ДОНОРЛЫҠ
яғынан дурт механик домкрат корпусты тигеҙләп, ултырыҡлы рәуештә ургә кутәреп торҙо. Ғ. Дәүләтшин. Беҙ Саша менән икәу домкрат-маҙар алып, машинаны кутәртеп, шөрөптәрен борҙоҡ. Н. Нәжми. Ана, тояҡтары бар бит: башта шуның менән бер яғын ыскындыралар ҙа, домкрат ҡуйып, шуның менән вышканың бер яғын кутәртәләр. Р. Солтангәрәев.
ДОМНА [рус.] (Р: домна; И.: blast furnace; T.: yüksek fırın) и.
Тимер рудаһынан суйын ҡоя торған шахта мейесе; домна мейесе. □ Домна.
■ Домналарға аҙыҡ бирә Уралдың шахтёр -ҙары. Бәйеттән.
ДОМНА МЕЙЕСЕ и. ҡар. домна. Домна мейесе төҙөу. ■ [Өйәңкеләр] һырланып ҡарайғандар, әйтерһең, әле генә домна мейесендә ҡойолоп сыҡҡан ҡорос киҫәктәре. Р. Солтангәрәев. [Исмәғил Тасимов] заводтың бөтә цехтары, домна мейестәре, баҡыр ҡойоу эше менән танышып йөрөнө. Ғ. Хөсәйенов.
ДОМНАСЫ (Р: доменщик; И.: blast furnace expert; T.: yüksek fırın işçisi) u.
Домна мейесен төҙөү йәки хеҙмәтләндереү эшендәге белгес (эшсе, инженер һ. б.). □ Доменщик. Домнасылар ярышы. ■ Домнасылар руданан суйын иретәләр. Ә. Харисов.
ДОМОУПРАВЛЕНИЕ | рус. домовое управление} и. һөйл. ҡар. йорт идаралығы.
■ Ғаилә ағзалары тураһында домоуправлениенан ҡул ҡуйҙырып, мисәт һуҡтырып, справка алып барып бирҙем. 3. Хисмәтуллин.
ДОМОФОН [рус. дом + гр. phone ‘өн’] (Р: entryphone; И.: entryphone; T.: diafon) и.
Подъезд ишеге менән фатирҙар араһында бәйләнеш булдырыу өсөн тәғәйенләнгән ҡулайлама. □ Домофон. Домофон ҡуйҙырыу. Домофон аша ишекте асыу.
ДОНГ [рус.] (Р: донг; И.: Vietnamese currency unit; Т: dong) и.
Вьетнамдың аҡса берәмеге. □ Донг. Ун биш донгка алыу. Егерме донг туләу.
ДОНДОРОУ (дондор-) ҡ. ҡар. доноу. Дондороп сығып китеу.
ДОНДОРТОУ (дондорт-) ҡ. ҡар. доноу. ■ Уйнаҡлап торған айғыр дондортоп сығып та китте. Р. Солтангәрәев.
ДОНЕСЕНИЕ [рус ] и. ҡар. белдереү. Донесение килтереу. ■ Генерал донесениелар менән танышырға ғына ултырғайны, телефон шылтыраны. Ә. Ихсан. Разведчиктарҙың донесениеһынан куренеуенсә, беҙҙән ун-ун ике километр алыҫлыҡта туҡталған дошман һалдаттары 275-се полк йунәлешендә һөжумгә әҙерләнә. Я. Хамматов. Шулай итеп, илселек, оло бер каруандай булып, 26 августа Өфөнән көньяҡҡа юл алды. Әшул уҡ көндө баш ҡалаға донесение елде. Ғ. Хөсәйенов. Иртән сәғәт етеләрҙә ук ҡулы яраланған бер ҡыҙылармеец батальон командиры Сидо-ренкоға донесение килтерҙе. Б. Дим.
ДОННИК (доннигы) [рус.] и. бот. ҡар. ҡандала үләне. Һары донник. ■ [Пётр:] Эй, яҡшы ла һуң донник! Ниндәй хуш еҫле был улән! «Башҡортостан», 2 июль 2008.
ДОНОР [рус. < фр. < лат. dono бүләк итәм’] (Р: донор; И.: donor; Т: donor) и.
1. Үҙ теләге менән ҡан йәки берәй ағзаһын биреүсе кеше. □ Донор. Бөйөр доноры. ■ Белгестәр, ҡан һәм уның компоненттары барыһына ла етһен өсөн илдә даими донорҙар һаны 1000 кешегә яҡынса 40 кеше тура килергә тейеш, тип иҫәпләп сығарған. «Йәшлек», 19 август 2008. Киҫкен промиео-лоцитар лейкоз менән яфаланған уҫмерҙәргә даими рәуештә донорҙар талап ителә. «Башҡортостан», 4 ноябрь 2001. Инде уны улемдән ҡотҡарыу өсөн тере тәндән тире кәрәк икән. Кемдеке лә ярамай, ти: пациент һәм донорҙың ҡан һәм туҡыма төркөмдәре тура килергә тейеш, ти. Й. Солтанов.
2. Мохтажлыҡ кисергәндәргә даими ярҙам күрһәтеүсе ойошма, ҡоролош һ. б. □ Донор. Башҡортостан — Рәсәйҙең донор республикаларының береһе.
ДОНОРЛЫҠ (донорлығы) (Р: донорство; И.: donorship; T.: donörlük) и.
415