ДНЕВАЛЬНЫЙ
ДИФФУЗИЯ [рус. < лат. diffusio] (Р.: диффузия; И.: diffusion; T.: difüzyon) и. физ.
Йылылыҡ хәрәкәте арҡаһында бер матдә атомдары йәки молекулаларының икенсе матдә атомдары йәки молекулалары менән аралашыуы. □ Диффузия. Диффузия күренеше.
ДИФФУЗИЯЛАНЫУ (диффузия-лан-) (Р.: диффундировать; И.: diffuse; Т.: dağılmak) ҡ.
Диффузияға дусар булыу, ҡушылыу, бер-береһенә үтеп инеү. □ Диффундировать. Диффузияланыу осраҡтары.
ДИФФУЗОР [рус. < лат. diffusio] (Р: диффузор; И.: cone, diffuser, effuser; T.: difüzor, yayıcı) u.
Репродуктор, динамик кеүек аппараттарҙа тауышты көсәйтә торған мембрана. □ Диффузор. Диффузорҙы алмаштырыу.
ДИХАЙ с. диал. ҡар. бөтөнләй 3.
■ Беребеҙ унда, беребеҙ бында инек, ҡауыштырҙы дихай яттарҙы. С. Ҡудаш.
ДИХАЯТ [ғәр.] (Р: родственник с седьмого колена; И.: very distant relation; T.: uzak akraba) и. иҫк.
Бөтөнләй ят, ете ят. □ Родственник с седьмого колена. Миңә дихаят бит әле ул.
ДИҺҠАН [фарс. ûüaû] (Р: дехканин; крестьянин; И.: farmer; ploughman; T.: köylü) и. иҫк.
Урта Азиялағы ауыл хужалығы эшсеһе, игенсе; крәҫтиән. □ Дехканин, крестьянин, селянин, земледелец, пахарь. Диһҡандарҙың йәшәү рәүеше. ■ Кәрим — Туда ҡышлағының ярлы диһҡаны. Б. Хәсән. Хәсән Хорезм-дағы хәлдәрҙе, ерен, һыуын, ҡомон, ҡалаһын, ҡышлағын, мәхрәм түрә, мулла, ишандарын, диһҡан, кәмбәғелдәрен һөйләй. А. Таһиров.
ДИҺҠАН Л ЫҠ (диһҡанлығы) (Р: дех-канство; крестьянство; И.: Oriental peasantry; T: köylülük) и.
Диһҡан эше менән шөғөлләнеү. □ Дех-канство; крестьянство. Диһҡанлыҡ менән көн күреү.
ДИҺЛИЗ [ғәр. (Р: передняя комната; И.: antechamber; T.: ön oda) и. иҫк. кит.
Алғы бүлмә. □ Передняя комната. Диһ-лиздә ҡаршы алыу.
ДИШВАР [фарс. (Р: трудный; И.: hard; ponderous; T: zor) с. иҫк.
Ауыр, мөшкөл. □ Трудный, затруднительный, тяжёлый. Дишвар хәл.
ДИЯНӘТ [ғәр. *Лр] (Р: религиозность; И.: devotion, piety; T: diyanet) и. иҫк.
Динселлек. □ Религиозность, набожность, благочестие. ■ Күңелемдәге диянәтте һаҡлай сәләмәт. М. Өмөтбаев.
ДИЯНӘТЛЕ (Р: религиозный; И.: religious; pious; T: diyanetli) с. иҫк.
Динсел, иманлы. □ Религиозный, набожный, верующий. Диянәтле йәштәр.
ДИЯР [ғәр. jW] (р.: земля; И.: land; country; T: diyar) и.
Ер, ил. □ Земля, местность, страна.
■ Яуҙан харап булдылар — гүзәл икән ул дияр. М. Өмөтбаев. Кеше китәрме ихтыяр илән тыуған-үҫкән диярынан. Бәйеттән. Вәзирҙәре әйтер: «Эй, шаһ, Искәндәр йәнә бер шаһтыр, Румдан ҡупты, ғәжәм диярын алды, унан Хөрәсәнде, Һиндостанды, Кытайҙы, Төркөстанды, Бөрйәнде вә башҡа ил-диярҙарҙы алды», — тип. Ғ. Хөсәйенов.
ДНЕВАЛЬНЫЙ [рус.] (Р: дневальный; И.: man on duty, orderly; T: nöbetçi) и.
Хәрби бүлектә тәртип булдырыу, милекте һ. б. һаҡлау өсөн дежурныйға ярҙамсы итеп тәүлеккә ҡуйылған һалдат. □ Дневальный. Дневальныйҙың сираты.
■ Дневальныйҙар менән һаҡсылар ҙа һәр урында исем өсөн ҡуйылғайны. Я. Хамматов. Дежурный менән дневальный ҙа һүҙ яңыртманы. Н. Мусин. Дневальный булып торған ҡарт һалдат Морат Кужаҡов йәһәт кенә Ғәйфулла Сарбаевты саҡырып килтерҙе. Р Өмөтбаев. Проверка һуңында ла, дневальныйҙың һәм дежурныйҙың һүҙенә ҡарамайынса, төнгө ун икегә тиклем шаулаштылар. Д. Юлтый. Беҙҙең ротаның бер дневальныйы һыбыҙғыһын сырылдата башланы. А. Таһиров. Иҙәндә, ишектән аяҡтарын һалындырып, дневальный ултыра. X. Мохтар.
407