ДОМБАЙ
тоны яңы долотоға алыштырҙылар. А. Кар-най.
ДОМБАЙ (Р.: табуированное название медведя; И.: bear’s tabooed name; T.: ayının tabu ismi) u.
Айыуҙың йәшерен, табулаштырылған исеме. □ Табуированное название медведя. Домбайҙы осратыу.
ДОМБОР (Р.: бом!; И.: sound imitative word; T.: gümbür) оҡш.
Ауыр нәмә ҡыуышлыҡ эсенә ҡағылып-һуғылып төшкәндә сыҡҡан тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание звуку, возникающему при ударе о полый, твёрдый предмет: бом. Домбор тигән тауыш ишетеу.
ДОМБОРАУ (домбора-) ҡ. диал. ҡар. доноу. Домборап сығып китеу.
ДОМБОР-ДОМБОР (Р: бом-бом!; И.: boom-boom!; T.: gümbür gümbür) оҡш.
Ҡабат-ҡабат домбор иткән тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание повторяющемуся звуку, возникающему при ударе о полый, твёрдый предмет: бом-бом. Домбор-домбор иткән тауыш.
ДОМБОРЛАТЫУ (домборлат-) (Р: издавать звуки ударов полым предметом; И.: produce a thumping sound; T: gümbürdemek) ҡ.
Ҡабат-ҡабат домбор иткән тауышты сығарыу. □ Издавать звуки ударов полым предметом. Тимер-томорҙо домборлатыу. ■ Ҡустым, — тине, кантон башлығы, — .. Йырла, ҡурайыңды ғыжғылдат, ҡумыҙыңды буҙлат, өзлә, думбыраңды домборлат, әҙәм затының куңелен тап, йөрәген әрнетеп илат, уткәндәрен иҫтәренә төшөрт, батырҙарыбыҙҙы данла. Я. Хамматов.
ДОМБОРЛАУ (домборла-) оҡш. ҡар. домбор-домбор. Домборлап тәгәрәп китеу.
ДОМИНАНТА [рус. < лат. dominans ‘хакимлыҡ итеүсе’] (Р: доминанта; И.: dominant; T.: dominant) и. кит.
1. Нимәнеңдер бер төп ҡушымтаһын тәшкил иткән төп сифат йәки төп өлөш; өҫтөнлөк иткән төп идея. □ Доминанта. Доминанта алыу. Архитектуралағы доминанта. ■ Ҡайһы хромосомалағы гендың көслөрәк
булыуына ҡарап, бала йә атаһына, йә әсәһенә оҡшай. Атаһына оҡшаһа — ата сифаты доминанта алды, тиҙәр, ә әсә сифаты рецессив формала йәшеренеп ҡала. «Ағиҙел», № 5, 2006.
2. лингв. Синонимдар рәтендә төп һүҙ.
□ Доминанта. Синонимдар ояһындағы доминанта.
3. муз. Гамманың бишенсе баҫҡысы.
□ Доминанта.
ДОМИНАНТЛЫҠ (доминантлығы) (Р: доминирование; И.: dominance; T.: güçlülük) и. кит.
Өҫтөнлөк хәле, өҫтөн булған күренеш.
□ Доминирование; господство. Альтернативаның доминантлығы. Доминантлыҡ сеансы. Ҡешеләр мөнәсәбәтендәге доминантлыҡ. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың доминантлығы.
ДОМИНО [рус. < ит. domino < лат. domi-nus ‘хужа, атай’] (Р: домино; И.: dominoes; Т.: domino) и.
Төрлө һандағы төртөклө 28 шаҡмаҡ һәм шул шаҡмаҡтар менән уйнай торған уйын.
□ Домино. Домино уйынының тарихы Һиндостанға һәм Ҡытайға барып тоташа.
■ [Һалдаттар капитандың] уставтарҙы ҡуйып торһағыҙ ҙа ярай, — тигән тауышын ишетте, — ял итегеҙ, ана, шахмат, домино уйнағыҙ. Н. Мусин. Ир-аттың бер килкеһе өҫтәлдә шап та шоп домино һуға. Р. Солтангәрәев. Домино ене ҡағылмыш ир-ат, сумаҙандарын өҫтәл итеп, йәки берәй таҡта киҫәге һалып, аҡ кубеккә батҡансы «кәзә яра». Й. Солтанов.
ДОМИНОСЫ (Р: игрок в домино; И.: domino player; T: dominocu) и.
Домино уйнаусы, шул уйын менән мауығыусы. □ Игрок в домино. Доминосы ҡарттар.
ДОМКРАТ [рус. < гол. dommekracht] (Р: домкрат; И.: (hoisting) jack; T: kriko) и.
Ауыр нәмәләрҙе бер аҙ күтәртә торған механизм. □ Домкрат. Домкрат ҡулланыу.
■ Таштимер, укенесле уйҙарға төшөп, тәгәрмәсте ҡутарып алыу өсөн домкрат ҡора башланы. Д. Бүләков. Ҡорпустың дурт
414