ДИФИРАМБ ЙЫРЛАУ
2. Ода һымаҡ лирик маҡтау шиғыры.
□ Дифирамб. Дифирамб яҙыу.
3. һөйл. Күккә күтәреп маҡтаған һүҙ.
□ Дифирамб. Дифирамб эйтеу.
ДИФИРАМБ ЙЫРЛАУ (дифирамб йырла-) (Р.: петь дифирамбы; И.: sing praises; T.: övmek) ҡ.
Ярамһаҡланып, кешене самаһыҙ маҡтау.
□ Петь дифирамбы, һәр ерҙә лә турәләргә дифирамб йырлаусылар табыла инде ул.
ДИФРАКЦИЯ [рус. < лат. diffractus ‘һынған’] (Р.: дифракция; И.: diffraction; Т.: difraksyon, kırınım) и. физ.
Яҡтылыҡ, тауыш һ. б. тулҡындарының юлда осраған ҡаршылыҡ, тотҡарлыҡтарҙы уратып, ситләтеп үтеүе. □ Дифракция. Тауыш дифракцияһы.
ДИФТЕРИЯ [рус. < фр. < гр. diphterion ‘йоҡа тире, плёнка’] и. мед. ҡар. тамаҡ рәнйеүе. Дифтериянан вафат булыу. Дифтерияны ауыр уткәреу. ■ Ғәлиә профилактик эшкә лә ҙур әһәмиәт бирә. Йәш балаларға дифтерияға, сәсәккә һәм башҡа инфекцион ауырыуҙарға ҡаршы прививка уткәреу бара. «Башҡортостан», 6 ноябрь 2007. Дифтерия — йоғошло ауырыу. Йышыраҡ бала-сағала була. В. Ғүмәров.
ДИФТОНГ [рус. < гр. diphthongos ‘ике өн менән’, ‘ике тон менән’] (Р: дифтонг; И.: diphthong; T.: diftong) и. лингв.
Бергә ҡушып әйтелеп, бер ижек эсенә ингән ике һуҙынҡы өн. □ Дифтонг. Амплуа, Никарагуа, Паоло тибындағы һуҙҙәрҙә диф-■ тонгылар бар.
ДИФТОНГЫЛАШЫУ (дифтонгы-лаш-) (Р: дифтонгизация; И.: diphthongize; T.: diftonglaşma) ҡ.
Дифтонгҡа әйләнеү (ябай һуҙынҡы он тураһында). □ Дифтонгизация. Өндәрҙец дифтонгылашыуы.
ДИФФЕРЕНЦИАЛ [рус. < лат. differentia ‘айырма’] (Р: дифференциал; И.: differential; T.: diferansiyel) и.
1. мат. Функция үҫемсәһенең төп һыҙыҡса өлөшө. □ Дифференциал. Дифференциалды сығарыу. Дифференциалды билдәләу.
2. тех. Машинаның һәр йөрөткөс тәгәрмәсенә үҙ тиҙлеге менән әйләнергә мөмкинлек биргән механизм. □ Дифференциал. Дифференциалды алмаштырыу. ■ Трактор-ҙыц артҡы өлөшөндә дифференциал өҫтөндә соҡонған бригадир Сухаруков ҡайһы саҡта ҡысҡырып ебәрә: — Теләһә ни булһын, егеттәр, бирешмәҫкә! А. Карнай.
ДИФФЕРЕНЦИАЛЬ (Р. дифференциальный; И.: differential; T.: diferansiyel) с.
1. Төрлө шартҡа ҡарата төрлө булған.
□ Дифференциальный. Дифференциаль ысул. Дифференциаль тариф.
2. мат. Дифференциалға (1) мөнәсәбәтле. □ Дифференциальный. Дифференциаль геометрия.
ДИФФЕРЕНЦИАЦИЯ [рус. < лат. differentia 'төрлөлөк, айырма'] (Р: дифференциация; И.: differentiation; T.: ayrımlaşma) и. кит.
Бүленеү. □ Дифференциация. Синфи дифференциация. ■ Башҡорт халыҡ мәҡәл, әйтемдәренец байтаҡ өлөшө синфи дифференциация уҫә һәм көсәйә барған ауыл тормошон сағылдыра. Ә. Харисов.
ДИФФЕРЕНЦИАЦИЯЛАНЫУ (дифференциациялан-) ҡ.
1. төш. ҡар. дифференциациялау, страд, от дифференциациялау. ■ Ҡабатлау ваҡытында материалды башҡа берәй әйбер менән ныҡлабыраҡ сағыштырып ҡарау мөмкинлеге тыуа. Уларҙы ҡапма-ҡаршы ҡуйып ҡарау ҙа ецелләшә, һөҙөмтәлә ваҡытлы бәйләнештәр нығыраҡ дифференциацияланалар. К. Әхмәтйәнов.
2. ҡайт. ҡар. дифференциациялау, возвр. от дифференциациялау.
ДИФФЕРЕНЦИАЦИЯЛАУ (дифференциацияла-) (Р: дифференцировать; И.: differentiate; T: ayrımlaşmak) ҡ.
1. кит. Дифференциация үткәреү.
□ Дифференцировать. Уҡытыуҙы дифференциациялау. Килемде дифференциациялау.
2. мат. Дифференциал (1) табыу.
□ Дифференцировать.
406