Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III. 411 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ДОКТОР
Портта йөк ташыусы, йөк тейәүсе; док эшсеһе. □ Докер. / Докерский. Докер булып урынлашыу.
ДОКЛАД [рус.] (Р.: доклад; И.: report; Т.: rapor) и.
1. Билдәле бер темаға арналған, халыҡ алдында һөйләнгән телмәр. □ Доклад. Доклад менән сығыш яһау. ■ Хәҙисә Барласовна доклад, лекция уҡырға йә һирәкләп хатта Мәскәүгә китапхана эше буйынса йыйылышҡа китә. Ә. Хәкимов. Нуриханов үҙе доклад менән сығыш яһарға тейеш. Д. Бүләков. Докладтар һөйләй, күрһәтмәләр бирә торғас, тел ағасҡа әйләнеп бөткән. Н. Мусин.
2. Сығыш өсөн яҙылған текст. □ Доклад. Докладты компьютерҙа йыйыу.
3. Етәксе алдында һөйләй торған рәсми белдереү. □ Доклад. ■ Сенат байтаҡ уйланғас, 1773 йылдың 21 октябрендә Екатерина II үҙенә доклад менән мөрәжәғәт итте. Тарихтарға теркәлер документҡа әйләнде ул доклад. Ғ. Хөсәйенов.
ДОКЛАДНОЙ [рус. докладная] (Р.: докладная; И.: memorandum, report; T.: rapor) и. һөйл.
Етәксегә яҙып биргән эш тураһындағы рәсми белдереү. □ Докладная. Докладной әҙерләү. ■ Геолог Никольский Мәскәүгә ҡыҫҡа ғына докладной записка яҙҙы. А. Карнай. Нестеров рота командиры исеменә ҡыҫҡа сроклы отпуск һорап, докладной бирҙе. Б. Дим. Капитан докладнойын уҡыған арала, Амуров .. тауыш-тынһыҙ ҡымшанмай ҙа ултырҙы. Н. Мусин.
ДОКЛАДСЫ (Р: докладчик; И.: speaker; T.: raporcu) и.
Доклад һөйләүсе. □ Докладчик. Докладсы билдәләү. Докладсыға һорауҙар биреү. ■ Докладсының һүҙе лә кешеләрҙец бер ҡолағынан керә, икенсеһенән сыға. Ә. Хәкимов. Докладсы һүҙҙәре ябай, киҫкен, ул һәр бер мәсьәләне асып һалғандан һуц, ..доклад һуҙылған һайын тыңлау дәрте арта. А. Таһиров. Рабиға Йомағолова докладсы бу
лып үҙе сығыш яһарға әҙер булыуын белдерә. Р. Шәкүр.
ДОКЛАД ЯҺАУ (доклад яһа-) (Р: делать доклад; И.: make a report; T.: rapor vermek) ҡ.
Халыҡ алдында телмәр тотоу. □ Делать доклад, выступать с докладом, докладывать. Конференцияла доклад яһау.
ДОКТОР [рус. < лат. doctor, docere ‘өйрәтеү’] и.
1. һөйл. ҡар. табип. ■ [Ричард — Ябаға-евҡа:] Мин докторға бармайым. Айгөл дауалаһын мине! М. Кәрим. Урмандың үҙ докторҙары үҙендә, улар — һәр төрлө ҡоштар һәм кейектәр. Н. Мусин. Доктор сығып киткәс, баяғы милиционер килде. С. Агиш. Егетте оҙаҡ ҡаранылар. Доктор арҡаһын, билен, күкрәген тыңлап ҡараны. А. Таһиров. Күҙ докторы нимәлер әйтергә итһә лә, Тимур ашығыс хушлашып юҡҡа сыҡты. Й. Солтанов.
2. Диссертация яҡлау нигеҙендә бирелә торған иң юғары ғилми дәрәжә һәм шул дәрәжәне алған кеше. □ Доктор. / Докторский. ■ Яубаҫаров яңыраҡ ҡына фән докторы булып киткән был кешенең ғилми хеҙмәттәренә иғтибар итте. Д. Бүләков. Элек тә, хәҙер ҙә университеттарҙа барлыҡ ғалимдарға, хатта танылған йәмәғәт эшмәкәрҙәренә, юғары уҡыу йортоноң почётны доктор исемен бер ниндәй диссертацияһыҙ ҙа бирәләр ине. Н. Асанбаев. Таған, 1948 йылда Гамбург университетында тюркология докторы вазифаһында эшләп, вафатына тиклем минең йән дуҫым буласаҡ. Ә.-З. Вәлиди. Кайҙа ғына осрамаһын, фән докторымын тип тормай, башлап һиңә үҙе иҫәнлек ҡуша, ниндәй булһа ла хәбәр һөйләп китергә лә ваҡыт таба. Н. Мусин. Был кис клубта илгә аң-белем таратыу йәмғиәтенең атаҡлы сәркәтибе биология фәндәре докторы Серәкәй-Ләпәкәйев үҙенең тормош мәрәйе булған һәм юғары доктор дәрәжәһен яулауға тиклем алып барып еткергән талантлы ғилми хеҙмәте буйынса эшсе йәштәргә лекция уҡыясаҡ ине. Й. Солтанов.
411