ДОБА
ДОБАм. ҡар. упҡын. Доба ситендә.
ДОБРОВОЛЕЦ [рус.] (Р: доброволец; И.: volunteer; T.: gönüllü) и. һөйл.
һуғыш ваҡытында үҙ теләге менән армияға киткән кеше. □ Доброволец. Доброволец булып яҙылыу. ■ Манатов Балҡан һуғышы заманында Төркиәгә доброволец булып килгән идеалист йәштәр иҫәбенән. Ә.-З. Вәлиди. Беҙҙең отделениеға бер көн ун йәшлек бер доброволец малай килде. Д. Юлтый. Доброволец булып яҙылыу өсөн беҙ өҫтәлде тирәләп алдыҡ. А. Карнай. Буйым арыу ғына бит инде, куреп тораһың. Доброволец булып армияға киттем. Ғ. Әмири.
ДОВЕРЕННОСТЬ [рус.] и. ҡар. ышаныс ҡағыҙы. Доверенность яҙҙырып алыу.
■ Әммә беҙҙең ғасабалаш Илсекәй ауылының башҡорттары, Блохиндан аҙыраҡ ашап-эсеп, сенатҡа ҡағыҙ бирҙермәнеләр, сөнки доверенность уларҙа ине. Ғ. Хөсәйенов. Себер хөкумәте тарафынан башҡорт полктарына ебәрелгән ҡоралдарҙы, кейемдәрҙе ул, Монасип, туранан-тура ала алмай, уны алыр өсөн Дутов штабына барып доверенность алырға тура килә ине. А. Таһиров.
ДОВЕРЕННЫЙ [рус.] и. тар. ҡар. вәкил 1, 2. Ер доверенныйҙары. М Килеуселәр волость доверенными менән Навалихин байҙың вәкиле Фёдор инеләр. Т. Хәйбуллин. Бында Рәмиевтәрҙең доверенныйҙарының малайҙары ла уҡыйҙар, — тине Нурый. А. Таһиров. [Пленға алынғандар] араһында помещик доверенныйының улы, ҡулбаш-тарындағы офицер погондарын әле генә өҙөп ташлаған Әхмәт тә бар ине. Б. Хәсән.
ДОГМА [рус. < гр. dogma ‘фекер, ҡарар’] (Р: догма; И.: dogma; Т: dogma) и.
Бер ҡасан да, һәр төрлө хәлдә лә үҙгәрмәй торған бәхәсһеҙ хәҡиҡәт тип ҡаралған ҡараш, ҡағиҙә. □ Догма. Ҡатып ҡалған догма.
■ [Флурә:] Һиндә, Вил, юҡ-барға ышаныу көслө, һин тулыһынса ниндәйҙер догмалар, уҙең уйлап сығарған шартлы ҡағиҙәләр буйынса йәшәйһең. Ш. Хажиәхмәтов. Был догмаларының кубеһе исламдың төп кита
бы — ҡәләм шәрифкә — Ҡөрьәнгә тупланған. Ғ. Хөсәйенов.
ДОГМАЛАШТЫРЫЛЫУ (догмалаштырыл-) ҡ. төш. ҡар. догмалаштырыу. страд, от догмалаштырыу.
ДОГМАЛАШТЫРЫУ (догмалаштыр-) (Р: догматизировать; И.: turn into a dogma; T: dogmalaştırmak) ҡ.
Догмаға әйләндереү. □ Догматизировать. Теорияны догмалаштырыу.
ДОГМАТ [рус. < гр. dogma ‘фекер, ҡарар’] (Р: догмат; И.: doctrine, dogma; T: dogma) и.
1. Дин тәғлимәтендә дөрөҫ, бәхәсһеҙ тип ҡаралған төп ҡағиҙә. □ Догмат. ■ Ул [Ялсығол] шулай уҡ дин догматы «ҫөбәт әл-ғажизингә», «Рисаләи Ғәзизә», йәғни уның яратҡан уҙ ҡыҙы Ғәзизәгә шәрехнамә яҙған. М. Өмөтбаев. Иҡтисадҡа бәйләнмәгән, тик дини догматҡа таянған берҙәмлек буш һуҙ булып ҡаласаҡ. Ә.-З. Вәлиди.
2. ҡар. догма.
ДОГМАТИЗМ [рус.] (Р: догматизм; И.: dogmatism; T: dogmacılık) и.
Ысын хәҡиҡәт тип ышанып, һуҡырҙарса тәнҡитһеҙ таянырға тейешле фекерләү ысулы. □ Догматизм. Фәлсәфәуи догматизм.
ДОГМАТИК I (догматигы) [рус.] (Р: догматик; И.: dogmatist; T.: dogmacı) и.
Догматизм яҡлы, догматизмға бирелгән кеше. □ Догматик. Догматиктар фекере.
ДОГМАТИК II (Р: догматический; И.: dogmatic; T.: dogmatik) с.
Догмаларға ҡоролған, догмаларға нигеҙләнгән. □ Догматический. Догматик ысул. Догматик мәғәнә. М Ысынлап та, ул саҡтарҙа аҙым һайын формализм, нисә быуаттар тылҡылған Ҡөрьән сурәләре һымаҡ ҡатып ҡалған догматик ҡанундар осоронда шунан артығын көтөуе ҡыйын ине. Р. Өмөтбаев.
ДОГОВОР [рус ] и. ҡар. килешеүГУ. Договор буйынса туләу. ■ Кешеләрҙең кубеһе, договор төҙөшөп, шунда [райместпром артеленә] эшкә ялланған, ҡалғандары ваҡ-төйәк нәмә менән шөғөлләнеп көн курә. Я. Хамматов. һалабаш байҙары менән Әхмәди быйыл да
408