Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III. 402 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ДИССОНАНС БУЛЫУ
ДИССОНАНС БУЛЫУ (диссонанс бул-) (Р.: диссонировать; И.: be out of tune; T.: falso yapmak) ҡ.
1. Килешһеҙ яңғырау, аһәңһеҙ булыу.
□ Диссонировать. Диссонанс булып яңғырай.
2. кусм. һөйл. Ниндәйҙер эш-хәлдең ярашһыҙ булыуы, тарҡаулыҡ барлыҡҡа килеү. □ Диссонировать. Фекерҙәрҙең диссонанс булыуы.
ДИССОЦИАЦИЯ [рус. < лат. dissociatio ‘тарҡалыу’] (Р: диссоциация; И.: dissociation; T.: ayrılma, dağılım) и.
1. физ., хим. Молекулаларҙың бер нисә ябай өлөшкә — молекула, атом, ион һ. б. тарҡалышы. □ Диссоциация. Термик диссоциация. Тулы диссоциация.
2. психол. Психик процестарҙың үҙ-ара бәйләнешенең боҙолоуы. □ Диссоциация. Ассоциация — диссоциацияның ҡапма-ҡаршыһы.
ДИСТАНЦИОН (Р: дистанционный; И.: remote; distant; T.: uzaktan) с.
Билдәле бер алыҫлыҡта, күпмелер арала эш иткән. □ Дистанционный. Дистанцион уҡытыу. Дистанцион бомба.
ДИСТАНЦИЯ [рус. < лат. distantia] (Р: дистанция; И.: distance; T.: mesafe) и.
1. Ике аралағы алыҫлыҡ; ара. □ Дистанция. Дистанциянан идара итеу. Дистанция бомбаһы. ■ Беренсе взвод дивизия штабы ҡарамағына ебәрелә. Иртәнге сәғәт бишкә барып етергә... Икенсе взвод полктың артынан төшә. Кадыров взводы колонна алдында бара. Дистанция — биш йөҙ метр!.. Ә. Хәкимов.
2. спорт. Старт менән финиш араһы; ара.
□ Дистанция. Алыҫ дистанцияға йугерешеу. Төрлө дистанцияларға йугерешеуҙәр бик ҡыҙыҡлы утте. ■ Спорт менән шөғөлләнәм. Алыҫ дистанцияға йугереу һәм саңғы буйынса спорт мастерымын. Д. Бураҡаев.
3. т. юл. Тимер юлында административ-техник бүленеш участкаһы. □ Дистанция. Дистанция начальнигы. ■ Береһе ҡаланан йыраҡ тугел ерҙәге ялан районы, икенсеһе минең тыуған ауылым Сыуаҡай аша уткән
тракттағы дуртенсе юл дистанцияһы ине. Н. Мусин. Бына ҡарағыҙ. Рәсәйҙеңкөнсығыш сик һыҙаты Тобол йылғаһы аръяғынан Урал йылғаһы ағымы буйлап Каспий диңгеҙенә саҡлы һуҙылған биш дистанциянан тора. Я. Хамматов.
4. кусм. Кешенең йәмғиәттә тотҡан урынын иҫәпкә алып, этик нормалар буйынса билдәленгән бер ара. □ Дистанция. Уҡыусы менән уҡытыусы араһындағы дистанция.
ДИСТАНЦИЯНАН СЫҒЫУ (дистанциянан сыҡ-) (Р: сойти с дистанции; И.: not to stay the course; T: katılmaktan vaz geçmek) ҡ. спорт.
Бәйге, саңғы, йүгереү ярыштары ваҡытында артабан ҡатнашыуҙан сығыу. □ Сойти с дистанции. Саңғысының дистанциянан сығыуы.
ДИСТАНЦИЯ ТОТОУ (дистанция тот-) (Р: держать дистанцию; И.: keep distance; T.: mesafe tutmak) ҡ.
1. Билдәләнгән арауыҡты һаҡлау. □ Держать дистанцию. Юл хәрәкәтендә дистанцияны тотоу.
2. Ниндәйҙер сәбәп буйынса кем менәндер яҡынайыуҙан тыйылыу. □ Держать дистанцию.
ДИСТИЛЛЯТ [рус.] (Р: дистиллят; И.: distillate; T.: damıtık sıvı) и.
Дистиллятор менән ҡыуып алынған шыйыҡ продукт. □ Дистиллят. Нефттең дистилляттары.
ДИСТИЛЛЯТОР [рус.] (Р: дистиллятор; И.: distiller; T.: damıt ma aleti) и.
Дистилляция яһай торған аппарат. □ Дистиллятор. Дистиллятор аша уткәреу. Дистиллятор ҡулланыу. Дарыу хана дистилляторы.
ДИСТИЛЛЯЦИЯ [рус. <лат. distillatio ‘тамсылап ағыу’] (Р: дистилляция; И.: distillation; T.: damıtma) и.
Шыйыҡлыҡтың ҡайнатып ҡыуыу юлы менән таҙартылыуы. □ Дистилляция. Дистилляция уткәреу. Дистилляция яһалған һыу.
402