ДОҒАҺЫҘ
Мәрхүмдәргә бағышлап доға ҡылыусы. □ Тот, кто читает молитву. Оло йәштәге доғасы. ■ Ҡартайғанбыҙ хәҙер, балабыҙ юҡ, беҙгә кәрәк артта доғасы. Д. Юлтый.
ДОҒАҺЫҘ (Р.: неблагословенный; И.: prayerless; T: duasız) с.
Доға уҡылмаған, доға ҡылынмаған, доғаһы юҡ. □ Неблагословенный, без молитвы. Доғаһыҙ эш.
ДОҒАҺЫН АЛЫУ (доғаһын ал-) (Р.: получить благословение; И.: receive a blessing; T.: duasını almak) ҡ.
Фатиха алыу. □ Получить благословение. Атай-әсәйҙең доғаһын алыу. ■ Атайым иһә уны ғалим, ә бәлки, «әулиә»лер тип иҫәпләй һәм миңә уның «алғышын», йәғни доғаһын алырға, «ҡарғыш»ынан, йәғни бәддоғаһынан, ҡурҡырға кәңәш итә ине. Ә.-З. Вәлиди. Һай, һай, был турә аттарҙың яҡшыларына ултырып алған икән, сәләм дә бирмәй, ишандың доғаһын алырға ашыға, ахыры. А. Таһиров.
ДОЗА [рус. < гр. dosis ‘өлөш, порция’] (Р: доза; И.: dose; T: doz) и.
1. Дарыуҙың бер мәртәбәгә йәки бер көнгә билдәләнгән билдәле бер миҡдары; өлөш. □ Доза. Билдәле бер доза. Ике доза. Куп куләмдәге доза. Наркотик ҡулланыусыларҙың ғумере тәуге дозанан һуң ете йылдан да артмай. ■ [Альбина әсәһенә дарыуҙарҙың] ҡайһыһын ниндәй дозала, көнөнә нисә тапҡыр эсергә кәрәк икәнен дә әйтеп бирҙе. Н. Мусин.
2. Билдәле ваҡыт эсендә кемгә йәки нимәгә тәьҫир итә торған берәй энергияның билдәле бер миҡдары. □ Доза. Радиация нурланышы дозаһы.
ДОЗАЛАНЫУ (дозалан-) ҡ. һөйл. төш. ҡар. дозалау, страд, от дозалау. Дозаланған онтаҡтар.
ДОЗАЛАУ (дозала-) (Р: дозировать; И.: dose; T: düzemek) ҡ. һөйл.
Өлөштәргә бүлеү, бүлгеләү; өлөшкә бүлеп үлсәү. □ Дозировать. Дозалап һатыу. Дозалап билдәләу.
ДОЗАТОР [рус.] (Р.: дозатор; И.: feeder; metering device; T: dozör) и.
Матдәне билдәле бер күләмдә үлсәү өсөн яйлама. □ Дозатор. Дозатор менән улсәу.
ДОЗАХ [фарс. с1^] (Р: ад; И.: hell; Т: cehennem) и. иҫк. кит.
Йәһәннәм; тамуҡ. □ Ад. ■ Ут йөрөй уҙәктә, эс яна дозахта. Ш. Бабич.
ДОЗИМЕТР [рус.] (Р.: дозиметр; И.: dosimeter; T: dozimetre) и.
Радиацияның көсөн һәм нурланыш тәьҫирен үлсәй торған ҡоролма, прибор. □ Дозиметр. Радиация дозиметры. Дозиметр менән улсәу. Шәхси дозиметр.
ДОЗОР [рус.] (Р: дозор; И.: patrol, round; T: kol) и.
1. Разведка һәм һаҡ өсөн ебәрелгән бәләкәй төркөм. □ Дозор. Төнгө дозор. ■ Дозорҙан ҡайтыр ваҡыт та яҡынлай ине. 3. Ураҡсин. [Алдар] Өфөнө дурт яҡтан да уратып, бар юлдарға дозорҙар, юртауылдар ҡуйҙы. Ғ. Хөсәйенов. Алдан дозорҙар ебәреп, һаҡлыҡ менән барабыҙ. А. Карнай. Алғы дозорҙан ҡайтҡан бер һалдат беҙҙең блиндажға килеп инде. Д. Юлтый.
2. һөйл. Шул төркөмдәге кеше. Дозорҙарҙы билдәләу. Дозор булып тороу. ■ Алдан уларға [партизандарға] юл башлап барам. Ә мине дозор һаҡлап килә. М. Тажи.
ДОЗОРҘА ТОРОУ (дозорҙа тор-) ҡ. ҡар. һаҡта тороу. ■ «Дозорҙа торғандары, секретта ятҡандары, әлбиттә, сыланалар. Башҡалар ышыҡталар...» — тигән яуапты алдым. Б. Дим.
ДОЗОРҒА СЫҒЫУ (дозорға сыҡ-) ҡ. ҡар. дозорҙа тороу.
ДОК (догы) [рус. < гол. dok < ингл. dock] (Р: док; И.: dock; T: dok) и.
Порттағы караптарҙы ремонтлай торған урын. □ Док. Йөҙмә тимер док. Транспорт догы. ■ Суднолар ремонтлай торған доктары булған базаның әһәмиәте Англия өсөн һуңғы ваҡытта бигерәк тә ҙур булды. «Башҡортостан», 9 август 2008.
ДОКЕР [рус. < ингл. docker] (Р: докер; И.: docker; T: liman işçisi) и.
410