диск
реме açma, .. Мөхлисәһе тырышып-тырмашып директорлыҡ иткән «Ярлауыҡ» йәштәр рестораны. Й. Солтанов.
ДИРЕКЦИЯ [рус. < лат. directio ‘йүнәлеш’] и.
1. ҡар. директорат. Дирекциялағы һөйләшеүҙәр.
2. Шул идара урынлашҡан бүлмә йәки йорт. □ Дирекция. Дирекцияла булыу. ■ Йәғҙә, йылдам атлап, дирекцияға табан йүнәлде. А. Абдуллин. Козин уны [Моратты ], юғары квалификациялы белгес булараҡ, лесхоз дирекцияһында ҡалдырмаҡсы булғайны ла, тегеһе Ҡаратау лесничествоһына барырға теләүен әйтте. Н. Мусин.
ДИРИЖАБЛЬ [рус. < фр. dirigeable ‘идараителмәле’] (Р.: дирижабль; И.: dirigible (balloon); T.: güdümlü balon) и.
Һауанан еңелерәк газ тултырылған корпуслы, винты һауа менән хәрәкәткә килә торған рулле һәм моторлы осҡос аппарат; идара ителмәле аэростат. □ Дирижабль. Дирижаблдең тышы. Дирижаблдә осоу.
ДИРИЖЁР [рус. < фр. diriger ‘идара итеү’] (Р.: дирижёр; И.: conductor; T.: orkestra şefi) и.
Музыка әлкәһендә оркестр, хор, опера һәм балет спектаклдәренә етәкселек иткән кеше. □ Дирижёр. Опера һәм балет театры дирижёры.
ДИРИЖЁРЛЫҠ (дирижёрлығы) (Р: дирижёрство; И.: conductor’s position; T.: orkestra şefi görevi) u.
Дирижёр эше, вазифаһы. □ Дирижёрство. Дирижёрлыҡ пульты. Дирижёрлыҡ бүлеге уҡытыусыһы.
ДИРИЖЁРЛЫҠ ИТЕҮ (дирижёрлыҡ ит-) ҡ. ҡар. дирижирлау. Дирижёрлыҡ итеү буйынса күнекмә. Оркестр менән дирижёрлыҡ итеү. ■ [Сибай педколледжын-да] баян, фортепианола уйнау, вокал, дирижёрлыҡ итеү, ритмика, гармония, сольфеджио кеүек фәндәрҙе тәжрибәле уҡытыусылар алып бара. «Йәшлек», 21 ноябрь 2009.
ДИРИЖИРЛАУ (дирижирла-) (Р: дирижировать; И.: conduct; T.: orkestra şefliği yapmak) ҡ. кит.
Музыкаль әҫәр башҡарғанда оркестр йәки хор менән етәкселек итеү. □ Дирижировать. Милли оркестрға дирижирлау.
ДИРҮГӘ [рус. дерюга} (Р: дерюга; И.: hessian; T.: çuval bezi) и. диал.
Сепрәк балаҫ. □ Дерюга. Йәйелгән дирү-гә. Түшәлгән дирүгә. Матур дирүгә. ■ Ер иҙәненә иңләп дирүгә йәйелгән. Я. Хамматов.
ДИРҺӘМ [ғәр. е*>] (Р- дирхем; И.: currency unit in Morocco, etc.; T.: dirhem) u.
1. Ҡайһы бер ғәрәп илдәрендә аҡса берәмеге. □ Дирхем, дирхам. Биш дирһәм. Дирһәмгә һатып алыу.
2. Боронғо ғәрәп көмөш тәңкәһе. □ Дирхем. Дирһәмдәр күргәҙмәһе.
3. Мысыр һәм Суданда ҡиммәтле металл ауырлығын үлсәү берәмеге (3, 12 грамға тигеҙ). □ Дирхем. Ун дирһәм алтын.
ДИСБЕ [ғәр. и’ диал. ҡар. тиҫбе, тәсбих. Дисбе тартыу.
ДИСГАРМОНИЯ [рус. < гр. dys + һаг-monia ‘аһәңлек’] (Р: дисгармония; И.: disharmony; T.: uyumsuzluk) и. муз.
1. Өндәрҙең, тауыштарҙың боҙолоуы. □ Дисгармония. Дисгармониялы өндәрҙе кеше психикаһы ауыр кисерә.
2. Нимәләрҙеңдер бер-береһенә тура килмәгәнлеге. □ Дисгармония. Тауыш дисгармонияһы.
3. Үҙ-ара килешә алмаусанлыҡ, көйһөҙлөк. □ Дисгармония. Шәхестең дисгармонияһы.
ДИСК [рус. < гр. diskos ‘түңәрәк пластинка’] (Р: диск; И.: disc; Т.: disk) и.
1. Яҫы түңәрәк пластинка; ялпаҡ түңәрәк формаһындағы нәмә. □ Диск. Йырҙар яҙҙырылған диск. Популяр дискылар.
2. спорт. Спортта ырғытыу, ташлау өсөн ҡулланылған түңәрәк нәмә. □ Спортивный снаряд. Диск ташлауҙа ярышыу. ■ [М. Шай -моратов] спорт елкәһендә лә ярыштарҙа ҡатнаша, диск ырғытыуҙа алдынғылыҡты бирмәй. Р. Шәкүр.
397