ДОҒАСЫ
йылдағы һымаҡ договор яҙышты. Ж. Кейекбаев. «Немец фашистары Советтар Союзы менән Германия араһында төҙөлгән уҙ-ара һөжум итешмәу тураһындағы килешеу договорын хыянатсыл рәуештә боҙҙолар һәм беҙҙең мөҡәддәс илебеҙгә мәкерле рәуештә һөжум башланылар...» 3. Биишева.
ДОГОВОРЛЫ (Р.: договорный; И.: contractual; treaty; T.: anlaşmalı) с. һөйл.
Килешеү буйынса. □ Договорный. Договорлы мөнәсәбәттәр.
ДОГОВОРҺЫҘ (Р.: без договора; И.: with no contract; T.: anlaşmasız) c.
Килешеүе булмаған, килешеүгә нигеҙләнмәгән. □ Без договора. Договорһыҙ эш итеу.
ДОҒА [ғәр. (Р: молитва; И.: entreaty, supplication; T.: dua) и. дини.
1. Ҡөрьән аяттарын уҡып, теләк, үтенес белдереп, Аллаға инанып, уға мөрәжәғәт иткән һүҙ. □ Обращение к Аллаху. Доға уҡыу. Доға ятлау. ■ Үҙен белмәй, ҡарағыҙ, бисараны, доға теләр, табалмай һис сараны. М. Өмөтбаев. [Сәхибьямал әбей] уҙенә генә билдәле доғаһын уҡып, ташын яңынан өс өйөмгә булде. 3. Ураҡсин. [Өләсәһе — Ғәбиткә:] мин әйткән ана шул доғалар аралаған, шулар ҡурсалаған. Ә. Әминев. Мулла ауыҙ эсенән шыбырлап доға уҡыны, битен һыйпаны. Ә. Хәкимов.
2. Аят. □ Молитва. Сәләм бирер алдынан уҡыла торған доға. Доға өйрәнеу. ■ Был балыҡты тотор өсөн ун тапҡыр «Тәңребеҙ» һәм шул тиклем ук «Изге Әсә» доғаһын уҡыйым. Картотека фондынан.
3. ҡар. фатиха.
ДОҒАИ (Р: молитвенный; И.: prayer; Т.: dua) с. иҫк.
Доғаға бәйле, доға уҡып әйтелгән; доғалы. □ Молитвенный. Доғаи теләк. Доғаи аманат. Доғаи бәхет.
ДОҒАИ СӘЛӘМ (Р: благословение и привет; И.: blessing and regards; T.: duai selam) и.
Доға һәм сәләм. □ Благословение и привет. Доғаи сәләм кундереу. ■ Мөхәррәм хәлфә .. һаман «уә һәм дә» менән башланған
«доғаи сәләмде» уҡыны ла уҡыны. Гибат, ярты ауыл кешеһенә тигәндәй, бөтөнләй нәҫел-ырыу булмаған кешеләргә, ҡарттарға сәләм яҙғайны. Ж. Кейекбаев.
ДОҒА ҠЫЛЫУ (доға ҡыл-) (Р: молиться; И.: say one’s prayers; T.: dua etmek) ҡ.
Доға уҡып, Аллаһы Тәғәләнән һорап, ҡуш ус менән битте һыйпау. □ Молиться. // Молитва. Тәнрегә доға ҡылыу. ■ Мәңге йәшәйем, тип донъя тупла, иртән уләм, тиеп доға ҡыл! Картотека фондынан. Тәубәләргә килеп, доға ҡылдым гөнаһтарым, имеш, юйылған. С. Әбүзәров. Ҡалғандар .. ғумер буйы изгелекле кеше булғаны өсөн Ҡарабайға ихлас куңелдән доға ҡылалар. Әкиәттән.
♦ Ҡул һырты менән доға ҡылыу насар теләк теләп, ике ҡул һырты менән битте һыйпау. □ При зложелании проведение по лицу тыльной стороной ладоней.
ДОҒАЛЫ (Р: молитвенный; И.: prayerful; with a prayer; T.: duah) c.
Доға уҡылған, доға ҡылынған. □ Молитвенный, имеющий молитву. Доғалы аманат. ■ Дуғалы ҡунаҡ — затлы, доғалы ҡунаҡ. Ғ. Хөсәйенов.
ДОҒАЛЫҠ (доғалығы) (Р: текст молитвы; И.: prayer’s text; T: dua kitabı) и. дини.
1. Доға тексы. □ Текст молитвы. Доғалыҡ ятлау. ■ [Ҡазан яғында ла] куҙ йомоп, доғалыҡтар ятлап ултырыуҙан уҙып булмай, тиҙәр. Ғ. Ибраһимов.
2. Доға яҙылған китап йәки ҡағыҙ. □ Молитвенник. Доғалыҡ яҙылған уткәрмә. Доғалыҡ яҙҙырып алыу. ■ Ҡулдарымда — тиҫбе һәм алдыма аҡ доғалыҡ йәйеп ҡуйылған. С. Әбүзәров. Тамырҙары уның [имәндең] доғалыҡтыр йәшәу серен ерҙә асҡанға. X. Назар. [Урал әбей] улының әллә ниндәй яҙыуҙарын, доғалыҡ шикелле итеп, муҡсайға һалып йөрөтә. Һ. Дәүләтшина. [Баҡшылар, муллалар] доғалыҡтар өшкөрөп бирҙе, иш-фаяттар иҙеп эсерҙеләр. Т. Ғарипова.
ДОҒАЛЫ ҠОШ и. ҡар. аҡҡош 2.
ДОҒАСЫ (Р: тот, кто читает молитву; И.: one who says prayers; T: duacı) и.
409