ДИСЦИПЛИНАР ЧАСТЬ
һын. Быныһы дисциплинар устав менән тыйыла торған эш тугел. Н. Мусин.
ДИСЦИПЛИНАР ЧАСТЬ (Р.: дисциплинарная часть; И.: disciplinary unit; T.: disiplin ünitesi) и. хәрби.
Хөкөмгә тарттырылған хәрбиҙәргә яза атҡарыу өсөн тәғәйенләнгән махсус хәрби берәмек. □ Дисциплинарная часть.
ДИСЦИПЛИНА ҺАҠЛАУ (дисциплина һаҡла-) (Р.: соблюдать дисциплину; И.: observe discipline; T.: disiplini korumak) ҡ.
Берәй коллективтағы бөтә кеше мәжбүри буйһонорға тейеш булған тәртип ҡағиҙәләрен һаҡлау; тәртипкә буйһоноу. □ Соблюдать дисциплину, быть дисциплинированным. Уҡыусылар дисциплина һаҡлай.
ДИСЦИПЛИНАҺЫҘ (Р. : недисциплинированный; И.: undisciplined; T.: disiplinsiz) с.
Дисциплинаны тотмаған, дисциплинаға буйһонмаған, тәртипһеҙ. □ Недисциплинированный. Дисциплинаһыҙ студент. ■ Уны йәлләу — дисциплинаны курәләтә юҡҡа сығарыуға тиц, ә дисциплинаһыҙ армия булмай! Я. Хамматов.
ДИСӘТИНӘ [рус. десятина] (Р: десятина; И.: tithe; T.: onda bir) и. иҫк.
Гектарҙың 1,09 өлөшөнә тиң булған (2400 кв. сажинға тигеҙ) метрик системаға ҡәҙәр ҡулланылған элекке ер үлсәү берәмеге. □ Десятина. Дисәтинәгә булеу. ■ Сәләхетдин .. һөрөлмәй ятҡан ун дисәтинәләй сиҙәм ерҙе арҡылыһына-буйына йөрөп сыҡты. Ә. Хәкимов. Ул [Ҡотлояр] йөҙәр дисәтинә иген сәсә, икешәр-өсәр йөҙ баш йылҡы аҫрай. Д. Юлтый. Тубәнге Ҡарамалыла алпауыт Фрол Головин бер нисә йыл эсендә биләгән ерҙәрен меңдәрсә дисәтинәгә еткереп, бығаса был тирәлә курелмәгән ҙурлыҡта йорт-ҡура һалып ебәрә. М. Хужин.
ДИСӘТИНӘЛӘП (Р.: десятинами; И.: by dessiatinas; T.: onda bir ile) р. иҫк.
Дисәтинәгә һалып. □ Десятинами. Дисәтинәләп билдәләу. ■ Уйылдан тигән әҙәм йыл һайын етмеш мең бот йукә сығырлыҡ һалабаш һалдырған. Бының өсөн .. ун биш
йыл эсендә генә лә башҡорт урманының даны иҫәпләнгән егерме биш мең дисәтинәләп йукә урманын киҫтергән. Н. Мусин. Байгилде ағай һәр яҙ ҡайтып, ике-өс дисәтинәләп ашлыҡ, көнбағыш сәсәлә, бер көн дә ял итмәй, ҡыуғынға төшөп китә. 3. Биишева.
ДИСӘТНИК (дисәтниге) [рус. десятник] (Р.: десятник; И.: foreman; T.: ırgat başı) и. иҫк.
1. Төҙөү эшендәге эшселәр төркөмөнөң башлығы; ун башы. □ Десятник. Дисәтник булыу. ■ [Ҡотлоғужа — Торомтайға:] Әллә миңә дисәтник һымағыраҡ кеше булып эшкә ялланаһыңмы? Бутәндәрҙе өйрәтеп кенә йөрөрһөң? Н. Мусин.
2. ҡар. дисәтский. Дисәтниктәрҙе саҡыртыу.
ДИСӘТСКИЙ [рус. десятский] (Р.: десятский; И.: village policeman; T.: polis memuru) и. иҫк.
Инҡилапҡа тиклемге Рәсәйҙә ауылда крәҫтиәндәр араһынан һайланып ҡуйылып полицейский вазифаһын үтәгән кеше. □ Десятский. Ҡурше ауыл дисәтскийы. ■ Был нәмәләрҙе алып сығыусылар — кукрәгенә миҙал таҡҡан Сәләхи староста менән бер ҡылыслы кеше һәм бер нисә дисәтский ине. М. Ғафури. Ишмырҙа. Ул ни тигән эш?! Ҡайҙа ауылнай? Ҡайҙа дисәтскийҙәр? Д Юлтый.
ДИУАН I [фарс. (Р.: диван; И.: former Turkey’s supreme council; T: divan) и. map.
Элекке Төркиәнең солтан янындағы юғарғы т үрәләр советы. □ Диван (высший совет государства при султане прежней Турции). Диуан ултырышы.
ДИУАН II [фарс. (P: диван; И.: collection of Oriental poetry; T: divan) и. иҫк. кит. әҙ.
Көнсығыш әҙәбиәтендә лирик шиғырҙар йыйынтығы. □ Диван (сборник стихотворений). Диуан буләк итеу. ■ Ҡараһаң, Аҡ-мулланың диуаны был, эсендә — һыуһағанға шәрбәтле һыу. М. Аҡмулла.
ДИУАНА [фарс. (Р: сумасшедший; И.: mad, insane; T: divane) с.
404