ДОКТОРАНТ
ДОКТОРАНТ [рус. < лат.] (Р.: докторант; И.: doctoral candidate; T.: doktora öğrencisi) и.
Докторлыҡ диссертацияһы әҙерләү өсөн ғилми ойошмаға беркетелгән ғалим. □ Докторант.
ДОКТОРАНТУРА [рус.] (Р.: докторантура; И.: (institution of) doctoral candidacy; T.: doktora öğrenimi) и.
Фән докторҙары әҙерләү буйынса ғилми-тикшеренеү учреждениеларында, юғары уҡыу йорттарында докторҙар әҙерләү системаһы. □ Докторантура. Докторантура үтеү.
ДОКТОРЛЫҠ I (докторлығы) (Р: врачевание; И.: (medical) treatment; T.: doktorluk) и.
Доктор (1) һәнәре һәм вазифаһы, эше.
□ Врачевание. Докторлыҡ итеү. Докторлыҡ менән шөғөлләнеү. ■ [Нурғәлиевты] оло булһа ла, докторлыҡ белемең бар, тип тағы мобилизовать иттеләр. А. Таһиров.
ДОКТОРЛЫҠ II (Р: докторский; И.: doctoral; T.: doktorluk) с.
Доктор (2) дәрәжәһе; фәндәр докторы тигән ғилми дәрәжә. □ Докторский (диссертация, мантия}. ■ Ул ғалим тигәндәре ҙуры-раҡҡа өмөт итә, тиҙәр. Докторлыҡ диссертацияһы яҙа, имеш. Ә. Хәкимов. Хәҙер атайымдың .. һүҙҙәре иҫкә төштө, һуңынан Ибн Фадлан сәйәхәтнамәһен Вена университетында докторлыҡ диссертацияһы итеп әҙерләнем. Ә.-З. Вәлиди. Яртылаш яҙылған докторлыҡ диссертацияһын туҡтатыбы-раҡ торорға ла аҙ-маҙ баш-күҙ алырға, йәғни башлы-күҙле булырға ниәтләнде, ә бының өсөн иң кәмендә ваҡытты сарыф итергә — ҡыҙ һөйөргә кәрәк ине. Й. Солтанов. Ниндәй мөһимерәк эш, ти, ул, докторлыҡ диссертацияһынан башҡа? Ҡалай эре сирттерә был йәштәр! Д. Бүләков.
ДОКТРИНА [рус. < лат. doctrina ‘ғилем, фән’] (Р: доктрина; И.: doctrine; T.: doktrin) и. кит.
Ғилми йәки философик теория, система.
□ Доктрина. Доктринаны таныу. Юридик
доктрина. Европа союзы доктринаһы. Мосолман хоҡуғындағы доктрина. ■ Күренекле хәрби начальниктар Тухачевский, Якир, Уборевичтың дошман менән алдағы бәрелеш моторҙар һуғышы буласаҡ тигән хәрби доктринаһы дөрөҫөрәк түгелме? Р. Өмөтбаев.
ДОКУМЕНТ [рус. < лат. documentum ‘өлгө, дәлил’] (Р: документ; И.: document; paper T.: belge) и.
1. Берәй нәмәне раҫлаған, нимәгәлер хоҡуҡ бирә торған рәсми эш ҡағыҙы. □ Документ. Документ алыу. И Сергей [машинисҡа ] документтарын күрһәтте лә Дубиновкаға тиклем ултыртыуҙарын үтенде. А. Абдуллин. [Ғәбиттең] документы булмағас, вазифаһында артабан эшләй алмай, эшләргә хоҡуғы юҡ. Ә. Әминев. Бына договорға ҡултамға һалыр ваҡыт етте. Шунан һуң ул инде ябай ғына яҙыу хәленән сығып, юридик көскә эйә булған бер документҡа әйләнәсәк. К. Мәргән.
2. Кешенең шәхесен раҫлаған ҡағыҙ; таныҡлыҡ. □ Документ. Документ күрһәтеү. ■ [Лёня] дүрт йыл Ярославлдә уҡып, «тимер юл технигы» тигән документ алып ҡайтты. М. Кәрим. Һеҙ простой һалдаттар түгел, һеҙҙең документтарығыҙҙы тикшертергә кәрәк! Д. Юлтый. Өс тапҡыр яраланыуын иҫәпкә алып, уға икенсе группа инвалиды тигән документ бирелде. Ә. Хәкимов.
3. кит. Тарихи әһәмиәткә эйә булған әҙәби әҫәр, һүрәт, яҙма һ. б. □ Документ. Тарихи документтар. ■ Федотовтың ҡулына баһалап бөткөһөҙ ҡиммәтле документтар килеп керҙе. Ә. Хәкимов. Тарихи документтарҙа Бәҙерғолдоң яҙмышы хаҡында бер йылдан һуң һуңғы бер мәғлүмәт кенә күренеп ҡала. Ғ. Хөсәйенов.
ДОКУМЕНТАЛЛЕК (документаллеге) (Р: документальность; И.: documentary nature; T.: belgesellik) и.
Документтарға нигеҙләнгәнлек, документтарға таянып эш итеү. □ Документальность. Уның әҫәрҙәренә документаллек хас.
412