Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III. 413 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

долото
ДОКУМЕНТАЛЬ (Р.: документальный; И.: documental; T.: belgesel) с.
1. Документҡа нигеҙләнгән, документ менән раҫланған. □ Документальный. Документаль дөрөҫлөккә нигеҙләнеү. Документаль китап яҙыу. ■ Арыҫлановтар нәҫеле, улар араһындағы атаҡлы кешеләр — айырым тикшеренеү, ҡыҙыҡлы бер документаль әҫәр темаһы. Р. Шәкүр. Ҡобайырҙарҙың кү-беһендә ана шул тарихи замандың дөрөҫ һыҙатланышы бар. Һыҙатланышы, ә тарихи факттың тулы һәм документаль дөрөҫлөктә бирелеше түгел. Ә. Харисов. Тарихи документаль әҫәрҙәргә, мемуаристикаға иғтибарҙың артыуы ла йәмғиәттәге рухи эҙләнеүҙәрҙе, тарихи хәтерҙең тәрәнәйеүен, милли үҙаңдың үҫешен сағылдыра. Р. Бикбаев.
2. Документ булып торған. □ Документальный. Документаль материал. ■ Мәүлә Ҡолойҙоң ҡайҙа һәм ҡасан тыуыуы, тормошо тураһында әлегә бер ниндәй ҙә документаль материалдар билдәле түгел. М. Нәҙерғолов.
ДОКУМЕНТАЛЬ ФИЛЬМ (Р: доку ментальный фильм; И.: documentary; T.: belgesel film) и.
Ысын булған хәлде, фактты күрһәткән фильм. □ Документальный фильм. Документаль фильм төшөрөү.
ДОКУМЕНТАЦИЯ [рус.] (Р: документация; И.: documentation; T.: belgeleme) и.
Документтар (1) йыйылмаһы. □ Документация. Компьютерҙың документацияһы. Документация тултырыу.
ДОКУМЕНТЛАШТЫРЫЛЫУ (документлаштырыл-) ҡ. төш. ҡар. документлаштырыу. страд, от документлаштырыу.
ДОКУМЕНТЛАШТЫРЫУ (документлаштыр-) (Р: документировать; И.: document; T.: belgelemek) ҡ.
Документтар (1) менән нигеҙләү, раҫлау. □ Документировать. Материалдарҙы документлаштырыу. ■ Иртә менән Батталов-ҡа, тимер-бетон заводына барып, клуб һалыу өсөн алынасаҡ материалдарҙы документлаштырып ҡайтырға кәрәк ине. С. По-варисов.
ДОЛЛАР [рус. < ингл. United States dollar] (Р.: доллар; И.: dollar; T.: dolar) и.
АҠШ, Канада, Австралия һәм ҡайһы бер башҡа илдәрҙәге аҡса берәмеге. □ Доллар. ■ [Саяр:] «Мәҙинә»нең йыллыҡ табышы миллиондар менән иҫәпләнә. Минең эш хаҡым — мең доллар. Т. Ғарипова. Эсти Лаудер Америка косметикаһы баҙарының 45 процентын яулай, йыллыҡ әйләнеше 5 миллиард доллар булған ғаилә бизне-сын булдыра. «Башҡортостан ҡыҙы», № 3, 2010. Былтыр дауаханала ятҡанында бер врач һөйләне бит, ана, Америкала һаулыҡ һаҡлау өсөн һәр кешегә йылына ике мең ете йөҙ доллар иҫәбенән аҡса бүленә икән, ә беҙҙә ул кеше башына туғыҙар доллар ғына тура килә. Н. Мусин. Башҡа сәйәхәтселәргә эйәреп йөрөп, Ишмырҙа Ишбулдин барлыҡ аҡсаһын теплоходта йөрөй торған махсус талондарға һәм Америка долларҙарына алмаштырҙы. Ә. Бикчәнтәев.
ДОЛЛАРЛЫҠ (долларлығы) (Р: стоимостью в ... долларов; И.: ...dollar worth; T.: dolarlık) с.
Нисәлер долларға тиң (аҡсаға ҡарата). □ Стоимостью в... долларов. Биш долларлыҡ. 500 долларлыҡ ноутбук.
ДОЛОМИТ [рус. < фр. dolomite] (Р: доломит; И.: dolomite; T.: dolomit) и.
Составында кальций менән магнезий булған буҙ таш, минерал (быяла, көршәк һ. б. нәмә эшләп сығарыуҙа ҡулланыла). □ Доломит. Доломит ҡатламы. ■ Көньяҡ Уралдың был өлөшөндә бөтә тау массивтары ла һәүерташ, кварцит, ҡырсынташ, эзбизташ, доломит ҡатламдарынан тора. Д. Бураҡаев. Доломит һоро төҫтә була бит. Н. Мусин.
ДОЛОМИТЛЫ (Р: доломитовый; И.: dolomite; T.: dolomit) с.
Составында кальций менән магнезий булған йәки доломит минералынан эшләнгән. □ Доломитовый. Доломитлы ҡатлам.
ДОЛОТО [рус ] и. ҡар. бырау. ■ Долото бер туҡтауһыҙ алға ынтылды. Н. Асанбаев. Түбәндә, скважинала ашалып сыҡҡан доло-
413