Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III. 416 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

донос
Ҡан, туҡыма, берәй тән органын кемделер һауыҡтырыу өсөн үҙ теләгең менән биреү. □ Донорство. Донорлыҡты йәйелдереу. Донорлыҡ менән шөғөлләнеу. Донорлыҡ хәрәкәтен яҡларға һәм хупларға кәрәк.
ДОНОС [рус.] и. ҡар. ошаҡ. Донос ташыу. Донос еткереу. V Был юлы Таһир уҙе өҫтөнән кемдәрҙеңдер донос яҙыуын белде. М. Хужин. Иҫәнгилде, Аҡмулла — башҡорт ул, ҡаҙаҡмын тип алдашып, батша хеҙмәтенән ҡасып йөрөй, тип батша администрацияһына донос яҙа. Ә. Вилданов. Теге Тайное малайҙары минең әҫтәмдән әллә ни тиклем доностар яһап бөткәндәрҙер инде, — тип уйлағайны [Абдулов]. И. Насыри. «Партбилетым юғалыуы буйынса саҡырталыр, ахырыһы! Тимәк, кемдеңдер доносы эш итә! Бындай хурлыҡҡа артабан сыҙау мөмкин тугел», — тигән һығымтаға килгән Али Карнай ярһыны. Я. Хамматов. Шуның менән бөттөмө? — Шымбай ҡарт иренен ҡыйшайтып көлдө. — Һин әле доностың иң шәбен яҙа белмәйһең икән, кеһ-кеһ... 3. Биишева. [Пиккио:] Эйе, синьорҙар, һеҙ куңелһеҙ ваҡытты, яман йылды хәтерләнегеҙ. Шәхес... культ... репрессия, донос! М. Кәрим.
ДОНОССЫ и. ҡар. ошаҡсы. Доноссы яҙған. Доноссы булған.
ДОНОУ (дон-) (Р.: мчаться; И.: rush (speed), tear along; T.: çok hızlı gitmek) ҡ.
Бик шәп итеп йүгереү, сабып китеү; йән-фарман елдереү. □ Мчаться. Куҙ до-ноу. ■ Шул арала Һырбикә атын ҡырҡа бора ла урман ситләп кире яҡҡа ҡарай до-ноп сығып китә. Н. Мусин. [Зәйни] уҙ-уҙен белештермәй, йугерек әҙенән ташланды, .. алдан доноп барған тәбәз кәуҙәле бәндәнең Мифтахитдин икәнлеген таныны: ул да, баҡһаң, тәҙрәнән ҡыҙ куҙләргә барған, икән... Й. Солтанов. Шул ара тулы машина — куҙ тона — доноп дона. X. Назар.
ДОНЪЯ [ғәр. (Р.: мир; И.: world; Т.: dünya) и.
1. Сикһеҙ киң арауыҡтағы бөтә материаль есемдәр берәмеге; йыһан. □ Мир,
Вселенная, космос; мироздание. Донъяның барлыҡҡа килеуе. Донъяның яралыуы. ■ Нух пәйғәмбәр, кәмәнең тәҙрәһен асып, куҙе менән донъяны байҡаны. Ә. Әминев. Миф — Аллалар, батырҙар хаҡында, донъяның барлыҡҡа килеуе тураһындағы боронғо белем ул. Донъя тере, уның ҡолағы, куҙе, теле, хәрәкәте бар, тип уйлағандар бит элек. Р. Солтангәрәева. «Урал батыр »ҙың эстәлеген ата-бабаларыбыҙҙың «башҡорт донъяһы һәм, ғөмумән, «Донъя» (икенсе төрлө әйткәндә, «Йыһан») тигән нәмә нисек барлыҡҡа килгән?» тигән һорауға яуаптар эҙләуҙән килеп тыуған ҡараштар тәшкил итә. Картотека фондынан.
2. Ер шарының бөтә булған өҫтө, унда булған барлыҡ тәбиғәт, мөхит. □ Мир, земной шар, земля; свет. Донъяның матурлығы. Донъя гиҙеу. Донъя ныҡлығы — дуҫлыҡта. ■ Тимашев .. һуҙҙе әкренләп донъя хозурлыҡтарына кусерҙе. 3. Ураҡсин. [Бала] донъяны куңел менән, хис-тойғо аша ҡабул итә әле ул. Ә. Хәкимов. Ваҡыт мәрхәмәтһеҙ: көҙ етһә, донъяға йәм биргән йәм-йәшеллекте юҡҡа сығарып, донъяны шыҡһыҙ яһай. М. Хужин. Ямғыр менән йыуылған ысыҡлы урман өҫтөн ҡояш яҡтыртты. Донъяға бөтөнләй яңы төҫ инде. Я. Хамматов. Ә куҙҙәре шундай моңһоҙ, бар донъянан буккән кеуек. Р. Назаров. Ибн Баттута егерме өсөнсө йәшенән башлап донъя гиҙергә кереште вә ер йөҙөнөң һәр тарафында йөрөнө. Р. Фәхретдинов. Ә ямғыр көсәйгәндән-көсәйҙе. Ул, ҡанығып, бөтә донъяны ҡойондорҙо. А. Абдуллин.
3. Кеше йәшәгән ер; планета, Йыһан. □ Мир, планета, Вселенная. / Мировой. Бөтә донъя халыҡтары. Донъя беренселеге. Донъя хәбәрҙәре. Донъя баҙары. ■ Бөгөн, әйтерһең дә, бөтә донъя хата, әйтерһең дә, бөтә донъя ялғандан ғибәрәт. Ғ. Хәйри. Кешелек донъяһы башланғандан бирле, алмашынып торған быуаттар аралығында, купме һыуҙар аҡмаған да, купме уҙгәрештәр кисермәгән был Ер шары. Р. Мифтахов. Донъяға кеше тыуһа, минеңсә, уға тәғәйенләнеп икенсе берәу ҙә тыуа.
416