ДИССОНАНС
ДИССЕРТАНТ [рус. < лат.] (Р.: диссертант; И.: candidate for a degree; T.: tezini hazırlayan kimse) u.
Диссертация яҡлаусы кеше. □ Диссертант. Диссертанттың фекер йөрөтөүе. Диссертанттың яҡлауға сығарған һығымталары. ■ «Диссертант [Д. Бураҡаев] иң бәхәсле тема һайлап алған һәм уны бик оҫта хәл иткән», — тине С. Солтанов. «Башҡортостан», 12 июнь 2008.
ДИССЕРТАЦИЯ [рус. <лат. dissertatio ‘ғилми тикшереү’] (Р.: диссертация; И.: thesis, dissertation; T.: tez) и.
Фәнни учреждениеның ғилми советы ултырышында ғилми дәрәжә алыу өсөн халыҡ алдында яҡланған фәнни эш. □ Диссертация. Диссертацияның бүлеге. Н Рәсүл Эмирович ҡатыны Йомабикәнең диссертация тамамлауына ҡағылып үтте, унан донъя хәлдәренә күсте. Ә. Хәкимов. М. Ҡулаев 1910 йылда медицина докторы дәрәжәһенә имтихандар тапшыра, диссертация өҫтөндә эшләй башлай. Р. Шәкүр. Үткән диссертациялар төшөнә керһә лә, һалҡын тиргә батып уянып китә ул. Д. Бүләков.
ДИССИДЕНТ [рус. < лат. dissidens ‘килешмәгән’, ‘башҡаса уйлаған’] (Р: диссидент; И.: dissident; T.: muhalif) и.
Үҙ илендәге идара, сәйәси системаға ҡаршы сығыусы кеше. □ Диссидент. Диссидент булыу. ■ Именлек һаҡлау ойошмалары, ваҡ балыҡ аңдыған суртан кеүек, шымып то-ра-торала аңғармаҫтан берәй диссидентты ҡарпып тота. Ә. Хәкимов.
ДИССИДЕНТЛЫҠ (диссидентлығы) (Р: диссидентство; И.: dissidence, dissent; T.: muhalif) и.
Диссидент булыу. □ Диссидентство. Дис-сидентлыҡ күренеше.
ДИССИДЕНТГАРСА (Р: по-диссидентски; И.: in the dissident way; T.: muhalif gibi) р.
Диссидентҡа оҡшап, диссидент кеүек булып йөрөү. □ По-диссидентски. Диссидент-тарса ҡыланыу.
ДИССИМИЛЯТИВ (Р: диссимилятивный; И.: dissimilative; T.: disimilasyon) с.
Диссимиляцияға мөнәсәбәтле. □ Диссимилятивный. ■ Ҡатай башҡорттары диалектында V—VII быуаттарҙағы Йәнәсәй-Орхон ҡомартҡылары теленең үҙенсәлектәре, атап әйткәндә, «лт», «мт», «нт», «ңт», «мк», «нк» кеүек диссимилятив берләшмәләр һаҡланып ҡалған. «Ватандаш», № 10, 2001.
ДИССИМИЛЯЦИЯ [рус. < лат. dissimi-latio ‘оҡшашмау’] (Р: диссимиляция; И.: dissimilation; Т.: disimilasyon) и.
1. лингв. Фонетик оҡшашлыҡты бөтөрә торған үҙгәреш; киреһе — ассимиляция.
□ Диссимиляция. Өндәр диссимиляцияһы.
■ Диссимиляция — оҡшашмау, ярашмау тигән һүҙ, һәм ул эргәләш торған тартынҡы өндәрҙең бер-береһе менән оҡшашмауын белдерә. Ж. Кейекбаев.
2. биол. Ҡатмарлы органик берләшмәләрҙең ябайыраҡ матдәләргә тарҡалыуы.
□ Диссимиляция. Аҡһымдарҙың диссимиляцияһы. ■ Диссимиляция — күҙәнәктә бара торған бүленеү реакцияларының йыйылмаһы. Картотека фондынан.
ДИССИМИЛЯЦИЯЛАНЫУ (диссимиляциялан-) (Р: диссимилироваться; И.: dissimilate; T.: farklı yapma) ҡ. лингв.
Үҙгәреш арҡаһында фонетик оҡшашлыҡ бөтөү (өндәргә ҡарата). □ Диссимилироваться. // Диссимиляция. Тулыһынса диссимиляцияланыу.
ДИССОНАНС [рус. < фр. dissonance < лат. dissonans ‘тигеҙ яңғырамаған’] (Р: диссонанс; И.: dissonance, discord; T.: dissonans) и.
1. муз. Өндәрҙең, ауаздың гармонияһы булмауы, ярашһыҙлығы, килешһеҙлеге; аһәңһеҙлек; киреһе — консонанс. □ Диссонанс. Диссонанстың киреһе — консонанс.
■ Кәм рифманың үҙенсәлекле формалары — диссонанс һәм ассонанс. Диссонанста фәҡәт тартынҡы өндәр генә ауаздаш булалар һәм ҡабатланып киләләр. К. Әхмәтйәнов.
2. күсм. һөйл. Ниндәйҙер эш-хәлдәге ярашһыҙлыҡ, тарҡаулыҡ. □ Диссонанс. Сәйер диссонанс. Ваҡытһыҙ диссонанс.
401