Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III. 405 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ДИФИРАМБ
1. Аҡылы юҡ; йүләр, тиле. □ Сумасшедший, умалишённый, помешанный. ■ Хөрәфәттән башы әйләнеп бөткән ҡайһы бер ҡарттар уны [һабрауҙы] диуанаға һанай. Ә. Хәкимов. Диуана мин, диуана, донъя менән йыуанам. Р. Ғарипов. Был ахмаҡ, был диуана, тимәгеҙҙәр, ни була: эштәре куп, тиһәгеҙҙәр. М. Өмөтбаев, һабантуйҙың да уҙ батыры менән бахыры ла, һәләтлеһе менән һәләтһеҙе лә, ил ағаһы менән диуанаһы ла бар икән шул. Ғ. Хөсәйенов. Фани донъяларҙы бер уйлаһаң, башҡынайың булыр диуана. Халыҡ йырынан. • Тулы айға ҡарама, диуана булырһың. Тыйыу.
2. миф. Мифологияла изге, күрәҙәлек итә алған кеше. □ Предсказатель, святой. Диуананың курәҙәселеге.
3. дини. Бөтә күңелен дингә һалып, донъяуи нәмәнән баш тартып, ил буйлап йөрөгән дини кеше, суфый тураһында әйтелә.
□ Дервиш. Диуана булып йөрөу. ■ Минең рухи уҫешемә урҙә әйтелгән өс төркөм зыялыларҙан тыш тағы бер нисә кеше йоғонто яһаны. Шуларҙың береһе — Муллағол диуана. Ә.-З. Вәлиди.
♦ Башты диуанаға һалыу махсус рәүештә ниҙелер аңламаған булып ҡыланыу, уға иғтибар итмәү. □ Приворяться глупым, тупым. ■ [Ханов:] Борһанов, башыңды диуанаға һалма, һиңә лә, миңә лә йәшәргә кәрәк, ә шелтәләр гел яуа башлаһа ялҡыта ул. И. Абдуллин.
ДИУАНА БУЛЫУ (диуана бул-) ҡ. ҡар. диуаналаныу.
ДИУАНА ИТЕҮ (диуана ит ) (Р.: лишить рассудка; И.: make smb go off his/her mind; T: divane olmak) ҡ.
Диуанаға (1) әйләндереү. □ Лишить рассудка. Диуана итеп ҡарау.
ДИУАНАЛАНЫУ (диуаналан ) (Р: помешаться; И.: go mad; T: divane olmak) ҡ.
1. Диуана (1) булыу, диуанаға әйләнеү.
□ Помешаться, лишиться рассудка. Диуаналанып йөрөу.
2. Диуаналарса, аҡылһыҙҙарса ҡыланыу.
□ Шутить, дурачиться, чудить. Диуанала
нып ултырыу. ■ [Хәсби:[һин диуаналанма... Ҡаймағымды әрәм итә яҙҙы алйыған баш! Ҡ. Даян.
ДИУАНАЛЫҠ (диуаналығы) (Р.: сумасшествие; И.: mental illness; madness; T: divanelik) и.
1. Диуана кешегә хас сифаттар. □ Сумасшествие, помешательство. ■ Гәрсә уҙем биш намаҙымды ҡалдырмаҫ йән булһам да, дини-лекте диуаналыҡҡа алмаштырыу тарафында тугелмен. Й. Солтанов. Атайымды саманан артып барған ошо диуаналыҡтан арындырыу өсөн: «Атай, аттарға һыу бирәйемме?» — тип өндәштем. Ә.-З. Вәлиди.
2. Сиктән сыҡҡан шаянлыҡ. □ Дурачество. Диуаналыҡ менән булашыу. Диуаналыҡ курһәтеу. ■ Улай ҙа туҙмәне, мыйығын һыйпап ҡуйҙы. Ҡәйнешенең диуаналығынан ҡәнәғәт ине ул. Ә. Хәкимов. Насиптың ҡунаҡсыллығын, йомартлығын беҙ мәрәкәгә һанабыраҡ, диуаналыҡҡа япһарыбыраҡ ҡабул иттек, моғайын. М. Кәрим.
ДИУАР [фарс. (Р: стена; И.: wall; Т: duvar) и. иҫк.
1. Стена, ҡойма. □ Стена. ■ Ҡапҡалар бикле, бейек диуарҙар өҫтөндә уҡ-һаҙаҡ аҫҡан һөмөр сырайлы һаҡсылар куренә. Ә. Хәкимов. Йөҙөм урмәләп уҫер алтынланған диуар бар... М. Өмөтбаев. Таш диуар һелкенде лә, куҙ алдымда ҙур ер тишеге пәйҙә булды. «Алдар менән Зөһрә». Баҡса диуар менән уратып алынғайны. Ә.-З. Вәлиди. Ул арала бынан диуарҙары көңгөртләнеп куренгән Азов ҡәлғәһенән һул яҡтағыраҡ һырт артынан ябырылып килеп сыҡҡан һыбайлылар куренде. Н. Мусин.
2. кусм. Тормоштағы кәртә, ҡаршылыҡтар. □ Стена.
ДИҮӘРЕЙ и. миф. диал. ҡар. дейеү.
ДИФИРАМБ [рус. < гр. dithyrambos] (Р: дифирамб; И.: dithyramb; T: övgü) и.
1. Боронғо Грецияла Дионис тигән тәңре хөрмәтенә башҡарылған тантаналы күмәк йыр. □ Дифирамб. Дифирамб манераһы. Дифирамбта поэзия, музыка, бейеу хәрәкәттәре, мимика аһәңле бәйләнештә булған.
405