ДИСПЕРСЛЫ
Бүленеш, тарҡалыш, таралыш. □ Дисперсия. Дисперсия билдәләнеше. Дисперсия законы. Яҡтылыҡ дисперсияһы.
ДИСПЕРСЛЫ (Р.: дисперсный; И.: disperse; dispersed; T.: dağılma) с.
Бүленеп, тарҡалып ҡалыу. □ Дисперсный. Дисперслы йәшәгән халыҡ. Йәһүдтәр, әрмәндәр дисперслы йәшәгән халыҡтар төркөмөнә ҡарай.
ДИСПЕТЧЕР [рус. < ингл. dispatcher ‘көйләүсе’] (Р: диспетчер; И.: traffic controller; T.: hareket memuru) и.
Үҙәк пункттан транспорт йөрөшөн, предприятие, айырым бүлектәрҙең эшен көйләп, яйға һалып, графиктың үтәлешен тикшереп ултырған хеҙмәткәр. □ Диспетчер. Такси диспетчеры. Диспетчер пункты.
ДИСПЕТЧЕРЛАШТЫРЫЛЫУ (диспетчерлаштырыл-) ҡ. төш. ҡар. диспетчерлаштырыу. страд, от диспетчерлаштырыу. Промысла тулыһынса диспетчерлаштырылған.
ДИСПЕТЧЕРЛАШТЫРЫУ (диспетчерлаштыр-) (Р: проводить диспетчеризацию; И.: centralize traffic control; T.: programlama) ҡ.
Транспорт йөрөшөнә һәм хеҙмәт процесына идара эшен техник элемтә саралары ярҙамында үҙәкләштереү. □ Проводить диспетчеризацию. // Диспетчеризация. Автобустарҙы диспетчерлаштырыу.
ДИСПЕТЧЕРЛЫҠ (диспетчерлығы) (Р: диспетчерство; И.: dispatcher’s office; T: hareket memurluğu) и.
1. Диспетчер хеҙмәте. □ Диспетчерство. Диспетчерлыҡҡа инеү. Диспетчерлыҡтан белешеү.
2. Диспетчер эшләгән бүлмә. □ Диспетчерство. Диспетчерлыҡтан сығыу.
ДИСПЛЕЙ [рус. < ингл. display ‘күрһәтеү’] (Р.: дисплей; И.: display, (display) monitor; T.: ekran) и. инф.
Система эшкәрткән мәғлүмәтте ҡулланыусыға визуаль күрһәтеү өсөн тәғәйенләнгән электрон ҡорамал, экран. □ Дисплей. /
Дисплейный. Мониторҙың дисплейы. Телефондың дисплейы.
ДИСПОЗИЦИЯ [рус. < лат. dispositio ‘урын, торған ер’] (Р: диспозиция; И.: disposition; T.: dispozisyon) и. хәрби.
Ғәскәрҙе, флотты һуғыш ҡырында йәки туҡтаған, торған ерендә урынлаштырыу планы. □ Диспозиция. Кораблдәрҙең диспозицияһы. Гәскәрҙең диспозицияһы.
ДИСПРОПОРЦИОНАЛЬ (Р: диспро порциональный; И.: disproportional; T.: oransız) с. кит.
Пропорцияһы булмаған, нисбәтһеҙ.
□ Диспропорциональный. Диспропорциональ урынлашыу. Диспропорциональ үҫеш.
ДИСПРОПОРЦИЯ [рус. < фр. disproportion < лат. dis... алъялғауы + proportio ‘мөнәсәбәт’] (Р: диспропорция; И.: disproportion, imbalance; T: oransızlık) и. кит.
Пропорция булмауы, нисбәтһеҙлек. □ Диспропорция. Диспропорция күренеше.
ДИСПУТ [рус. < лат. disputare ‘бәхәсләшеү’] (Р: диспут; И.: public debate; T.: tartışma) и.
Сәйәси, фәнни, әҙәби һ. б. тема буйынса халыҡ алдында үткәрелгән һүҙ көрәше; бәхәс. □ Диспут. Диспуттар үткәреү. ■ Капитан дауахананың изоляторында бындай диспут килеп сығыр тип уйламаған, күрәһең, баҙап ҡалды. Д. Бүләков. Сәхибә туташ хаҡында, был йылдарҙа бик ныҡ таралған дингә ҡаршы диспуттарҙа йыш ҡатнаша, һөйләй башлаһа, теле телгә йоҡмай, һүҙҙә кешене алдына сығармай, ҡара халыҡты ғына түгел, муллаларҙы ла аптырата ла ҡуя икән, тип һөйләйҙәр. 3. Биишева.
ДИССЕРТАЦИОН (Р: диссертационный; И.: dissertation; T.: tez ile ilgili) с.
Диссертацияға мөнәсәбәтле, бәйле.
□ Диссертационный. Диссертацион совет. Диссертацион ҡулъяҙмалар. Бер диссертацион тикшеренеүҙә генә монументаль ҡомартҡыбыҙҙың бөтә тел үҙенсәлектәрен тикшереп бөтөп булмағанлығын иҫәпкә алырға кәрәк.
400