Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III. 398 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ДИСКАНТ
3. махе. Ялпаҡ түңәрәк рәүешендәге тешле йәки тешһеҙ берәр ҡоролма, машина һ. б. детале. □ Диск. Автомобиль дискыһы. ■ Транспорттың барыһында ла шылып йөрөу өсөн туңәрәк диск файҙаланыла икән — сәйер ҙә, көлкө лә. Н. Ғәйетбаев.
4. Ҡул пулеметының, автоматтың патронлы яһаҡ ҡумтаһы. □ Диск. Тулы диск патрон.
ДИСКАНТ [рус. < урта лат. discantus] (Р.: дискант; И.: treble; Т.: diskant) и. муз.
1. Балаларға хас нәҙек юғары тауыш. □ Дискант. Дискант партияһы.
2. Шул тауыш менән йырлаған йырсы малай. □ Дискант. Дискант йырлай.
ДИСКВАЛИФИКАЦИЯ [рус ] (Р.: дисквалификация; И.: disqualification; T.: diskalifiye) и.
1. Кемдеңдер ниндәйҙер эшкә һәләтһеҙ тип табылыуы, квалификацияһы юҡ тип белдерелеүе. □ Дисквалификация. Дисквалификацияға эләгеу. Дисквалификацияла булыу.
2. Ниндәйҙер эште эшләй алмау, квалификацияның юғалыуы. □ Дисквалификация. Юристың дисквалификацияһы.
3. спорт. Спортсының ярышта ҡатнашыуҙан мәхрүм ителеүе. □ Дисквалификация. Ғумерлек дисквалификация.
ДИСКВАЛИФИКАЦИЯЛАНЫУ (дисквалификациялан-) ҡ. төш. ҡар. дисквалификациялау. страд, от дисквалификациялау.
ДИСКВАЛИФИКАЦИЯЛАУ (дисквалификацияла-) (Р: дисквалифицировать; И.: disqualify; T.: diskalifiye etmek) ҡ.
Квалификацияһын юҡҡа сығарыу, бөтөрөү. □ Дисквалифицировать. Юристы дисквалификациялау. Дисквалификациялау мәсьәләһен ҡарау.
ДИСК ЙӨРӨТМӘ (Р: дисковод; И.: disk drive; T.: sürücü) и. инф.
Мәғлүмәт йөрөтөүселә һаҡланған информацияны яҙҙырыу, уҡыу, күсермәһен алыу өсөн компьютерға тәғәйенләнгән ҡоролма. □ Дисковод. Диск йөрөтмә тиҙлеге.
ДИСКОВОД [рус.] и. инф. ҡар. диск йөрөтмә. Дисководты алыштырыу. Яңы дисковод ҡуйыу.
ДИСКОНТ [рус. < ингл. discount ‘ташлама’] (Р: дисконт; И.: discount; T.: ıskonto) и. фин.
1. Бер үк тауарға килтерелгән ваҡытына ҡарап ҡуйылған хаҡ айырмаһы. □ Дисконт. Дисконт билдәләу.
2. Вексель буйынса ваҡытынан алда түләгәндә алып ҡалынған шартлы процент суммаһы. □ Дисконт. Дисконт куләме.
3. Хаҡтарҙағы айырма. □ Дисконт.
ДИСКОТЕКА [рус. < гр. diskos ‘түңәрәк пластинка’ + theke ‘һаҡлағыс’] (Р: дискотека; И.: disc library, discotheque; Р: disko, diskotek) и.
Күңел аса торған мәҙәни сара. □ Дискотека. Дискотека ойоштороу. Дискотекала булыу. ■ [Вазифа — Йыһанға:]Дискотекала танышҡан егеткә сыҡҡан ҡыҙ бәхетһеҙ була тигәйнеңме әле? Бына, ҡара, ниндәй матур, нисек бәхетле улар! Н. Ғәйетбаев.
ДИСКРЕДИТАЦИЯ [рус. < фр. disere-diter ‘ышанысты бөтөрөү’] (Р: дискредитация; И.: discredit (to); T.: itibardan düşürme) и.
Кемгә, нимәгәлер булған ышаныстың юғалыуы, кемдеңдер авторитеты төшөүе, нимәнеңдер әһәмиәте кәмеүе. □ Дискредитация. Дискредитация ҡулланыу. Дискредитация юлы.
ДИСКРЕДИТАЦИЯЛАНЫУ (дискредитациялан-) ҡ. төш. ҡар. дискредитациялау. страд, от дискредитациялау. Теорияның дискредитацияланыу ы.
ДИСКРЕДИТАЦИЯЛАУ (дискредитацияла-) (Р: дискредитировать; И.: discredit; T.: itibardan düşürmek) ҡ.
Кемгә, нимәгәлер булған ышанысты юғалтыу, кемдеңдер авторитетын һанламау, нимәнеңдер әһәмиәтен кәметеп, кесерәйтеп ҡарау. □ Дискредитировать. Идеяны дискредитациялау.
ДИСКРИМИНАЦИОН (Р.: дискриминационный; И.: discriminatory; T.: diskrimina-syon, tefrik edici) с.
398