Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III. 403 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ДИСЦИПЛИНАР УСТАВ
ДИСТИЛЛЯЦИЯЛАНЫУ (дистилля-циялан-) ҡ. төш. ҡар. дистилляциялау. страд, от дистилляциялау. Дистилляция-ланған һыу.
ДИСТИЛЛЯЦИЯЛАУ (дистилляцияла-) (Р.: дистиллировать; И.: distil; T.: damıtmak) ҡ.
Ҡайнатып ҡыуыу юлы менән таҙартыу, дистилляция яһау. □ Дистиллировать. Һыуҙы дистилляциялау.
ДИСТИЛЛЯЦИЯ ЯҺАУ (дистилляция яһа-) ҡ. ҡар. дистилляциялау.
ДИСТРОФИК I (дистрофигы) [рус.] (Р.: дистрофик; И.: dystrophic person; T.: distrofik) и. һөйл.
Дистрофия менән ауырыған кеше. □ Дистрофик. Дистрофик кеуек.
ДИСТРОФИК II (Р: дистрофичный; И.: dystrophic; T.: distrofi) с.
Дистрофияға бәйләнешле, дистрофияға мөнәсәбәтле. □ Дистрофичный. Дистрофик уҙгәреш. Дистрофик полиартрит.
ДИСТРОФИЯ [рус. < гр. dys алъялғауы + trephein ‘туҡландырыу’] (Р: дистрофия; И.: dystrophy; Т.: distrofi) и.
Туҡыма һәм ағзалар туҡланышының боҙолоуы, үҙгәреше. □ Дистрофия. Туҡымалар дистрофияһы. ■ Дистрофия менән сирләп, яуҙан ҡайтҡан һалдатҡа мин шифа тип, мин дауа тип, бал урала ҡалаҡҡа. Р. Шәкүр.
ДИСЦИПЛИНА I [рус. < лат. disciplina, discere ‘уҡыу’] (Р: дисциплина; И.: discipline; subject T.: disiplin) и.
Берәй коллективтағы бөтә кеше мәжбүри буйһонорға тейеш булған ныҡлы әхлаҡ, ҡылыҡ ҡағиҙәһе; тәртип. □ Дисциплина. Хеҙмәт дисциплинаһы. Хәрби дисциплина. Дисциплина боҙоу. ■ Демократия — законһыҙлыҡ, башыңа ниндәй уй килде — шуны эшләнең тугел дә инде, былай бит анархияға ла бер аҙым ғына ҡала. Киреһенсә, илдә тәртип, дисциплина булырға тейеш. Ә. Хәкимов. [Сабир] колхозда тырышып эшләргә, хеҙмәт дисциплинаһын боҙмаҫҡа, яңылыш юлға баҫыусылар менән уҙе аяуһыҙ
көрәшәсәген белдереп, ант итте. Я. Хамматов.
ДИСЦИПЛИНА II [рус. < лат. disciplina, discere ‘уҡыу’] и. ҡар. фән 2.
ДИСЦИПЛИНАЛЫ (Р: дисциплинированный; И.: disciplined; T.: disiplinli) с.
Дисциплинаны тотҡан, дисциплинаға буйһонған, тәртипле. □ Дисциплинированный. Дисциплиналы студенттар. ■ Фекер әйләнеше киңәйеп, асыҡланып китте. Тыуыр көндәре, дисциплиналы боецтар кеуек, айырым асыҡ куҙ алдына килеп баҫты. И. Насыри. Беҙҙең армиябыҙ еңелмәҫ булһын өсөн, ошо ҡыйыу һәм батыр һалдаттарҙың дисциплиналы, ойошҡан, берҙәм булыуҙары, тантаналы парадтарҙа ғына тугел, һуғыш яланында ла бергә ашлауҙары, бергә һулыш алыуҙары, һуғыш яланында ла бер-береһенең терһәктәрен тойоуҙары кәрәк, бик кәрәк. Ғ. Әмири.
ДИСЦИПЛИНАР (Р: дисциплинарный; И.: disciplinary; T.: disiplin) с.
1. Дисциплинаға мөнәсәбәтле. □ Дисциплинарный. Дисциплинар устав. Дисциплинар яуаплылыҡ. ■ Кусимовтың был дисциплинар тәртипһеҙлеге язаһыҙ ҡалмаҫ. Р. Өмөтбаев.
2. Тәртип боҙоу менән бәйле. □ Дисциплинарный. Дисциплинар яза. Дисциплинар батальон. ■ Закон буйынса, әгәр теге йәки был эшсенең хеҙмәт дисциплинаһын боҙоуҙа ғәйепле булыуы беленгәндең һуңынан бер ай ваҡыт уҙһа, уға дисциплинар яза бирелмәй. «Башҡортостан», 8 август 2005.
ДИСЦИПЛИНАР РОТА и. хәрби. ҡар. дисциплинар часть.
ДИСЦИПЛИНАР УСТАВ (Р.: дисциплинарный устав; И.: disciplinary regulations; T.: nizamname) и. хәрби.
Хәрби тәртип ҡағиҙәләрен билдәләй торған рәсми документ. □ Дисциплинарный устав. Дисциплинар уставты белеу. ■ Рота -ла саҡта уҙеңдең рота командирының кейә-уе икәнеңде онот, боевой командир бул. Әөйҙә инде — һеҙҙең эш: берегеҙ — кейәу, икенсегеҙ — ҡайнатай, өсөнсөгөҙ кәләш бул
403