейхтвангерҙың] етәкселегендә экологик проблемаларға бәйле диплом эше яҙҙы һәм уңышлы яҡланы. Л. Яҡшыбаева.
ДИРАЙӘТ [ғәр. ] (Р: сообразительность; И.: knowledge (of); T.: dirayet) и. иҫк. кит.
Зирәклек, аңлылыҡ; тәрән аңлау, төшөнөү, белеү. □ Сообразительность, проницательность, способность. Дирайәт курһәтеу. Дирайәте яҡшы.
ДИРАЙӘТ ИТЕҮ (дирәйәт ит-) (Р: понимать; И.: acumen; T.: anlamak) ҡ.
Аңлау, белеү. □ Понимать, быть в курсе. Дирәйәт итеп тыңлау.
ДИРАЙӘТ ҠЫЛЫУ (дирайәт ҡыл-) ҡ. ҡар. дирәйәт итеү.
ДИРЕКТИВ (Р: директивный; И.: directive, directory; T.: direktif) с.
1. Күрһәтмә характерында. □ Директивный. Директив ойошма.
2. Күрһәтмәләр бирә торған. □ Директивный. Директив хат.
ДИРЕКТИВА [рус. < фр. directive < лат. dirigere ‘йүнәлтеү’] (Р: директива; И.: directive, directions; T.: direktif; yönerge) и.
Юғары органдар тарафынан бирелә торған күрһәтмә. □ Директивный. Хөкумәт директивалары. Директива биреу. Директиваларға нигеҙләнеу.
ДИРЕКТОР [рус. < лат. director < dire-gere ‘идара итеү’] (Р: директор; И.: director; T.: müdür, direktör) и.
Предприятие, учреждение етәксеһе; төп яуаплы кешеһе. □ Директор; руководитель предприятия. Училище директоры. ■ [Ялыуҙарҙың] кубеһе нахаҡтан бәлә яғырға тырышыу, тип әйтеп торҙо .. леспромхоз директоры. Н. Мусин. [Гайзулла бабай:] Ҡайһы саҡта эшлекһеҙ .. инспекторҙарҙы ла директор итеп раҫлайҙар. Р. Низамов.
ДИРЕКТОРАТ [рус.] (Р: директорат; И.: board of directors; T.: müdürlük) и.
Директор етәкселегендәге идара органы. □ Директорат. Колледж директораты. Директорат йыйылышы.
ДИРЕКТОРЛЫҠ (директорлығы) (Р: директорство; И.: directorship; T.: müdürlük) и.
Директор хеҙмәте, вазифаһы. □ Директорство. Директорлыҡҡа ҡуйыу. ■ Куҙ ку-
396